Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Июнь 2020, 14:00

Һөнәренә тоғро ҡалып

Беҙҙең яҡташтарҺөнәренә тоғро ҡалыпКешене яҙмыш, ризыҡ йөрөтә, тиҙәр халыҡта. Ысынлап та, шулайҙыр ул. Тыуған еренән алыҫта үҙ бәхетен табып, ғаилә ҡороп, донъяһын көтөүселәр байтаҡ бөгөн. “ОЗНА-Октябрьский механик заводы»нда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, әммә бөгөн һаман сафта булған ир уҙаманы, Үҫәргән ырыуы вәкиле Рифҡәт Шәүҡәт улы Хәлилов хаҡында һүҙем.

Беҙҙең яҡташтар
Һөнәренә тоғро ҡалып
Кешене яҙмыш, ризыҡ йөрөтә, тиҙәр халыҡта. Ысынлап та, шулайҙыр ул. Тыуған еренән алыҫта үҙ бәхетен табып, ғаилә ҡороп, донъяһын көтөүселәр байтаҡ бөгөн. “ОЗНА-Октябрьский механик заводы»нда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, әммә бөгөн һаман сафта булған ир уҙаманы, Үҫәргән ырыуы вәкиле Рифҡәт Шәүҡәт улы Хәлилов хаҡында һүҙем.
Рифҡәт Шәүҡәт улы Ейәнсура районы Юлдаш (Этҡол) ауылынан. Сәйҙә һәм Шәүҡәт Бикбулатовтарҙың баш балалары. Сәйҙә инәй ғүмер буйы гәзит-журналдар таратты, ә Шәүҡәт олатай урман хужалығында хеҙмәт итте. Уларҙың татыу ғаиләһендә 4 малай һәм бер ҡыҙ үҫеп буй еткереп, илебеҙгә төрлө һөнәр кешеләре булып йәшәй бөгөн.
Ғаиләлә баш бала булараҡ, Шәүҡәт олатай оло улын Октябрьский ҡалаһына ебәрә. Унда олатайҙың бер туған һеңлеһе йәшәй. Урта мәктәпте тамамлап, әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡан Рифҡәт, шулай итеп, ОЗНА-Октябрьский нефть компанияһында өйрәнсек, аҙаҡ токарь булып эш башлай һәм бөгөнгә тиклем ошо урында эшләй.
Яйлап эшкә өйрәнә егәрле егет. Бер класта уҡыған күрше ауыл ҡыҙы Хәҙисә Әкрәм ҡыҙына өйләнеп, ғаилә ҡороп ебәрә. Тырыш йәштәр гөрләтеп эшләй ҙә, йәшәй ҙә белә. Бер-бер артлы өс ҡыҙҙары - Айгөл, Әлиә, Регина тыуа. Сәскәләй ҡыҙҙар әүҙем, тырыш, эшһөйәр булып, ярышып үҫә. Береһе йырлай, икенсеһе бейей, өсөнсөһө ҡул эштәренә маһир тигәндәй, нимәгә тотонһа, ҡыҙҙар шуны сынъяһау итеп эшләп ҡуя. Хәйер, ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр, ти бит халыҡ мәҡәле. Хәҙисә апай үҙе лә ҡул эшенә оҫта – ойоҡ, бейәләй, шәл бәйләй. Ҡыҙҙарына юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарҙы улар. Бөгөн 5 ейән-ейәнсәргә бәхетле ҡартай һәм өләсәй булып, уларҙың шатлығына ҡыуанып йәшәй улар.
Рифҡәт Шәүҡәт улы сәкәләр, еләк-емеш, төрлө үҫентеләр үҫтерергә ярата, баҡсаһынан ҡайтып килмәй улар Хәҙисә апай менән! Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, нимәгә тотонһа, шуны ысын итеп яһап ҡуя Рифҡәт ағай.
Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу! 45 йыл токарь станогы артындағы тынғыһыҙ көндәр, эҙләнеүҙәр! Эшендә уны хөрмәт итәләр. Завод етәкселеге тарафынан ул фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн күп тапҡыр Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанған. Бөгөн дә ул егеттәрсә дәрт менән эшкә ихлас йөрөй, йәш коллегаларына белгәнен өйрәтә, кәңәштәрен бирә.
Туғандары өсөн дә улар атай-әсәй урынына ҡалған. Һәр береһенә файҙалы кәңәштәрен биреп, ауыр саҡта таяныс булып ғүмер итә бөгөн хөрмәтле ветерандар. Һәр кемеһенә йылы һүҙе, файҙалы кәңәше, йөрәк һүҙе етә Хәлиловтарҙың. Ҡусты-һеңлеләре, туғандары рәхмәтле уларға. Сөнки һәр кем өсөн ишектәре асыҡ, аш-сәйҙәре тәмле, йөҙҙәре яҡты уларҙың. Шулай шатлыҡ өләшеп, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, туғандарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен күреп ғүмер итегеҙ, хөрмәтле Рифҡәт ағай, Хәҙисә еңгәй!
Гөлмирә Бикбулатова.
Туймазы ҡалаһы.
ФОТО ғаилә архивынан алынды
Читайте нас: