Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Июнь 2020, 18:00

#аш_һыу

Элек оло малды ҡар яуып, һуғым миҙгеле башланғас һуялар ине. Ә хәҙер иһә йыл әйләнәһенә мал һуйыусылар күп. Әгәр һеҙ ҙә ошо арала йылҡы һуйырға ниәтләһәгеҙ, Юлдаш ауылында йәшәүсе Райхана Шәйәхмәтова тәҡдим иткән "Тултырылған ҡарын" ризығын тәмләргә онотмағыҙ!

"Тултырылған ҡарын" тип аталған, һирәк бешерелә торған ризыҡты әҙерләү өсөн йылҡы малының ҡарынын алабыҙ. Бер яғын тегәбеҙ ҙә, икенсе яғынан тултырабыҙ. Мин эслеккә төрлө: ат, һарыҡ, һыйыр, ҡаҙ ите һалам. Иткә картуф, помидор, һуған, кишер, болгар боросо ҡушып, яратҡан тәмләткестәрҙе өҫтәп, ҡарынды тултырабыҙ ҙа, тегәбеҙ. Кәстрүлгә һыуыҡ һыу ҡойоп, бешерергә ҡуябыҙ, сәғәт ярым һайын әйләндереп торабыҙ. Минең ризығым 5 сәғәт эсендә әҙер булды.
Ашығыҙ тәмле булһын!"
("Юлдаш ауыл мәҙәниәт йорто" төркөмөнән)
Читайте нас: