Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Июнь 2020, 22:00

#Һөнәрлеләр_беҙҙең_арала: ИЛДУС АҠЪЮЛОВ

#Һөнәрлеләр_беҙҙең_арала#Ейәнсура_90#Һөнәрмән#ҮргенОҫтаның кисточка менән нисек эш итеүе үҙе үк һоҡланғыс: буяуға мансылған бумала тимергә еңелсә генә ҡағылып үтә - күҙ алдында тимер йәнләнә, роза йә башҡа төрлө биҙәк булып балҡып китә...

#Һөнәрлеләр_беҙҙең_арала
#Ейәнсура_90
#Һөнәрмән#Үрген
Оҫтаның кисточка менән нисек эш итеүе үҙе үк һоҡланғыс: буяуға мансылған бумала тимергә еңелсә генә ҡағылып үтә - күҙ алдында тимер йәнләнә, роза йә башҡа төрлө биҙәк булып балҡып китә...
Ҡапҡаның нисек эшләнеү барышын иһә күрергә тура килмәне, шуға оҫта Илдус Аҡъюловтың үҙенән һорашабыҙ.
- Ҡапҡала буласаҡ һүрәттәрҙе тәүҙә ҡағыҙҙа төшөрәһеңме? Эш мәлендә берәй биҙәктең бөгөлөндә яңлышып ҡуйһаң, уны бит ҡағыҙҙағы кеүек, юйғыс алып юйып ташлап булмай...
- Заказсы үҙенең теләктәрен әйтһә, миңә ориентир алыу еңелерәк була. Ҡалғанын ҡул үҙе эшләй - ҡул өйрәнеп китә.
Ҡапҡа эшләү эшенә сағыштырмаса яңыраҡ тотонһа ла, байтаҡ кешене эш һөҙөмтәһе менән ҡыуандырған икән Илдус. Биҙәктәре иһә береһе икенсеһендә ҡабатланмай.
Кемуҙарҙан үҫеп килгән өс балаһы уны эшкә дәртләндереп, ижадҡа илһамландырып тора ла. Ҙурҙары - улы- ҡул араһына инә лә башлаған: көтөү ҡаршылағанда, баҡса тәрбиәләгәндә, башҡа йорт эштәрендә ата-әсәһенә ярҙам итешә.
Читайте нас: