Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Июнь 2020, 18:00

Шулай ҙа була!

Күлдәк урынына...ҡомИнтернет аша тауарға заказ биргәндә һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртеп торалар, тик барыбер мутлашыусыларҙың ҡармағына эләккәндәр кәмемәй.

Интернет аша тауарға заказ биргәндә һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртеп торалар, тик барыбер мутлашыусыларҙың ҡармағына эләккәндәр кәмемәй.
Өфөнән бер ҡатын, заказ биреп, күлдәк һатып алмаҡсы була. Рекламала күрһәтелгән телефон буйынса шылтырата, уға “фирма” вәкиле барыһы хаҡында ентекле аңлата. Почта бүлексәһенә барып, ҡапты алып ҡайтҡас ҡына ҡатын алданғанлығына төшөнә: унда үҙенә кәрәкле әйбер урынына бер өйөм ҡағыҙ һалынғанлығын күреп шаҡ ҡата.
Интернет селтәрендә был сауҙа нөктәһе хаҡында мәғлүмәт туплай торғас, алданғандарҙың күплеген аңлай. Ҡайһы берәүҙәргә әйбер урынына ҡом да һалып ебәрәләр икән. Ҡыҫҡаһы, был “фирма” клиенттарына ҡағыҙ йәки ҡом “һата”. Был хаҡта ГорОбзор.ру сайты хәбәр итә. Ошондай "фирма"ларға түләнгән аҡсаны кире ҡайтарыуы бик ҡыйын. Йыш ҡына хатта мөмкин дә түгел. Шуға интернет аша әйбер һатып алғанда һаҡ булырға, сауҙа баҙарында ышаныс яулағандарға ғына мөрәжәғәт итергә саҡырабыҙ.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: “ГорОбзор.ру”
Читайте нас: