Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт/Общество
4 Июнь 2020, 19:00

Дөр-дөр сәскәһе

Эҙләнеү эше һөҙөмтәһендә дөр-дөр сәскәһенә бәйле, быға тиклем бер ҙә ишетелмәгән, бер ерҙә лә яҙылмаған та­ғы ла бер легенда барлығы билдәле булды. Уны Өмбәт ауылынан 63 йәшлек Хәсәнә инәй Сырлыбаева бәйән итте. Ә уға әсә­һе, 1928 йыл­ғы Хафиза Мәзитова үҙенең өләсәһенән ишеткәндәрҙе һөйләп ҡал­дыр­ған: «Элек Бөйөк Ебәк сауҙа юлы бул­ған. Ҡытайҙан көнбайышҡа табан унар мең саҡрым юл үтеп, сау­ҙа итер өсөн кар­уандар менән сау­ҙагәр­ҙәр йөрөгән. Был юл беҙ­ҙең яҡтарҙан да үткән. Ошо сау­ҙагәрҙәр туҡтап ял итеп, йоҡлап китер өсөн хә­ҙерге дөр-дөр сәскәһе үҫкән ерҙә Аҡ мәсет тө­ҙөгәндәр...

Ейәнсура районы үҙенең тәбиғәтенең матурлығы менән дан тота. Хаҡлы рәүештә беҙ тыуған яғыбыҙҙың мөғжизәле тәбиғәт мөйөштәре менән ғорурлана алабыҙ. Районыбыҙҙа тәбиғәт ҡомартҡылары бик күп: Шауҙым, Сыуалташ, Һыусыҡҡан шишмәһе, Ямашлы быуаһы, дөр-дөр сәскәһе һәм башҡалар. Мин һеҙгә нәҡ ошо дөр-дөр сәскәһе тураһында бәйән иткем килә.
Ҡалын урмандар, бейек-бейек тауҙар араһында урынлашҡан Мәзит минең тыуған ауылым Өмбәттән көнсығышҡа табан 9 саҡрым алыҫлыҡта ята. Ул һаҡлаулы зонаға инә. Сөнки ауылдан 15 – 16 саҡрым алыҫлыҡта, тауҙар төпкөлөндә Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән дөр-дөр сәскәһе үҫә. Ул республикабыҙҙың бүтән бер ерендә лә теркәлмәгән. Сәскәнең рәсми атамаһы – пион уклоняющийся йәки Марьин корень. Тәбиғәт ҡомарт­ҡыһы булған дөр-дөр сәскәһе юҡҡа сыҡмаһын һәм туп­рағына зыян килмәһен өсөн, был сәскә үҫкән ерҙә мал көтөү, бесән сабыу, ағас ҡырҡыу, дарыу үләндәре йыйыу ҡәт­ғи тыйыла. Ошо хаҡта иҫкәртеүсе яҙыу ҙа бар. Был тәбиғәт ҡомарт­ҡыһы 2003 йылдың 19 июнендә теркәлә, май­ҙаны 41,9 гектар.
Дөр-дөр сәскәһе – күп йыллыҡ үҫемлек, оҙонлоғо 100 – 120 сантиметр. Июнь айында ғына сәскә ата, сәскәһе эре ҡыҙыл йәки алһыу төҫтә була, тиҙ һулый. Өҙөргә лә, ҡаҙып алыр­ға ла ярамай, юҡһа бәлә килә, тигән ырым бар. Дөр-дөр сәскәһе декоратив үҫемлек кенә түгел, ә традицион һәм халыҡ медицинаһында ла киң ҡулланылған дарыу үләне. Уны йоҡоһоҙлоҡ­тан, йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системаһы, тын юлдары ауырыу­ҙарынан ҡулланалар. Тик сәскәнең көслө ағыу икәнен оноторға ярамай, табип менән кә­ңәшләшергә кәрәк.
Башҡортостандың баш­ҡа бер ерендә лә үҫмәгән, Тянь-Шань тауҙарында ғы­на осрай торған күп йыллыҡ сәскә беҙҙең яҡҡа нисек килеп сыҡҡан һуң, тигән һорау тыуҙы миндә. Уға яуап алыр өсөн оло быуын вәкилдәре менән осраштым. Был турала ҡаҙаҡ ҡы­ҙы яҙмышына бәйле леген­да йәшәй. Имеш, борон бер ҡаҙаҡ байының бик һылыу ҡыҙы булған.Үҫеп еткәс, нилектәндер ҡаты ауырып киткән. Төрлөсә дауалап, төрлө ергә йөрөтөп ҡарағандар. Ул ҡыҙға баш­ҡорт еренең генә һауаһы килешкән. Атаһы шуның өсөн йәй һайын ҡыҙын беҙҙең яҡтарға алып килгән. Бында ул шәбәйеп китер булған. Ә атаһы менән алып килеп ултыртҡан сәскә беҙгә иҫтәлеккә тороп ҡалған, имеш. Ошо эҙләнеү эше һөҙөмтәһендә дөр-дөр сәскәһенә бәйле, быға тиклем бер ҙә ишетелмәгән, бер ерҙә лә яҙылмаған та­ғы ла бер легенда барлығы билдәле булды. Уны Өмбәт ауылынан 63 йәшлек Хәсәнә инәй Сырлыбаева бәйән итте. Ә уға әсә­һе, 1928 йыл­ғы Хафиза Мәзитова үҙенең өләсәһенән ишеткәндәрҙе һөйләп ҡал­дыр­ған: «Элек Бөйөк Ебәк сауҙа юлы бул­ған. Ҡытайҙан көнбайышҡа табан унар мең саҡрым юл үтеп, сау­ҙа итер өсөн кар­уандар менән сау­ҙагәр­ҙәр йөрөгән. Был юл беҙ­ҙең яҡтарҙан да үткән. Ошо сау­ҙагәрҙәр туҡтап ял итеп, йоҡлап китер өсөн хә­ҙерге дөр-дөр сәскәһе үҫкән ерҙә Аҡ мәсет тө­ҙөгәндәр. Ылауҙарға тейәп, кар­уандар менән Төркиәнән аҡ кирбес килтергәндәр. Муллаһы ла төрөк кешеһе булған. Хужалыҡтары ҙур, тирмәндәре лә эшләп тор­ған. Сәскәләр­ҙе лә шулар килтереп ултыртҡан, улар мәсет баҡ­саһында үҫкән. Шул ер­ҙән Мәзит ауылынан Марат Юланов исемле олатай тирмән ташы табып алып ҡайтҡан. Унда әүлиәләр ҡәбере бул­ған. Хәҙер был ерҙәр кәртәләп алын­ған».
Был легенданың ысынбарлыҡҡа тап килеүе лә ихтимал. Сөнки, Бөйөк Ебәк сауҙа юлы, ысынлап та, Баш­ҡортостан аша үткән.
Хәҙерге ваҡытта сәскә лә, аҡлан да, тау ҙа, йылға ла «Дөр-дөр» тип атала. «Дөр-дөр» һүҙенең баш­ҡорт телендә аңлатмаһын тапманым.
Легендала төрөктәр тураһында һүҙ барғас, төрөк теленең аңлатмалы һүҙлеген ҡараным. Төрөк телен­дә «дөр», дор – тор, туҡта, тигәнде аңлата икән. Дор– дор, туҡта-туҡта, йәки туҡталҡа мәғәнәһендәлер. Һәм был икенсе легенданың ысынбарлыҡҡа яҡын икәнен дәлилләй. Ҡайҙан килеп сыҡһа ла, беҙгә мираҫ булып ҡалған тәбиғәт мөғжизәһе киләсәктә лә юҡҡа сыҡмай, йәм биреп үҫеп ултырһын.
Фәдис ХӘМИҘУЛЛИН.

Читайте нас: