Иғтибар иттегеҙме, хәҙер ҡыйлыҡ янған еҫ сыҡмай ҡалды, элекке һымаҡ сүп-сар өйөлөп ятмағас, уға ут төртөп китеүсе лә юҡ! – Иҫәнғолдоң Таҙлар яғы осонда йәшәүселәр шулай ҡыуана хәҙер.
Эйе, “Эко-Сити” төбәк операторы Иҫәнғол полигонын ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙан арындырғас (әйтеүе генә анһат: йылдар буйына өйөлөп ятҡан 500 тонна самаһы “йөк” өс көн буйына дүрт машина менән Мәләүез районындағы “Нур” ЯСЙ-һы полигонына оҙатылды), тирә-яҡ иркен тын алғандай булды. Артабан был сүп-сар полигонында янғын хәүефһеҙлеге маҡсатында 15 куб һыу һыйҙырышлы емкость урынлаштырыу күҙаллана. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар урынлаштырыу майҙаны металл сетка менән кәртәләп алынасаҡ. Киләсәктә лә йыйылып киткән сүп-сарҙы “Эко-Сити” төбәк операторы графикка ярашлы тейәп алып китәсәк.