Республикала тағы ла 282 социаль объектты интернетҡа тоташтырҙылар. Улар иҫәбендә – 126 мәктәп, 111 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 38 ауыл хакимиәте, ете Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениеһы.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль проекты нигеҙендә башҡарылды.
“Башҡортостанда социаль әһәмиәтле объекттарҙы интернет селтәренә тоташтырыу планға ярашлы бара, эпидемиологик хәл был эшкә төҙәтмә индермәне. Ғәмәлдәге инфраструктура республикалағы төпкөл ауылдарҙа мобиль элемтәне һәм интернетты үҫтереү мөмкинлеген бирер тигән ниәттәбеҙ”, – тине Башҡортостандың һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
("Башҡортостан" гәзитенән).