"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Июнь 2020, 13:15

ТЕРАКТ БАШЛАНА ҠАЛҺА...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, террор актына алдан әҙерләнеү мөмкин түгел, шулай ҙа һәр ваҡыт уяу булыу мөһим. Ошо көндәрҙә илебеҙҙе ике мөһим ваҡиға көтә: улар - Бөйөк Еңеү парады һәм Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө. Ҡырҡыныс хәлгә тарымаҫ өсөн әҙер булырға, террор акттары башланған хәлдә үҙеңде нисек тота белеү бик мөһим.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, террор актына алдан әҙерләнеү мөмкин түгел, шулай ҙа һәр ваҡыт уяу булыу мөһим. Ошо көндәрҙә илебеҙҙе ике мөһим ваҡиға көтә: улар - Бөйөк Еңеү парады һәм Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө. Ҡырҡыныс хәлгә тарымаҫ өсөн әҙер булырға, террор акттары башланған хәлдә үҙеңде нисек тота белеү бик мөһим.
Бына һеҙҙең иғтибарға ҡайһы бер дөйөм кәңәштәр:
- шикле кешеләр, предметтар күрһәгеҙ, шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ;
- бер ҡасан да таныш булмаған кешеләрҙән пакет һәм сумкалар алмағыҙ, үҙегеҙҙең әйберҙәрегеҙҙе лә ҡалдырып китмәгеҙ;
- һәр ғаилә үҙе өсөн ғәҙәттән тыш хәлдә эш итеү планын булдырырға тейеш, һәр кемдә телефон номерҙары булһын, бер-бер хәл булһа, осрашыу урынын алдан билдәләп ҡуйығыҙ;
- бинанан сығыуҙың запас ишектәрен белеп ҡуйығыҙ;
- шартлау, янғын, ер тетрәү булһа, лифт менән файҙаланмағыҙ;
- нимә булһа ла, ығы-зығыға бирелмәҫкә тырышығыҙ.
Күп кеше араһында үҙеңде нисек тоторға?
Террорсылар һәр ваҡыт атака өсөн кеше күп булған урындарҙы һайлай. Шартлауҙан тыш, кешеләр бер-береһен тапап та үлтерә. Шуға түбәндәге ҡағиҙәләрҙе хәтерҙә тотоғоҙ:
- кеше күп булған ергә бармағыҙ;
- барған ваҡиғаны ныҡ итеп ҡарарға теләһәгеҙ ҙә, күп кеше булған ергә ҡушылмағыҙ;
- күп кеше араһында ҡалһағыҙ, тулҡын һеҙҙе үҙе “алып барһын”, тик мөмкинлек булыу менән ситкә сығырға тырышығыҙ;
- тәрән итеп тын алығыҙ һәм терһәктә бөкләнгән ҡулығыҙҙы ситкә тарбайтығыҙ, күкрәгегеҙ ҡыҫылмаһын өсөн кәрәк был;
– оҙон һәм һимеҙ кешеләрҙән ситкә китергә тырышығыҙ, ҙур сумкалары һәм башҡа ҙур әйберҙәр тотҡандар янына ла бармағыҙ;
- нисек булһа ла, аяҡтан йығылмаҫҡа тырышығыҙ;
- ҡулығыҙҙы кеҫәлә тотмағыҙ;
- хәрәкәт иткәндә аяғығыҙҙы юғары күтәрегеҙ, ергә ныҡлы баҫығыҙ, аяҡ осона баҫмағыҙ;
- ныҡ ҡыҫа башлаһалар, шунда уҡ ҡулығыҙҙағы әйберҙәрҙе ташлағыҙ, шулай уҡ оҙон баулы сумка һәм шарфтарҙы ла ташларға кәрәк;
- ҡулығыҙҙан берәй нимә төшөп китһә, алам тип эйелмәгеҙ;
- йығылһағыҙ, шунда уҡ торорға тырышығыҙ. Тик ҡулығыҙ менән ергә тотонмағыҙ, уны йә тапаясаҡтар, йә һындырасаҡтар. Аяҡ осона булһа ла баҫығыҙ һәм ҡапыл өҫкә һикерегеҙ;
- тора алмаһағыҙ, йоморланып ятығыҙ, башығыҙҙы һәм елкәгеҙҙе һаҡларға тырышығыҙ.
Әгәр һеҙҙе террорсылар ҡулға алһа:
- төп ҡағиҙә – улар ҡорал ҡулланмаһын һәм кешеләрҙе үлтермәһен өсөн бер ниндәй аҙым да яһамағыҙ;
– мыҫҡыл итһәләр, кәмһетһәләр – түҙегеҙ. Күҙҙәренә ҡарамағыҙ, шым ғына ултырығыҙ;
- талаптарын үтәгеҙ, ҡаршылашһағыҙ, һеҙҙе йәки янығыҙҙағы кешеләрҙе үлтереүҙәре бар. Ығы-зығыға бирелмәҫкә тырышығыҙ;
- нимә эшләргә уйлаһағыҙ ҙа (ултырырға, торорға, эсергә, туалетҡа барырға) рөхсәт һорағыҙ;
- йәрәхәтләнһәгеҙ, ҡыбырламаҫҡа тырышығыҙ, улай итеп ҡан юғалтыуҙы кәметергә була.
Һеҙҙең маҡсат – тере ҡалыу. Иғтибарлы булығыҙ, уларҙың билдәләрен иҫтә ҡалдырырға тырышығыҙ. Һеҙҙе эҙләйҙәр һәм ҡотҡарырға тырышалар. Махсус хеҙмәттәр ҡотҡарыу операцияһы алып бара башлаһа:
- битегеҙ менән иҙәнгә ҡарап ятығыҙ, ҡулығыҙ менән башығыҙҙы ҡаплағыҙ һәм хәрәкәтләнмәгеҙ;
- махсус хеҙмәттәр ҡаршыһына табан йүгермәгеҙ йәки уларҙан ҡасмағыҙ, һеҙҙе енәйәтсе тип күреүҙәре бар;
- мөмкинлек булһа, ишек төбө, тәҙрә буйҙарынан алыҫ булырға тырышығыҙ.
Урамда үҙеңде нисек тоторға?
- үҙегеҙ янындағы хәлде һәр ваҡыт контролдә тотоғоҙ. Айырыуса транспортта, мәҙәни-күңел асыу, спорт сараларында, сауҙа үҙәктәрендә булған саҡта;
- онотоп ҡалған әйберҙәр күрһәгеҙ, тотмағыҙ, шунда уҡ водителгә, объект һаҡсыларына йәки полицияға хәбәр итегеҙ. Эсендә нимә бар икәнлеген ҡарамағыҙ;
- нисек кенә ҡыҙыҡ булып тойолмаһын, хужаһыҙ әйберҙәрҙе алмағыҙ. Кеҫә телефоны, һауыт, ҡап – уларҙың эсендә шартлатҡыс йәшерелеүе ихтимал. Ерҙә ятҡан әйберҙәргә типмәгеҙ;
- ҡапыл махсус хеҙмәттәр эшләй башлай икән, ҡыҙыҡһыныу белдермәгеҙ, шунда уҡ икенсе яҡҡа китегеҙ. Тик йүгермәгеҙ, һеҙҙе дошман тип күреүҙәре бар;
- шартлау йәки атыш башланһа, шунда уҡ ергә йығылығыҙ, машина, бордюр, бина – нимә күрәһегеҙ, шуға ышыҡланырға тырышығыҙ. Ҡулығыҙ менән башығыҙҙы ҡаплағыҙ;
- яңылыш ҡына әҙерләнгән террор акты тураһында ишетеп ҡалһағыҙ, шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ.
Ғәҙәттән тыш хәлгә ҡалһағыҙ, түбәндәге телефондарға шылтыратырға кәрәк.
Телефон операторры хеҙмәте
МТС
Билайн
Мегафон
Сотел
Янғын һүндереүселәрҙең һәм ҡотҡарыусыларҙың берҙәм телефоны
010
010
010
010
Ҡотҡарыуҙың берҙәм телефоны
112
112
112
112
Полиция
020/128
020/128
020/128
020/128
Ашығыс ярҙам
030
030
030
030
Авариялы газ хеҙмәте
040
040
040
040
Ашығыс хеҙмәттәр телефондары:
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте
01
Янғын хеҙмәте
01
Полиция
02
Ашығыс медицина ярҙамы
03
Газ хеҙмәте
04
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыу хеҙмәте
277-09-11
Оператив дежур
272-55-60
272-28-39
253-38-90
Бәхетһеҙ осраҡтарҙы теркәү бюроһы
237-06-72
Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте
233-97-46
Һыуҙа ҡотҡарыу хеҙмәте
237-69-28
237-69-44
ЮХХДИ-ның ДПС полкы
237-02-02
Авария хеҙмәттәре:
Һыу үткәргес селтәре
284-15-30
Газ селтәре
223-53-83
Йылылыҡ селтәре
248-54-39
248-74-84
Электр селтәре
237-72-24
Фото: infourok.ru
Читайте нас: