Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
4 Июнь 2020, 20:00

Милли асылыбыҙ һаҡлаясаҡ беҙҙе

Көн ҡаҙағынаМилли асылыбыҙ һаҡлаясаҡ беҙҙеТыныс ҡына йәшәп ятҡанда донъябыҙға көтөлмәгән бәлә килде. Көтөлмәгән микән?Тормоштоң бөтмәҫ-төкәнмәҫ ығы-зығыһына алданып, мәңгелек ҡиммәттәр тураһында оноттоҡ, ата-әсә, тәбиғәт, милләт алдындағы бурыстарыбыҙҙы һанламай башланыҡ. Шуға ла был коронавирус тигән афәт иң изге төшөнсәгә – ғаилә нигеҙенә һөжүм яһаны. Беҙҙе иң яҡындарыбыҙ менән бергә бикләне ул һәм беҙ ғаилә мөнәсәбәттәренә һынау тоттоҡ. Миҙалдың ике яғы булған кеүек, татыу, берҙәм ғаиләләр үҙ ояларында булған матур мөнәсәбәттәренә тағы бер ҡат ҡыуанып, был донъяла иң мөһиме, иң ғәзизе – ғаилә икәнлегенә тағы бер ҡат инанып, туғанлыҡ ептәрен нығыраҡ төйнәп, тыныс ҡына, яҡты өмөт менән йәшәй бирә. Ә бәғзеләрҙең ғаилә карабына һыу инде.

Көн ҡаҙағына
Милли асылыбыҙ һаҡлаясаҡ беҙҙе
Тыныс ҡына йәшәп ятҡанда донъябыҙға көтөлмәгән бәлә килде. Көтөлмәгән микән?
Тормоштоң бөтмәҫ-төкәнмәҫ ығы-зығыһына алданып, мәңгелек ҡиммәттәр тураһында оноттоҡ, ата-әсә, тәбиғәт, милләт алдындағы бурыстарыбыҙҙы һанламай башланыҡ. Шуға ла был коронавирус тигән афәт иң изге төшөнсәгә – ғаилә нигеҙенә һөжүм яһаны. Беҙҙе иң яҡындарыбыҙ менән бергә бикләне ул һәм беҙ ғаилә мөнәсәбәттәренә һынау тоттоҡ. Миҙалдың ике яғы булған кеүек, татыу, берҙәм ғаиләләр үҙ ояларында булған матур мөнәсәбәттәренә тағы бер ҡат ҡыуанып, был донъяла иң мөһиме, иң ғәзизе – ғаилә икәнлегенә тағы бер ҡат инанып, туғанлыҡ ептәрен нығыраҡ төйнәп, тыныс ҡына, яҡты өмөт менән йәшәй бирә. Ә бәғзеләрҙең ғаилә карабына һыу инде.
Ғаиләнең сәләмәт мөхитен һаҡлап ҡала алғандар үҙ ҡәлғәһендә матур утрау тыуҙырып, йәшәү, уҡыу өсөн шарттар булдырып, дөрөҫ тәрбиә биреүҙе дауам итте. Шомло, билдәһеҙ мәлдә ғаиләлә генә бар ғәрәсәттән ышыҡ табырға була икәнен күрһәтеп, балаларының күңел донъяһын бөтәйтеп, улар ҡорасаҡ ғаиләләрҙе лә хәстәрләп, шытымлы орлоҡ һалды, быуындар бәйләнешен йүнләне.
“Киске Өфө” гәзите мөхәррире, республика Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева “Коронавирус ваҡиғаһынан һуң кешеләр яҡшы яҡҡа үҙгәрерме?” – тигән һорау биргәйне. Мин беҙгә үҙгәрергә кәрәкмәйҙер, тик үҙ асылыбыҙға, тамырҙарыбыҙға ҡайтырға кәрәк, тим. Был бөгөнгө афәт асылыбыҙға ҡайтыр өсөн бер һынауҙыр. Үҙ асылыбыҙ ул – ата-бабаларыбыҙҙың быуындан-быуынға күсеп килгән тәрбиә мәктәбе, тәрбиә ҡанундары, ейгән ризығыбыҙ, туған моң, туған тел. Ҡаныбыҙға һалынған аңыбыҙға ҡайтыу. Ошо урында бер ваҡиғаны яҙып үтәһем килә.
Үткән ҡыш Кумертау ҡалаһында дауаханала ятырға тура килде. Унда ни ваҡыт күп, ишеткән-күргәнеңде барлап, йә фәһем, йә ғибрәт ал. Палатабыҙҙа 3 урыҫ ҡатыны, украинка һәм мин фәҡирегеҙ. Тәүге көндәрҙә тороп йөрөргә бик форсат булмағас, күршеләремдең аһ-зарын тыңлайым. Арабыҙҙа иң йәше булған украин ҡатыны иғтибар үҙәгендә, палаталар буйлап йөрөп килә, яңылыҡтар һөйләй, йә көлдөрә, йә тормош юлын бәйән итә. Украинала тыуған, шунда үҫкән. Әрме хеҙмәтен үтәгән башҡорт егетенә кейәүгә сыҡҡан, шунда төпләнгәндәр. Иренең әсәһе ауырып китеү сәбәпле, Башҡортостанға килергә мәжбүр булған. Ҡыҙы, кейәүе, улы, килене бергә күсеп килгәндәр. Палаталағы оло апайҙар уның матур, етеш тормошо тураһында кинәнеп тыңлайҙар. Ә инде тормош иптәше килгәс, аһ иттеләр. Шулай булмай ни?! Үҙе сибәр, буй-һын бына тигән, ҡатынына иғтибарлы. Бигерәк тә уның саф хохолдарса оһолдап һөйләшеүе һуштарын алды. ”Эйе, ул минән былайыраҡ һөйләшә, һатып ебәрер. Беҙҙең өйҙә украинса ғына һөйләшәбеҙ, кейәүҙәр, килендәр килһә – рус телендә“, тип маҡтанған ҡатын бер көндө «Ә беләһегеҙме, беҙҙең ейән башҡортса һөйләшә, ышанаһығыҙмы, юҡмы – беҙҙә башкиренек бар”, – тип хәбәр һалды. Минең баш осонда ятҡан, көн-төн ыңғырашҡан мәрйә әбей “Нисек?” тип ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҡалды, һикереп тороп ултырҙы хатта (шул арала миңә лә күҙ һалып өлгөрҙө). ”Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнергә тейештәр тигәс, өйҙәгеләргә уҡытыусыһы менән һөйләшәйем микән, беҙ бит башҡортса белмәйбеҙ, йөрөмәҫ дәрескә, тип һөйләнһәм, ейәнем: “Мин башҡорт, мин башҡорт телен уҡыйым“, – ти. Өгөтләп тә ҡараным, өйгә эшеңде нисек эшләйһең, тип тә ҡараным, юҡ. Урамдағы башҡорт балалары менән башҡортса һөйләшә, башҡорт теленән үҙе дәрес ҡарай. Бына шулай, бер башкиренек үҫә беҙҙә. Әле күрерһегеҙ үҙен, бөгөн килә минең янға әсәйҙәре менән”, – тине ҡатын.
Ысынлап та килде ул малай, “һаумыһығыҙ, здравствуйте!” тип килеп инде. Бына бит ул ҡан тиртеүе! Мәрйәм апай Бураҡаева әйткәнсә, ҡанға һалынған аң! Күҙҙәрем менән генә яратып, рәхмәт әйттем ул малайға: ”Һин үҙеңдең ниндәй шәп икәнеңде белмәйһең әле, ҡартайыңда булмаған аҡыл бар һиндә, рух бар!” – тип шыбырланым.
Беҙҙең халыҡ көслө ул, ниндәй генә тетрәнеүҙәр, һынауҙар үтмәгән. Был юлы ла юғалып ҡалмаҫ. Ҡалманы ла. Күптәр асылыбыҙға юлландыҡ. Әсәй, өләсәйҙәр усаҡ тергеҙҙе, ғаилә усағын, ғаилә ҡотон. Милли аштарыбыҙҙы тергеҙеп (лимон, имбирь ары торһон ҡорот, талҡан, буҙа барҙа), боронғо ҡул эштәрен алды ҡулдарына, әкиәт, мөнәжәт һөйләне, китаптар уҡыны, тормоштағы үҙгәрештәрҙе тойомлаған һиҙгер балалар күңелен ҡояш кеүек нурлай алды. Ағинәйҙәр баҫты милләт сәңгелдәге янына (беҙ бит бала ғына түгел, милләт тәрбиәләйбеҙ), милли кейемдәрҙе барлап, төҙәтеп, онлайн режимда оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, мәрхәмәтлек тойғоларын үҫтереп, бушлай битлектәр тегеп халыҡҡа таратты, ауыл аҡһаҡалдары менән бер рәттән ауыл, ил именлеге өсөн доға ҡылды, ҡыла. Бөгөнгө көндә беҙ үҙ өйҙәребеҙгә бикләнгәндә халҡыбыҙҙың төп тәрбиә ҡиммәттәре кәрәк булды: кешелеклелек, итәғәтле, ихтирамлы, иғтибарлы булыу, һыйышып тыныс йәшәү, эш һөйөүсәнлек, күркәм сабырлыҡ. Эйе, был ҡаңғырыш мәлдә юғалып ҡалғандар, телефон аша төрлө яңылыҡтар, имеш-мимештәр тыңлап, ҡуҙғып, бар ҡурҡыуын, борсолоуын яҡындарына төшөрөп, ғаилә ҡотон юғалтҡандар ҙа бар. Ҡалай итәһең, был донъяның ала-ҡолалары һәр заманда булған.
Бер аҡыл эйәһе әйтмешләй, барыһы ла үтә. Был да үтәсәк. Милли асылыбыҙ һаҡлап ҡаласаҡ беҙҙе. Иң мөһиме, үҙ-үҙебеҙҙе һаҡларлыҡ ихтыярыбыҙ, ғорурлығыбыҙ, иманыбыҙ булһын.
Коронавирустан һуң ни булыр беҙҙең менән? Кеше иманына күрә һынала, тиҙәр. Ошо ваҡытта сабыр булып, ошо көндә ил-йорт, ата-әсә, милләт алдындағы бурыстарыбыҙҙы иҫкә алып, тәүбәгә килһәк, Хоҙай ҙурыраҡ юғалтыуҙарҙан һаҡлар.
Нурия Ҡунысбаева.
Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас: