Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Июнь 2020, 12:55

"Иң яҡшы эксперттарҙан өйрәнергә тейешбеҙ"

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Вирус вирус менән, ә беҙ киләсәккә ныҡлы ҡараш ташлайбыҙ, ҡала, ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндерәбеҙ, заманса парктар төҙөйбөҙ... һәм донъя, Рәсәй эксперттарынан, белгестәренән өр-яңы һәм алдынғы бөтә нәмәне үҙләштерергә тырышабыҙ... 2020 йылдың 30 июнендә Өфөгә “Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара заманса урбанистика форумына рәхим итегеҙ!” – тип яҙғайны

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: “Вирус вирус менән, ә беҙ киләсәккә ныҡлы ҡараш ташлайбыҙ, ҡала, ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндерәбеҙ, заманса парктар төҙөйбөҙ... һәм донъя, Рәсәй эксперттарынан, белгестәренән өр-яңы һәм алдынғы бөтә нәмәне үҙләштерергә тырышабыҙ... 2020 йылдың 30 июнендә Өфөгә “Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара заманса урбанистика форумына рәхим итегеҙ!” – тип яҙғайны.
Бөгөн ул Республика йортонда ошо ҙур сараға әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Республикалағы биләмәләрҙә заманса ҡала мөхитен үҫтереү форумдың төп темаһы буласаҡ. Унда архитектура, социология, дизайн өлкәһендә халыҡ-ара кимәлдә танылған белгестәрҙең, шулай уҡ йәш архитекторҙарҙың, урбанистарҙың, социологтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.
– Әле аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн бик ҡулай мәл, – тине Радий Хәбиров. – Эйе, коронавирусты берәү ҙә юҡҡа сығарманы, тик киләсәк, ҡала, ауылдарыбыҙ тураһында ла уйларға кәрәк. Быға беҙ иң яҡшы эксперттарҙан өйрәнергә тейешбеҙ.
– Киләсәк хаҡында һөйләшеү, пандемиянан һуң йәмғиәт үҫеше тураһында фекер алышыу мөһим, – тине форумдың рәйестәше булған М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультетындағы Мәҙәниәт, ҡала үҫеше һәм креатив индустриялар иҡтисадын тикшереү үҙәге етәксеһе Сергей Капков.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: