Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
8 Июнь 2020, 00:00

Көҙгө планета (фантастика)

Бөгөн һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителеүсе әҫәрҙең авторы Лилиә Мирза (Мусина Лилиә Мирза ҡыҙы) ҡыҙы Өфөлә үҫә. Тыуған яғы Ейәнсура районы. Атаһының тыуған ауылы Элмәле, әсәһенең - Ибрай. Беренсе синыфҡа Байыш мәктәбенә бара. Икенсе синыфтан һуң ғаиләһе менән Өфөгә күсеп китәләр. 20-се мәктәптә уҡый, артабан БДУ-ға уҡырға инә. Башҡорт, рус телдәре бүлеген тамамлай. Ғүмер буйы рус мәктәбендә башҡорт теленән уҡыта. Традицион педагогиканың ысулы булған йәнһеҙ күнегеүҙәр менән дәрестәрҙе тултырыу башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләмәүен беренсе йылдарҙа уҡ аңлап, коммуникатив методикаға таянып эшләй. Тәжрибәһен туплап, әкиәттәр аша уҡырға өйрәткән әлифба яҙа. Был әсбап "Хәрефтәр донъяһында" исеме аҫтында 2009 йылда баҫылып сыға. Дәрестәрҙә халыҡ легендаларын, әкиәттәрен йыш ҡулланыуы үҙендә лә әкиәт яҙыу һәләтен аса. Уҡытыусылар дәрестә ҡуллана алырлыҡ ҡыҫҡа әкиәттәр 2014 йылда "Кәкүк менән ҡояш", 2017 йылда "Ҡояш ғәскәре" исемле китап булып донъя күрә.

Бөгөн һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителеүсе әҫәрҙең авторы Лилиә Мирза (Мусина Лилиә Мирза ҡыҙы) ҡыҙы Өфөлә үҫә. Тыуған яғы Ейәнсура районы. Атаһының тыуған ауылы Элмәле, әсәһенең - Ибрай. Беренсе синыфҡа Байыш мәктәбенә бара. Икенсе синыфтан һуң ғаиләһе менән Өфөгә күсеп китәләр. 20-се мәктәптә уҡый, артабан БДУ-ға уҡырға инә. Башҡорт, рус телдәре бүлеген тамамлай. Ғүмер буйы рус мәктәбендә башҡорт теленән уҡыта. Традицион педагогиканың ысулы булған йәнһеҙ күнегеүҙәр менән дәрестәрҙе тултырыу башҡорт теленә
һөйөү тәрбиәләмәүен беренсе йылдарҙа уҡ аңлап, коммуникатив методикаға таянып эшләй. Тәжрибәһен туплап, әкиәттәр аша уҡырға өйрәткән әлифба яҙа. Был әсбап "Хәрефтәр донъяһында" исеме аҫтында 2009 йылда баҫылып сыға. Дәрестәрҙә халыҡ легендаларын, әкиәттәрен йыш ҡулланыуы үҙендә лә әкиәт яҙыу һәләтен аса. Уҡытыусылар дәрестә ҡуллана алырлыҡ ҡыҫҡа әкиәттәр 2014 йылда "Кәкүк менән ҡояш", 2017 йылда "Ҡояш ғәскәре" исемле китап булып донъя күрә.
Приборҙар йондоҙ карабының планетаға яҡынлашыуын күр­һәтте. Сәйер планета ине ул. Тәүлектә нисәлер сәғәткә юҡҡа сығып ала. Урынында бушлыҡ һымаҡ, ә приборҙар унда кешеләргә йәшәү мөмкинлеген күрһәтә. Осор өсөн ракета ла төҙөлдө, ә ғалимдар һаман бәхәсләшә. Был бәхәс тағы нисә йыл барыр ине икән, тик дәүләттәр бит бер-береһенән уҙҙырырға тырыша. Башҡа илдәр карап төҙөй башлауын ишетеү менән, беҙҙең хөкүмәт йондоҙ карабын юлға (йыһанға була инде) сығарырға ҡушты. Йәнәһе, “Впереди планеты всей!”

Һәм башланды!.. Яңы планетаға осоу өсөн ракета әҙерләнгәне ишетелеү менән проектты һатып алырға теләүселәр табылды. Бындай аҡса, аңлашылып тора, илде Елле етәксе етәкләгән саҡта халыҡ мөлкәтен прихватизировать итеп ҡалған кешеләрҙә генә бар. Гәзиттәргә әмер бирелде, улар инде, нисә йыл үҙ илендә бер ниндәй программаһыҙ идара иткән хөкүмәт сит планетаны үҙләштерә алырмы, тигән бәхәс башлап ебәрҙе. Йәнәһе, үҙҙәрен хужа булып күрһәткән фир­маларға был эште тапшырырға кәрәк. Ә улар халыҡ иҫәбенә төҙөлгән ракетала осоу һәм сит планетаны үҙләштереү яуаплылығын үҙ иңдәренә алырға әҙер. Халыҡҡа ҡайтҡан был аҡса илебеҙҙең берәй тишек-тошоғон ямарға ярар һәм дә хужа булырға өйрәнгән был фирмалар ошо планетала тәүҙән үк тәртип урынлаштырып, кешеләргә көнкүреш шарттары булдырыр.

Һөҙөмтәлә илебеҙҙә йәшәмәһә лә, беҙҙең илдә эшләп йөрөгән губернаторҙарҙың береһе проектты һатып алды. Һалым түләүселәрҙең аҡсаһына алып барылған тикшеренеүҙәргә, ракета төҙөүгә тотонолған миллиардтар ха­лыҡҡа ҡайтарылды. Вәт!!!

Нисә бөртөк кешенән торғандыр ул халыҡ, ләкин илебеҙҙең мөлкәте сит илдә бер нисә резиденцияға һәм заграничный счеттарға артты. Беҙҙең кос­монавтарҙы яһаған инструменттарҙың сифатын белдеме икән был әфәнде, ләкин ул космонавтарҙы сит илдән һатып алырға булды тәүҙә. Тик уның ком­панияһының менеджерҙары был эштән ситтә ҡалырға теләмәне. Бер ерҙән икенсе ергә осоуҙың рәсәйҙәргә бер ҡыйынлығы ла юҡ, ә бына планетаға хужа булыу, унда тәртип урынлаштырыу космонавтар ҡулынан килмәйәсәк, беҙҙе – менеджер­ҙарҙы – ебәрегеҙ, тип давайлаша башланылар.

Башҡаларға ҡарағанда күберәк һата белгән хеҙмәткәрҙәр фирма етәкселеген, ғалимдарҙы, чиновниктарҙы түңәрәк өҫтәл янына саҡырҙы. Осоу ауыр бул­ғанда хәлде еңеләйтә торған Рәсәй ысулдары барлығын иҫтәренә төшөрҙөләр. Төшөрөп кенә ҡалманылар, ҡойоп та бирҙеләр. Түңәрәк өҫтәл ни формала барғандыр, әммә унда ҡатнашыусылар кәңәшмәнән ныҡ күтәренке кәйефтә сыҡты. Дөрөҫөрәге, менеджерҙары сыҡты. Үҙ аяҡтары менән. Ә етәкселәрҙе, ғалимдарҙы, чиновниктарҙы секьюри­тиҙар күтәреп алып сыҡты. Тегеләрҙең түңәрәк өҫтәлдең барышынан, һөҙөмтә­ләренән ҡәнәғәт булыуҙарын ҡайһы берҙәренең йырлап, ҡайһыларының секьюритиҙар ҡулында һауала аяҡтары менән бейеп барғанынан аңлап була ине.

Секьюрити – ул ир-секретарь тигән һүҙ. Секретарҙар – ҡатын-ҡыҙ затынан, өҫтәл янында ултырып йә өҫтәл өҫтөнә ятып эшләй. Ә секьюрити ул ир-затынан була, хужаһы эргәһендә йөрөү – уның эше, ул бик ултырмай, ҡурҡыныс килгәндә ергә ята.

Сит планетаға илселәр осороуҙың шау-шыуы ярты йылға етте. Уларҙы ебәргән компания телевидение ярҙамында һәр көн ниндәйҙер шоу ойошторҙо. Осоусылар менән интервьюлар, тормоштарынан төрлө ваҡиғалар һөйләтте, күрһәтте. (Быларҙың алдан төшөрөлөүен, аңла­шылып тора, кешелеккә белергә кәрәкмәй ине, сөнки беренсе айҙарҙа осоусылар тик ятыуҙан уҙа алмай ине.) Был саралар реклама менән аралаштырылды. Компанияның рейтингы, абруйы, ә иң мөһиме, байлығы бермә-бер артты. Был сараның күпме килем килтергәнен иҫәпләгәндән һуң, компания етәкселеге бик ҡәнәғәт ҡалды һәм ялға китте. Осоу­сылар онотолдо.

Илселәрҙең әхлаҡи йөҙҙәре, ҡыла­ныштары, тәртиптәре өсөн йөрәктәре әрнегән буш кеҫәле ғалимдарҙың сәғәте һуҡты. Улар ең һыҙғанып эшкә тотондо. Тегеләрҙең тик ятыуынан файҙаланып, тәүҙә уларға тәрбиә дәрестәре ойош­торҙолар. Патриотизм дәрестәре физик күнекмәләр менән аралаштырып барылды. Осоусылар физик яҡтан нығынып, эшләрлек хәлгә килде. Һуңыраҡ был дәрестәргә баҡсасылыҡ, ботаника, геология фәне мәғлүмәттәре, дини белем, этика дәрестәре өҫтәлде. Менеджерҙар өсөн ете ятып бер тапҡыр ҙа төштәренә инмәгән яңылыҡ асылды: был планетала магазиндар булмауы мөмкин икән. Ә беренсе булып унда килеүселәргә геолог, ботаник, баҡсасы, төҙөүсе булырға кәрәк. Совет заманынан ҡалған ғалимдары­быҙға дан: сит ил тауарҙарын маҡтап өйрәнгән менеджерҙарҙы өс-дүрт ай эсендә илебеҙҙең патриоттарына әйлән­дереп ҡуйҙылар. Хатта һөйләгән һүҙҙәре, башҡарған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойғоһо ла тәрбиәләй алдылар. Тест һөҙөмтәләре буйынса ҡарап, командиры итеп Ҡаһарманды билдәләнеләр.

Бөтөн ҡағиҙәләрҙе үҙҙәренсә үҙгәрткән менеджерҙар ни сәбәптәндер ғалимдар­ҙың бер талаптарын бер һүҙһеҙ үтәгәйне: сәйәхәткә үҙҙәре менән яратып йөрөгән ҡыҙҙарын алғайны. Һәм бына әле ошо дүртәү: Ҡаһарман, Ирек, Күксин, Һандуғас экранға төбәлеп баҫҡан. Улар йүнәлгән планета монарланып зәңгәр төҫкә инә башланы ла яйлап юҡҡа сыҡты. Көтөлмәгән хәл түгел ине ул. Приборҙар уның юҡҡа сығыу сәғәте еткәнен күрһәтә. Тик ни ғиллә? Ҡаршыға шундай уҡ йондоҙ карабы осоп килгәне күренде. Ә приборҙар уны ни өсөндөр күрмәй. Ярай әле “Ер” ракетаһы, юлын үҙгәртеп, планетаны әйләнеп оса башланы. Программа шулай ҡуша: төшөп ултырыр алдынан приборҙар бөтә планетаны ҡапшап сығырға тейеш. Ҡаршыға килгән карап, юлын үҙгәртеп, йәнәш осоп килә башланы. Командаға йоҡларға ҡушылды. Карапты приборҙар ултыртасаҡ.

Уяныуҙарына ракета планета өҫтөндә ултыра ине инде. Бушлыҡ. Бер ни күренмәй, бер нәмә лә үҫмәй. Сит ракета ла юҡҡа сыҡҡан. Приборҙар һауаның ерҙеке менән бер булыуын күрһәтә. Ишектәр асылды. Космонавтар тышҡа сыҡты. Хәүеф булмаһа ла, тышта ике сәғәттән артыҡ ҡалырға ярамай. Йәштәр алыҫ китмәй, ракета тирәләй йөрөп сыҡты.
– Береһе лә ҡаршы алмай, ҡалай күңелһеҙ, – тине Күксин.

Һандуғас йүгереп карапҡа инеп китте. Ҡулына батмус тотоп сыҡты. Унда – шампан, дүрт алма, шоколад.

– Планета беҙҙең йолаларҙы белмәй, күрһәтәйек, иртәгә ул беҙҙе бына ошолай хөрмәтләп ҡаршы аласаҡ, – тине ул һәм батмусты иллюминаторҙан күренеп торорлоҡ итеп ергә ҡуйҙы.

Был уй бөтәһенә лә оҡшаны. Егеттәр тиҙ генә карап эсенән үҫеп ултырған гөлдәрҙең береһен – ҡайынды – сығарып батмус эргәһенә ултырттылар. Ерҙә бит ағас аҫтына ултырып, байрам ойошторалар. Ә ниңә бында ла күңел асып алмаҫҡа? Имен-аман килеп еттеләр бит. Байрам приборҙар ҡушыуы буйынса түгел, ҡағиҙә буйынса (йәшәгән ил ҡағиҙәһе, хәҙер инде халыҡ йолаһы буйынса тиһәң дә була) булырға тейеш.

Ракета эсенә ингәс, иллюминаторҙан күҙ һалғайнылар, күңелле булып китте. Әйтерһең, кемдер ағас төбөнә һый ҡуйып, уларҙы көтә.

Иртән торһалар, өс көн тышҡа сығырға рөхсәт юҡ. Приборҙар анализдарын тикшерергә тейеш, бындағы һауаның зыяны юҡмы? Организмдарында берәй үҙгәреш башланмағанмы?

Ҡыйын булып китте, байрам көт­кәйнеләр бит. Ымһынып тышҡа күҙ ташланылар. Ни ғиллә? Тышта бер аҙ алыҫлыҡта икенсе ағас, төбөндә шундай уҡ батмус тора. Тегеләй ҙә ҡаранылар, былай ҙа: яңылыш күренәме әллә, йәнәһе. Береһенең иҫенә төшөп, при­борҙарҙан ҡараны. Юҡ, ысынлап та, ике ағас, ике батмус. Етмәһә, ағастар йылдам үҫә башлаған, хатта һауыттары ярылып сыҡҡан. Дәррәү “урра” яңғыраны. Кемдер, ысынлап та, уларҙы көтә. Ергә хәбәр иттеләр, ундағы күҙәтеүселәр бер нимә лә әйтә алманы. Планета юҡҡа сыҡҡан саҡта карап приборҙарының сигналдары килмәгән, ә улар эшләп киткән саҡта күстәнәстәр артып торған. Ер ҡушҡан эштәр бөткәс, үҙҙәре лә видеотаҫмаларын ҡарап сыҡты, кем күстәнәс ҡуйғанын беләһе килә бит. Приборҙар планетаның йылтыр осҡонмо, томанмы менән ҡапланғанын күрһәтте. Йылтыр томан таралғанда күстәнәс тә барлыҡҡа килгән.

Бына тағы йылтыр томан таралып, планетаны ҡапланы. Тулҡынланған йәштәр йоҡлап китте. Уянғас та, тышҡа күҙ һалдылар, ә унда… Дүрт ағас, дүрт батмус! Икенсе көн тышта һигеҙ батмус торғаны күренгәс, Күксин:
– Көҙгө! Көҙгө!!! Был планета бит көҙгө!!! – тип ҡысҡырып ебәрҙе. – Күрерһегеҙ, иртәгә ун алты поднос буласаҡ.
– Эйе шул, – тине Ирек, – беҙгә ҡаршы осҡан йондоҙ карабының юҡҡа сығыуын нисек аңлатаһың? Тимәк, ул беҙҙең күләгәбеҙ генә булған.

– Планетаның ваҡыт-ваҡыт юҡҡа сыҡҡан һымаҡ күренмәүе һуң, – тине уйсан ғына Ҡаһарман. – Көҙгөгә әйләнеп, тирә-яҡты сағылдырған сағында, тимәк, ул бушлыҡ һымаҡ тойола. Тирә-яғында бит буш йыһан. Көҙгөгә уны, тимәк, йылтыр томан әйләндерә.

Түҙемһеҙлек менән планетаны тағы йылтырауыҡ осҡондар ҡаплауын көттөләр. Томан таралды. Тышта ун алты ағас, ун алты батмус!!! Сығырға рөхсәт булғас та, тышҡа атылдылар. Гөлдәр урынына уларҙы шаулап үҫкән ҡайынлыҡ ҡаршы алды. Был плане­таның үҫеү темпы шәберәк икән, ағастар дүрт көн эсендә ярайһы ғына күтәрелгән. Ә, бәлки, үҫкәненә өҫтәп, буйы көҙгө томан аҫтында ҡабатланып та алалыр.

– Ялға ике сәғәт бирелә. Шунан һуң эшкә тотонабыҙ, – тине Ҡаһарман.
Йәштәр беренсе ҡайын төбөнә йә­тешләп ултырып алдылар ҙа һыйға үрелделәр. Беренсе тостар имен-аман килгән өсөн күтәрелде, икенсеһе планета өсөн, өсөнсөһө үҙҙәре өсөн, ҡыйыу­лыҡтары, тәүәккәллектәре өсөн... Бер аҙ ҡыҙып алғас, алмаларын кимерә-кимерә, был планетаның йәшәү өсөн ни тиклем уңайлы буласағын күҙалла­нылар. Йәнең ни теләй, планета шуны ҡабатлап торасаҡ… йылтыр томан аҫтына сығарып ҡына ултыртырға кәрәк. Ниндәй хөрриәт!!! Йәшәү еңел булһа, кешеләр араһында дошманлыҡ түгел, асыуланышыу ҙа, бер-береңә көнләшеү ҙә булмаясаҡ. Ә нимәнән көнләшергә?

Кемгә нимә кәрәк – йылтыр томан бөтәһен ҡабатлаясаҡ. Бер тапҡыр шешлек бешереп ал да, томан аҫтына сығарып ҡуй, бына һиңә көн һайын иртән һый. Тик яртыһын ҡалдырырға онотма. Кемуҙарҙан яратҡан ризыҡтарын иҫтәренә төшөрөп, меню ла һайлай башлағайнылар инде, тик һүҙҙе командирҙары бүлде.

– Йә, ярай ҡуҙғалдыҡ, – тине Ҡаһарман, ултырған еренән тороп. – Эш башларға ваҡыт.

– Ә беҙ эшләп ултырмайбыҙмы ни? – тип һораны Ирек. – Әле беҙ ни эшләргә тейешбеҙ?

– Планетаны өйрәнергә.

– Бында көҙгө ҡанундары, беҙ уны баш менән өйрәнергә тейеш түгелме ни? – тине Ирек. – Һин хәҙер ҡайҙалыр китеп, нимәлер ҡарап, фотоға төшөрөргә, нимәнеңдер үрнәктәрен алырға уйлай­һың, шулай бит? Шуны эш тиһең! Ундай эш ерҙә кәрәк ине. Был планетала икенсе ҡанундар! Ер ҡанундары буйынса беҙ әле эшләмәй, күңел асабыҙ булып сыға. Ә бында бит Ер ҡанундары түгел! Яңылышаһың, брат! Әле беҙ бына именно эшләп ултырабыҙ! Беҙ был планетаны башыбыҙ менән өйрәнәбеҙ! Уны ана шулай өйрәнергә кәрәк! Ултыр! Әңгәмәне дауам итәбеҙ!

Ҡаһарман аптырап ҡалды. Башҡа­ларға ҡараны. Йәштәрҙең бер ҙә ҡуҙ­ғалғыһы килмәгәне күренеп тора.

– Ирек дөрөҫ әйтәлер ул, – тине Һандуғас. – Беҙ иң тәүҙә планетаны баш менән аңларға тейешбеҙҙер.

– Ярай, тик башҡа шампан эсмәйбеҙ. Ултырайыҡ, кем нимә уйлай, ҡурҡ­майынса әйтһен. Фекер алышайыҡ.

– Мейе эшләһен өсөн татлы кәрәк. Әйҙә, арыраҡ күсәйек, яҡын-тирәлә алма, шоколад бөттө бит. – Ирек артынан бөтәһе лә йәһәт ҡуҙғалды.

– Ярай, тик эсмәйбеҙ, – тине Ҡаһарман, ергә аяҡтарын бөкләп ултырып.

– “Эсмәйбеҙ ҙә, эсмәйбеҙ”, – тип йәне көйөп үсекләне Ирек Ҡаһарманды. – Шампан эске буламы? Ҡыйыулыҡ өсөн кәрәк ул! Бәлки, берәйһе фекерен әйтергә уңайһыҙланып ултыралыр. Был бер. Ә икенсенән, нисә ай остоҡ карап эсендә, бынау иркенлектә бер көн генә ял итһәк, нимә булыр? Бер көн генә, тик бер көн!

(Дауамы бар).
ЛИЛИӘ МИРЗА.
Читайте нас: