+15 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2020, 19:00
Юлдар тәртипкә килтерелә
Юл – тормошобоҙ көҙгөһө, тиҙәр. Уларҙың төҙөклөгө төбәктең социаль торошон билдәләй. Был йәһәттән районда байтаҡ эштәр башҡарыла. “
Юл – тормошобоҙ көҙгөһө, тиҙәр. Уларҙың төҙөклөгө төбәктең социаль торошон билдәләй. Был йәһәттән районда байтаҡ эштәр башҡарыла.
“Торлаҡ-коммуналь, төҙөлөш кампанияһы” предприятиеһы эшселәре 28 майҙа Муйнаҡ ауыл биләмәһендә эш башланы. Юл төҙөкләндереүгә хужалыҡтың берәр грейдер һәм экскаваторы, өс КамАЗ машинаһы йәлеп ителгән. Мәзит ауылында – 116, Үрге Муйнаҡ ауылында 540 метр юл ситенә ҡырсынташ түшәп, әле Үрге Муйнаҡтың Мәктәп һәм Урман урамдарына күстеләр.
– Быны тамамлағас, Урта Муйнаҡ ауылына күсәсәкбеҙ. Унда ла 1200 метр арауыҡҡа юл ситтәренә ҡырсынташ түшәләсәк, – ти хужалыҡтың баш инженеры Вадим Ишкилдин. Ул эшселәрҙең барыһын да яҡшы һүҙҙәр менән телгә алды, айырыуса грейдерсы Фәнил Ильясов менән водитель Ситдиҡ Мәсәғүтовты үҙ эштәренең оҫтаһы булараҡ билдәләне.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылы/Атайсал
15 Апрель , 19:15
Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша