Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Июнь 2020, 17:30

Ейәнсура ҡаймағы

Көнө буйы тау биттәрендәге яландарҙа, һыу буйҙарындағы урманлыҡтар эсендә үҫкән һутлы, тәмле үләндәрҙе ашап, төптәре үтә күренмәле таҙа һыулы селтер йылғаларҙың һыуын эсеп туйған ауыл һыйырҙары һалмаҡ ҡына ҡайталар. Һөт менән тулған елендәрен сайпылдырып түгеүҙән ҡурҡҡан һымаҡ, әкрен генә атлайҙар. Беренсе тапҡыр иңдәренә көйәнтәләр һалып, мөлдөрәмә тулы күнәктәрен сайпылдырмайынса һалмаҡ ҡына атлаусы шишмә юлын башлаған йәш килендәр тейерһең. Һәр өйҙөң ҡапҡа төбөндә уларҙы хужалары көтөп ала, иң ҡәҙерле ҡунаҡты ҡаршылағандай ҡапҡаны шар асып ишегадына индерәләр.Һыйырҙарҙың елендәрен йылы һыу менән йыуып, көнө буйы елләп кипкән елендәрен майлап йомшартып ебәргәс, кем сүгәләп, кем бәләкәй урындыҡҡа ултырып һауа башлайҙар.Зең – зең килеп күнәк төбөнә бәрелеп ағып төшкән һөт тауышы ишетелә башлай. Бер аҙҙан был тауыш тына. Һөт күнәктә артҡандан арта бара.Бер аҙҙан хужабикәләр өҫтө күбекләнеп торған йылымса һөттө күтәреп, беҙҙең яҡта һәр бер хужалыҡта тейерлек төҙөлгән йәйге өйҙәргә ҡайталар. Һәр береһендә йә ҡул, йә электр сепараты геүләп эшләй башлай. Бына шунда инде сепараттың ҡаймаҡ аға торған йырмағынан тәмле йылы ҡаймаҡ аға башлай. Был минем бер ҙә иҫемдән сыҡмай торған баласаҡ хәтирәһе.Әнейем минем шул йылы ҡаймаҡты ашарға яратҡанымды белә ине.Мин аға башлағас та кәсә тотоп килеп етәм.Ә кәсәгә шыйыҡ тәмле ҡаймаҡты әнейем сепарат эшләп торған саҡта уҡ ағыҙып бирә ине.Әнейем биреүгә инде ҡабарып бешкән тәмле икмәкте турап һалам да һеңгәнен көтөп торам.Шунан тәмләп ашайым. Әҙерәк шәкәр ҡомы ла һибәм.Ул ваҡытта шәкәр ҡомы ла икенсе, әҙ генә һалыуға тәме сыға. Ҙурая килә үҙем сепарат айырта башлағас, бер кулым менән сепарат айыртам, ә икенсеһе менән кәсәләге ҡаймаҡҡа батырып – батырып тәмләп ҡаймаҡ ашайым... Мин ситкә китеп йәшәй башлағас беҙҙең яҡтың ҡаймағының нисек тәмле булғанын һәм ундай ҡаймаҡты табыуы мөмкин түгеллеген аңланым.Беренсе йылдарҙа баҙарға сығып үҙебеҙҙең яҡтың ҡаймағына оҡшаған ҡаймаҡты табырға тырышып эҙләй инем.Баҙарҙа һатыусы апайҙар мине танып бөттөләр.”Башҡорт ҡаймағын эҙләргә тағын сыҡтыңмы,”- тип шаярталар ине.Һәрбер һатыусы үҙе менән бәләкәй ҡалаҡ алып сыға һәм теләгән кешегә ҡалаҡ осонда ғына ҡаптырып ҡарайҙар. Ундай рөхсәт булғас мин дә ҡабып ҡарай инем. Тормош иптәшем:” Ҡаймаҡ ҡаймаҡ инде, ал,”- ти. Әммә ләкин Ейәнсура районының ҡаймағы баҙарҙа юҡ ине.Беҙҙең яҡтың ҡаймағына оҡшағанырағын табып алып ҡайтып, нәҡ ауылдағыса икмәк турап ашай инем.Тик әнейем үҙе яһаған ҡомалаҡ сөпрәһендә бешергән икмәк тә, беҙҙең яҡтың ғәжәйеп тәмле ҡаймағы ла юҡ ине.Йәй еткәс инде диңгеҙ буйҙарына барып ҡыҙынып ятыуға ҡараған да ауылыма ҡайтып, әнейем менән сепарат айыртып, шул йылы ҡаймаҡты әнейемдең тәмле икмәге менән ашап килеүҙе ҙур бәхеткә һанай һәм шуның менән күңелемде баҫа инем. Ә шулай ҙа бер тапҡыр миңә үҙебеҙҙең яҡтың ҡаймағын ашау бәхете тәтене. Мин нисек итеп уға тап булыуым тураһында яҙып китәһем килә. Бөгөнгө көндә мин йәшәп ятҡан поселок Әлмәт ҡалаһына терәлеп тора.Беҙҙең поселокта ла ҙур ғына баҙар бар ине. Уны бөтөрөп, урынына заманса һатыу үҙәге яһап ҡуйҙылар. Бер эштән ҡайтып килгән дә троллейбустан төшкәс ваҡ – төйәк әйбер алырға тип баҙарға табан юнәлдем.Ҡапҡа төбөндә бер ҡатын һөт ризыҡтары һатып тора.Бәләкәй генә өҫтәлендә ҡаймаҡ, эремсек, шешәләрҙә һөт тә бар.Мине ҡыҙыҡһындырғаны ҡаймаҡ булды.Ҡабып ҡарарға рөхсәт биреп кенә ҡалманы, был осраҡҡа бер тапҡыр ғына ҡуллана торған пластик ҡалағын да бирҙе. Тәмләп ҡарағас, бер мөғжизәгә тап булдым.Нәҡ беҙҙең яҡтың ҡаймағының тәмен тойҙом. “Бындай пломбирно – сливочный тәмле ҡаймаҡ Башҡортостанда Ейәнсура районында ғына була тиһәм, бында ла бар икән,”- тинем. Артабан һөйләшеү диалог формаһында булды. - Ниндәй районда? - Ейәнсурала. - Һуң был Ейәнсура һыйырының ҡаймағы. - Шаяртмағыҙ инде. - Нишләп шаяртайым. Шул райондың Малиновка ауылынан бер нисә баш мал алып ҡайттыҡ.Ул яҡтың малының ите тәмле, шул яҡҡа йөрөргә өйрәндек әле. Был һөт бирә торған һыйырҙы ике көн элек кенә алып ҡайттыҡ. Һөттө күп бирә, йәлләп һуйманыҡ. Бына ҡаймағын айырттым, һөтөн дә алып сыҡтым. Шунан инде ул миңә Ырымбур трассаһы аша нисек беҙҙең районға барыуҙары , ә Малиновкала төнгә ҡалғас, ҡунырға ҡалыуҙары тураһында һөйләне. “Төнгә ҡалып киттек тә машинала йоҡлайбыҙ тигән инек, Зөлфиә менән Наил тигән кешеләр алып ҡайтып ҡунаҡ итеп йоҡларға ла индерҙеләр.Малдарының ите генә тәмле түгел, кешеләр ҙә асыҡ, ҡунаҡсыл ул яҡтарҙа,”- тип һөйләп алды. Беҙҙең яҡты маҡтаһалар түбәм күккә тейә инде минем. Бына шунда инде нәҡ минем бертуған Зөлфиә һылыуым һәм Наил кейәүем тураһында һүҙ барғанын аңлаштыҡ.Ә был тәмле ҡаймаҡ Малиновка һыйырының ҡаймағы булып сыҡты.Мин әлбәттә шатлана – шатлана ул ҡаймаҡты һатып алддым. Алтын ситлектәге бәхет ҡошын тотҡандай булдым инде. Әле ул Ләйсән исемле ҡатын ире менән бер нисә тапҡыр беҙҙең районға тағын барҙылар.Бер тапҡыр улар аша һылыуымдарға күстәнәс тә ебәрҙем әле. Сит ерҙә бына шулай көтмәгән дә Аллаһы Тәғәлә мине үҙебеҙҙең яҡтың ҡаймағын ашатып шатландырып алды. Ғүмер үтә шуны яҡшы аңлап йәшәйем. Мин ниндәй саф һыулы, һауалы, тәнгә файҙалы ризыҡлы яҡта тыуып үҫкәнмен. Ул ризыҡ миңә физик яҡтан ғына түгел, ә аҡыл көсө, рух ныҡлығы биргән. Ғүмерлеккә тәнгә - йәнгә, һәр бер күҙәнәккә һеңеп ҡалған көстәр, әле бөгөнгө көндә лә миңә йәшәү дәртен биреүсе иҫтәлектәр улар.Зәүхиә Ҡәҙербәҡова. Фото: tv-rb.ru

Көнө буйы тау биттәрендәге яландарҙа, һыу буйҙарындағы урманлыҡтар эсендә үҫкән һутлы, тәмле үләндәрҙе ашап, төптәре үтә күренмәле таҙа һыулы селтер йылғаларҙың һыуын эсеп туйған ауыл һыйырҙары һалмаҡ ҡына ҡайталар. Һөт менән тулған елендәрен сайпылдырып түгеүҙән ҡурҡҡан һымаҡ, әкрен генә атлайҙар. Беренсе тапҡыр иңдәренә көйәнтәләр һалып, мөлдөрәмә тулы күнәктәрен сайпылдырмайынса һалмаҡ ҡына атлаусы шишмә юлын башлаған йәш килендәр тейерһең. Һәр өйҙөң ҡапҡа төбөндә уларҙы хужалары көтөп ала, иң ҡәҙерле ҡунаҡты ҡаршылағандай ҡапҡаны шар асып ишегадына индерәләр.Һыйырҙарҙың елендәрен йылы һыу менән йыуып, көнө буйы елләп кипкән елендәрен майлап йомшартып ебәргәс, кем сүгәләп, кем бәләкәй урындыҡҡа ултырып һауа башлайҙар.Зең – зең килеп күнәк төбөнә бәрелеп ағып төшкән һөт тауышы ишетелә башлай. Бер аҙҙан был тауыш тына. Һөт күнәктә артҡандан арта бара.Бер аҙҙан хужабикәләр өҫтө күбекләнеп торған йылымса һөттө күтәреп, беҙҙең яҡта һәр бер хужалыҡта тейерлек төҙөлгән йәйге өйҙәргә ҡайталар. Һәр береһендә йә ҡул, йә электр сепараты геүләп эшләй башлай. Бына шунда инде сепараттың ҡаймаҡ аға торған йырмағынан тәмле йылы ҡаймаҡ аға башлай.
Был минем бер ҙә иҫемдән сыҡмай торған баласаҡ хәтирәһе.Әнейем минем шул йылы ҡаймаҡты ашарға яратҡанымды белә ине.Мин аға башлағас та кәсә тотоп килеп етәм.Ә кәсәгә шыйыҡ тәмле ҡаймаҡты әнейем сепарат эшләп торған саҡта уҡ ағыҙып бирә ине.Әнейем биреүгә инде ҡабарып бешкән тәмле икмәкте турап һалам да һеңгәнен көтөп торам.Шунан тәмләп ашайым. Әҙерәк шәкәр ҡомы ла һибәм.Ул ваҡытта шәкәр ҡомы ла икенсе, әҙ генә һалыуға тәме сыға. Ҙурая килә үҙем сепарат айырта башлағас, бер кулым менән сепарат айыртам, ә икенсеһе менән кәсәләге ҡаймаҡҡа батырып – батырып тәмләп ҡаймаҡ ашайым...
Мин ситкә китеп йәшәй башлағас беҙҙең яҡтың ҡаймағының нисек тәмле булғанын һәм ундай ҡаймаҡты табыуы мөмкин түгеллеген аңланым.Беренсе йылдарҙа баҙарға сығып үҙебеҙҙең яҡтың ҡаймағына оҡшаған ҡаймаҡты табырға тырышып эҙләй инем.Баҙарҙа һатыусы апайҙар мине танып бөттөләр.”Башҡорт ҡаймағын эҙләргә тағын сыҡтыңмы,”- тип шаярталар ине.Һәрбер һатыусы үҙе менән бәләкәй ҡалаҡ алып сыға һәм теләгән кешегә ҡалаҡ осонда ғына ҡаптырып ҡарайҙар. Ундай рөхсәт булғас мин дә ҡабып ҡарай инем. Тормош иптәшем:” Ҡаймаҡ ҡаймаҡ инде, ал,”- ти. Әммә ләкин Ейәнсура районының ҡаймағы баҙарҙа юҡ ине.Беҙҙең яҡтың ҡаймағына оҡшағанырағын табып алып ҡайтып, нәҡ ауылдағыса икмәк турап ашай инем.Тик әнейем үҙе яһаған ҡомалаҡ сөпрәһендә бешергән икмәк тә, беҙҙең яҡтың ғәжәйеп тәмле ҡаймағы ла юҡ ине.Йәй еткәс инде диңгеҙ буйҙарына барып ҡыҙынып ятыуға ҡараған да ауылыма ҡайтып, әнейем менән сепарат айыртып, шул йылы ҡаймаҡты әнейемдең тәмле икмәге менән ашап килеүҙе ҙур бәхеткә һанай һәм шуның менән күңелемде баҫа инем.
Ә шулай ҙа бер тапҡыр миңә үҙебеҙҙең яҡтың ҡаймағын ашау бәхете тәтене. Мин нисек итеп уға тап булыуым тураһында яҙып китәһем килә. Бөгөнгө көндә мин йәшәп ятҡан поселок Әлмәт ҡалаһына терәлеп тора.Беҙҙең поселокта ла ҙур ғына баҙар бар ине. Уны бөтөрөп, урынына заманса һатыу үҙәге яһап ҡуйҙылар. Бер эштән ҡайтып килгән дә троллейбустан төшкәс ваҡ – төйәк әйбер алырға тип баҙарға табан юнәлдем.Ҡапҡа төбөндә бер ҡатын һөт ризыҡтары һатып тора.Бәләкәй генә өҫтәлендә ҡаймаҡ, эремсек, шешәләрҙә һөт тә бар.Мине ҡыҙыҡһындырғаны ҡаймаҡ булды.Ҡабып ҡарарға рөхсәт биреп кенә ҡалманы, был осраҡҡа бер тапҡыр ғына ҡуллана торған пластик ҡалағын да бирҙе. Тәмләп ҡарағас, бер мөғжизәгә тап булдым.Нәҡ беҙҙең яҡтың ҡаймағының тәмен тойҙом. “Бындай пломбирно – сливочный тәмле ҡаймаҡ Башҡортостанда Ейәнсура районында ғына була тиһәм, бында ла бар икән,”- тинем. Артабан һөйләшеү диалог формаһында булды.
- Ниндәй районда?
- Ейәнсурала.
- Һуң был Ейәнсура һыйырының ҡаймағы.
- Шаяртмағыҙ инде.
- Нишләп шаяртайым. Шул райондың Малиновка ауылынан бер нисә баш мал алып ҡайттыҡ.Ул яҡтың малының ите тәмле, шул яҡҡа йөрөргә өйрәндек әле. Был һөт бирә торған һыйырҙы ике көн элек кенә алып ҡайттыҡ. Һөттө күп бирә, йәлләп һуйманыҡ. Бына ҡаймағын айырттым, һөтөн дә алып сыҡтым.
Шунан инде ул миңә Ырымбур трассаһы аша нисек беҙҙең районға барыуҙары , ә Малиновкала төнгә ҡалғас, ҡунырға ҡалыуҙары тураһында һөйләне.
“Төнгә ҡалып киттек тә машинала йоҡлайбыҙ тигән инек, Зөлфиә менән Наил тигән кешеләр алып ҡайтып ҡунаҡ итеп йоҡларға ла индерҙеләр.Малдарының ите генә тәмле түгел, кешеләр ҙә асыҡ, ҡунаҡсыл ул яҡтарҙа,”- тип һөйләп алды. Беҙҙең яҡты маҡтаһалар түбәм күккә тейә инде минем.
Бына шунда инде нәҡ минем бертуған Зөлфиә һылыуым һәм Наил кейәүем тураһында һүҙ барғанын аңлаштыҡ.Ә был тәмле ҡаймаҡ Малиновка һыйырының ҡаймағы булып сыҡты.Мин әлбәттә шатлана – шатлана ул ҡаймаҡты һатып алддым. Алтын ситлектәге бәхет ҡошын тотҡандай булдым инде. Әле ул Ләйсән исемле ҡатын ире менән бер нисә тапҡыр беҙҙең районға тағын барҙылар.Бер тапҡыр улар аша һылыуымдарға күстәнәс тә ебәрҙем әле. Сит ерҙә бына шулай көтмәгән дә Аллаһы Тәғәлә мине үҙебеҙҙең яҡтың ҡаймағын ашатып шатландырып алды.
Ғүмер үтә шуны яҡшы аңлап йәшәйем. Мин ниндәй саф һыулы, һауалы, тәнгә файҙалы ризыҡлы яҡта тыуып үҫкәнмен. Ул ризыҡ миңә физик яҡтан ғына түгел, ә аҡыл көсө, рух ныҡлығы биргән. Ғүмерлеккә тәнгә - йәнгә, һәр бер күҙәнәккә һеңеп ҡалған көстәр, әле бөгөнгө көндә лә миңә йәшәү дәртен биреүсе иҫтәлектәр улар.
Зәүхиә Ҡәҙербәҡова.
Фото: tv-rb.ru
Читайте нас: