Дуҫтар! Матбуғат баҫмаларына яҙылманығыҙмы әле? Улайһа иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, тик 10 июнгә тиклем генә 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға, шул иҫәптән “Ейәнсура таңдары”на ташлама менән яҙыла алаһығыҙ. Әгәр почтаға бармай, http://rbsmi.ru сайтында яҙылһағыҙ(был осраҡта ла гәзит почта аша киләсәк), махсус купонды тултырғанда ДЕКАДА2-2020 промо-кодын яҙырға онотмағыҙ.
Тағы ла һөйөнөслө бер яңылыҡ: баҫмабыҙға 6 айға яҙылғандар араһында “Республика Башҡортостан” нәшриәт йорто тарафынан тәҡдим ителгән бүләктәр уйнатыласаҡ! Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн квитанция күсермәһен редакцияға ебәрергә кәрәк. Адресыбыҙ: Иҫәнғол ауылы, Совет урамы, 9; zori32@yandex.ru. “Бәйләнештә”, “Одноклассники” сайттарындағы “Ейәнсура таңдары” гәзите” тип исемләнгән рәсми төркөмөбөҙгә лә ебәрергә мөмкин.
Яҙылығыҙ! Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашығыҙ! Бәлки, бүләк тап һеҙҙе көтәлер?!