Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Июнь 2020, 14:30

Ҡышҡылыҡҡа - йәйҙең хуш еҫле тәме

Йәй — муллыҡ осоро. Баҡса тулып шаулап үҫкән йәшел тәмләткестәрҙе нисек ҡышҡа һаҡларға икән? Ысулдары күп, йыбанма ғына. Уларҙы киптерергә, аш һеркәһенә йәки үҫемлек майҙарына һалып төнәтергә мөмкин.

Йәй — муллыҡ осоро. Баҡса тулып шаулап үҫкән йәшел тәмләткестәрҙе нисек ҡышҡа һаҡларға икән?
Ысулдары күп, йыбанма ғына. Уларҙы киптерергә, аш һеркәһенә йәки үҫемлек майҙарына һалып төнәтергә мөмкин.
Төнәтмә эшләүе һис тә ҡыйын түгел: үҙегеҙгә оҡшаған матур һауытҡа артыҡ күп итмәй генә үлән һалаһың да, аш һеркәһе йә үҫемлек майы һалып, нығытып ябып ҡуяһың. Бер айҙан шыйыҡса үләндең төҫөн һәм хуш еҫен үҙенә һеңдерәсәк. Һәм ҡышын да йәй еҫе килеп торасаҡ.
Шулай ҙа боҙ шаҡмаҡтары үләндәрҙе һаҡлауҙың иң шәп ысулы һанала. Тәме лә, файҙаһы ла тулыраҡ һаҡлана. Был ысул да еңел генә: үләндәрҙе һыуҙа ла, үҫемлек майында ла туңдырырға мөмкин.
Тик боҙ шаҡмаҡтары яһау өсөн япраҡ-һабаҡтары ҡатыраҡ булған бөтнөк (мята), мелисса, лимон үләне, шалфей, розмарин, тимьян кеүек үләндәр ҡулай булыр. Уларҙа эфир майы миҡдары күберәк. Үләндәр боҙ шаҡмаҡтарына хуш еҫтәрен әкренләп биреп тора һәм шуға күрә яҡшыраҡ “төнәтелә”. Ә йомшак һабаҡлы һәм япраҡлы үләндәрҙә – кориандр, йәшел һәм шәмәхә базилик, петрушка, укропта һыу миҡдары күп булғанлыҡтан, боҙ шаҡмаҡтары бигүк уңышлы килеп сыҡмай: оҙағыраҡ һаҡлағанда, уларҙан әскелт еҫ һәм тәм килә башлай.
Бер нисә кәңәш
  • Үләндәрҙе шаҡмаҡлап ҡатырыу өсөн айырым һауыт тотоғоҙ. Юғиһә үлән тәме оҙаҡ бөтмәй.
  • Бөтнөк, мелисса һәм лимон үләнен һыуҙа ҡатырып, боҙ шаҡмаҡтарын йәйге эҫелә һыуһауҙы баҫа торған эсемлек яһауҙа (ҡайнаған һыуға берәр шаҡмаҡ үлән һалырға) ҡулланыу бик уңайлы.
  • Һыу урынына ит, тавык яки йәшелсә һурпаһы ҡулланырға мөмкин. Бындай шаҡмаҡтар ашҡа иҫ киткес тәм өҫтәй!
  • Ә инде үҫемлек майына (был осраҡта иң яҡшыһы – зәйтүн майы) һалып ҡатырылған хуш еҫле үләндәрҙе салатҡа һалыу өсөн файҙаланырға була.
  • Фото: 7dach.ru
  • Читайте нас: