Ҡыҙыл эремсекте нисек эшләүем тураһында яҙып үтәйем әле. Әнейем өйрәтте.
Ҡыҙҙар, точный ғына рецепт юҡ, барыһы ла күҙгә самалап эшләнелә. Беҙҙең яҡтарҙа тышта, ишек алдында усаҡ бар: икмәк мейесе һәм ҙур ҡаҙанлы мейес була инде ул. Беҙ шунда бешерәбеҙ, бик йәтеш, өйҙә эҫелә бешереп йонсомайбыҙ. Усаҡҡа яғып ебәрәһең дә, ҡаҙанға 8 литр тирәһеләй сепараторҙан айыртылған һөттө ҡояһың. Шунан, һөт ҡайнап, күбеп сыҡҡас та 10 литр тирәһеләй сөсө ҡатыҡ өҫтәйһең. Сөсө ҡатыҡҡа май бешкәндән сыҡҡан ҡаймаҡ һыуын ҡушһаң, эремсек йомшағыраҡ, тәмлерәк килеп сыға. Ҡатыҡ һөттә эреп, эремсектәр барлыҡҡа килә. Ҡаҙан төбөнә эремсеге ултырмаһын өсөн, сүмес менән болғатып торорға кәрәк. Һүлпән ҡыҙыулыҡтағы утта ошо массаны 5-7 сәғәт бешерәбеҙ, ара-тирә бутап торорға онотмайбыҙ. Эремсеге ҡыҙҙарғансы, һыуы кәмегәнсе бешерәбеҙ, инде. Иләк аша һөҙөп, табаларға тигеҙ генә итеп йәйеп, духовкаға (ҡыҙыу булмаһын, әтеү көйөп китер) киптерегә ҡуябыҙ. Ара-тирә болғап торорға онотмайбыҙ. Көн ҡояшлы булһа, тышта киптерһәң, ищеү ҙә һәйбәт була. Кипкәс, иттартҡыс (мясорубка) аша бер-ике тапҡыр үткәрәбеҙ. Матур ғына онталған масса килеп сыға. Самаһына ҡарап яңы бешкән аҡ май, тәменә ҡарап шәкәр ҡомо ҡушып, яҡшылап бутай-бутай баҫабыҙ. Тумалаҡлап порцияларға бүлеп, таҡта өҫтөнә теҙеп, һыуындырғысҡа (морозильникка) туңдырырға ҡуябыҙ. Икенсе көндө целлофан тоҡсайҙарға һалып, кире морозильная камераға оҙатабыҙ. Шулай һаҡланыла.
Күстәнәскә лә, үҙеңә лә тәмле, туҡлыҡлы һәм файҙалы ашамлыҡ әҙер. Кәнфит, хәлүәләрҙән биш артыҡ, инде.