Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Июнь 2020, 22:00

Яҡшы ҡатын - өй ҡото

БӘХЕТЛЕ ҠАТЫН БУЛЫУ СЕРҘӘРЕ, баҡһаң, бик ябай икән:

БӘХЕТЛЕ ҠАТЫН БУЛЫУ СЕРҘӘРЕ, баҡһаң, бик ябай икән:

*Батшабикә булғың килһә, иреңде батша тип хис ит. Уны тыңларға өйрән.

*Ир алдынан йүгереп барма. Ғаилә башлығы итеп күр уны. Мөһим мәсьәләләрҙе ир кеше хәл итһен.

*Иреңде эштән яҡты йөҙ менән таҙа һәм ыҫпай кейемдә ҡаршы ал. Матур ҡатын алдында ирҙәр батырыраҡ, ихтирамлыраҡ, йомартыраҡ булып китә.
*Ғауға ҡуптарыу, сәбәләнеү, үсегеү - йәмһеҙ күренештәр. Ҡатын-ҡыҙ тыныс һәм сабыр булһа, ир ҙә бушҡа янъял ҡуптармаҫ.
*Иреңдән тиҙерәк ҡотолғоң килһә, ашат та диванға һал, тигән әйтем бар. Ирегеҙ яратмаған йә уның организмына ярамаған аҙыҡтар әҙерләмәгеҙ. Һеҙҙең маҡсат - ирҙең ашҡаҙанын нимә менән булһа ла тултырыу түгел. Нәзәкәтле һәм файҙалы блюдолар әҙерләгеҙ.
* Гел генә ирҙән бүләк һәм сюрприз көтөп ятырға кәрәкмәй. Күп ирҙәрҙә ундай ғәҙәт юҡ. Ҡатын-ҡыҙ үҙе өлгө булып торорға тейеш. Яйлап шунан ир ҙә өйрәнәсәк иғтибарлы булырға.
* Ҡатын - ирҙең ғорурлығы. Ирегеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ, бигерәк тә уның дуҫтары алдында.
* Ирҙең тормошон еңеләйтер урынға, ҡатмарлаштырып торған ҡатынға хөрмәт булмаҫ.
* Эштән арып ҡайтҡан иргә ғаилә проблемаларын һөйләү кире һөҙөмтә генә бирәсәк. Уңайлы ваҡытты көтөгөҙ.
* Үҙ ирегеҙҙе кешенеке менән сағыштырмағыҙ. Ул - һеҙ үҙегеҙ һайлап алған тормош юлдашы.
* Ирҙең етешһеҙлектәрен кеше алдында тикшермәгеҙ. Үҙенә генә йомшаҡ итеп еткерегеҙ.
*Кәрәк саҡта дуҫ та, һөйәркә лә, әсәй ҙә булығыҙ ирегеҙгә. Улар йәлләгәнде, маҡтағанды, һөйгәнде, башынан һыйпағанды ярата. Ирегеҙ һеҙгә ҡарата йомшаҡ булһын тиһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә йомшаҡ булығыҙ.
* Өй һәр ваҡыт таҙа, ашарға һәр ваҡыт бешкән, ҡатын һәр ваҡыт бөхтә һәм яғымлы булһа, ир ҙә ҡәнәғәт һәм бәхетле тойор үҙен. Ҡайтырға атлығып торор.
* Иреңдең туғандарын хөрмәт ит. Бер ҡасан да улар тураһында ғәйбәт йә насар һүҙҙәр һөйләмә.
* ОНОТМАҒЫҘ: Яҡшы ҡатын - өй ҡото, ир яҡшыһы - ил ҡото
(Өләсәйҙәр һандығынан).
фото: yandex.ru
Читайте нас: