"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Июнь 2020, 16:00

СИТ ИЛ ГРАЖДАНДАРЫ ИҒТИБАРЫНА!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһе начальнигы, полиция майоры Илнур Хәлитов Рәсәй Федерацияһы Президентының “COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле, сит ил граждандарының хоҡуҡи хәлен көйләү буйынса ваҡытлы саралар тураһында”ғы 274-се Указына (18.04.2020 й) ярашлы мәғлүмәт менән таныштыра.

Сит ил граждандарын Рәсәй Федерацияһы Президентының “COVID-19 яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле, сит ил граждандарының хоҡуҡи хәлен көйләү буйынса ваҡытлы саралар тураһында”ғы 274-се Указына (18.04.2020 й) ярашлы мәғлүмәт менән таныштырабыҙ.
Указ Рәсәй Федерацияһына килгән барлыҡ сит ил граждандарына, шул иҫәптән визалы һәм визаһыҙ килеүселәргә ҡағыла. Уға ярашлы, илдә булыу йәки йәшәү мөҙҙәте 2020 йылдың 15 мартынан 15 июнгә тиклем тамамланған сит ил граждандарына был талап 90 көнлөк осор туҡтатылып тора. Был 90 көн эсендә сит ил граждандарынан йәки ҡабул итеүсе яҡтан ваҡытласы булыу, килеү урыны буйынса иҫәпкә тороу һәм даими йәшәү мөҙҙәтен оҙайтыу талап ителмәй. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһынан ирекле сығыу мөҙҙәте лә туҡтатылып торҙо.
Рәсәй Федерацияһында булып, эшкә рөхсәте йәки патенты булмаған сит ил граждандары 2020 йылдың 15 мартынан 15 июненә тиклем эшкә рөхсәтһеҙ, патентһыҙ эшләй ала. Был осраҡта уларға административ яуаплылыҡ ҡаралмай.
Шул уҡ ваҡытта иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһе сит ил граждандарына дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙе тулы күләмдә һәм штаттағы режимда башҡара.
Илнур Хәлитов, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһе начальнигы, полиция майоры.
Читайте нас: