Ейәнсура районы үҙенең тәбиғәтенең матурлығы менән дан тота. Хаҡлы рәүештә беҙ тыуған яғыбыҙҙың мөғжизәле тәбиғәт мөйөштәре менән ғорурлана алабыҙ. Районыбыҙҙа тәбиғәт ҡомартҡылары бик күп: Шауҙым, Сыуалташ, Һыусыҡҡан шишмәһе, Ямашлы быуаһы, дөр-дөр сәскәһе һәм башҡалар. Мин һеҙгә нәҡ ошо дөр-дөр сәскәһе тураһында бәйән иткем килә.
Ҡалын урмандар, бейек-бейек тауҙар араһында урынлашҡан Мәзит минең тыуған ауылым Өмбәттән көнсығышҡа табан 9 саҡрым алыҫлыҡта ята. Ул һаҡлаулы зонаға инә. Сөнки ауылдан 15 – 16 саҡрым алыҫлыҡта, тауҙар төпкөлөндә Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән дөр-дөр сәскәһе үҫә. Ул республикабыҙҙың бүтән бер ерендә лә теркәлмәгән. Сәскәнең рәсми атамаһы – пион уклоняющийся йәки Марьин корень. Тәбиғәт ҡомартҡыһы булған дөр-дөр сәскәһе юҡҡа сыҡмаһын һәм тупрағына зыян килмәһен өсөн, был сәскә үҫкән ерҙә мал көтөү, бесән сабыу, ағас ҡырҡыу, дарыу үләндәре йыйыу ҡәтғи тыйыла. Ошо хаҡта иҫкәртеүсе яҙыу ҙа бар. Был тәбиғәт ҡомартҡыһы 2003 йылдың 19 июнендә теркәлә, майҙаны 41,9 гектар.
Дөр-дөр сәскәһе – күп йыллыҡ үҫемлек, оҙонлоғо 100 – 120 сантиметр. Июнь айында ғына сәскә ата, сәскәһе эре ҡыҙыл йәки алһыу төҫтә була, тиҙ һулый. Өҙөргә лә, ҡаҙып алырға ла ярамай, юҡһа бәлә килә, тигән ырым бар. Дөр-дөр сәскәһе декоратив үҫемлек кенә түгел, ә традицион һәм халыҡ медицинаһында ла киң ҡулланылған дарыу үләне. Уны йоҡоһоҙлоҡтан, йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системаһы, тын юлдары ауырыуҙарынан ҡулланалар. Тик сәскәнең көслө ағыу икәнен оноторға ярамай, табип менән кәңәшләшергә кәрәк.
Башҡортостандың башҡа бер ерендә лә үҫмәгән, Тянь-Шань тауҙарында ғына осрай торған күп йыллыҡ сәскә беҙҙең яҡҡа нисек килеп сыҡҡан һуң, тигән һорау тыуҙы миндә. Уға яуап алыр өсөн оло быуын вәкилдәре менән осраштым. Был турала ҡаҙаҡ ҡыҙы яҙмышына бәйле легенда йәшәй. Имеш, борон бер ҡаҙаҡ байының бик һылыу ҡыҙы булған.Үҫеп еткәс, нилектәндер ҡаты ауырып киткән. Төрлөсә дауалап, төрлө ергә йөрөтөп ҡарағандар. Ул ҡыҙға башҡорт еренең генә һауаһы килешкән. Атаһы шуның өсөн йәй һайын ҡыҙын беҙҙең яҡтарға алып килгән. Бында ул шәбәйеп китер булған. Ә атаһы менән алып килеп ултыртҡан сәскә беҙгә иҫтәлеккә тороп ҡалған, имеш. Ошо эҙләнеү эше һөҙөмтәһендә дөр-дөр сәскәһенә бәйле, быға тиклем бер ҙә ишетелмәгән, бер ерҙә лә яҙылмаған тағы ла бер легенда барлығы билдәле булды. Уны Өмбәт ауылынан 63 йәшлек Хәсәнә инәй Сырлыбаева бәйән итте. Ә уға әсәһе, 1928 йылғы Хафиза Мәзитова үҙенең өләсәһенән ишеткәндәрҙе һөйләп ҡалдырған: «Элек Бөйөк Ебәк сауҙа юлы булған. Ҡытайҙан көнбайышҡа табан унар мең саҡрым юл үтеп, сауҙа итер өсөн каруандар менән сауҙагәрҙәр йөрөгән. Был юл беҙҙең яҡтарҙан да үткән. Ошо сауҙагәрҙәр туҡтап ял итеп, йоҡлап китер өсөн хәҙерге дөр-дөр сәскәһе үҫкән ерҙә Аҡ мәсет төҙөгәндәр. Ылауҙарға тейәп, каруандар менән Төркиәнән аҡ кирбес килтергәндәр. Муллаһы ла төрөк кешеһе булған. Хужалыҡтары ҙур, тирмәндәре лә эшләп торған. Сәскәләрҙе лә шулар килтереп ултыртҡан, улар мәсет баҡсаһында үҫкән. Шул ерҙән Мәзит ауылынан Марат Юланов исемле олатай тирмән ташы табып алып ҡайтҡан. Унда әүлиәләр ҡәбере булған. Хәҙер был ерҙәр кәртәләп алынған».
Был легенданың ысынбарлыҡҡа тап килеүе лә ихтимал. Сөнки, Бөйөк Ебәк сауҙа юлы, ысынлап та, Башҡортостан аша үткән.
Хәҙерге ваҡытта сәскә лә, аҡлан да, тау ҙа, йылға ла «Дөр-дөр» тип атала. «Дөр-дөр» һүҙенең башҡорт телендә аңлатмаһын тапманым.
Легендала төрөктәр тураһында һүҙ барғас, төрөк теленең аңлатмалы һүҙлеген ҡараным. Төрөк телендә «дөр», дор – тор, туҡта, тигәнде аңлата икән. Дор– дор, туҡта-туҡта, йәки туҡталҡа мәғәнәһендәлер. Һәм был икенсе легенданың ысынбарлыҡҡа яҡын икәнен дәлилләй. Ҡайҙан килеп сыҡһа ла, беҙгә мираҫ булып ҡалған тәбиғәт мөғжизәһе киләсәктә лә юҡҡа сыҡмай, йәм биреп үҫеп ултырһын.