Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2020, 00:00

Нахаҡ бәлә (хикәйә)

Вәли Гәрәевич ошо йәй уртаһын яратмай. Уның сәбәбе тәрәндә – үткән быуат аҙағында ята. 1995 йылды тәүге тапҡыр әсәһе менән, ошонда уҡырға инәм, тип килгәйне. Алыҫ ҡына туған тейеш кешеләрен эҙләп таптылар. Йорт хужаһы – дәүләт хеҙмәтендә, ҡатыны – сауҙа өлкәһендә, бер-береһен ҡәҙерләп, хөрмәт итеп кенә торалар. “Сәғит Сабитович, Мөкәрәмә Хәлитовна”, тип бер-береһенә өндәшеүҙәре тәүҙә ҡыҙыҡ һымаҡ булғайны, өйрәнеп киттеләр. Балалары башлы-күҙле булып бөткән, өс бүлмәле уңайлы ғына фатир, бер бүлмәләрен шунда уҡ ҡунаҡтарға астылар. Вәли әсәһенең Мөкәрәмә еңгә, тип өҙөлөп тороуын оҡшатмаһа ла, үҙе лә йорт хужаһына ҡушылып, Мөкәрәмә Хәлитовна, тип өндәшкеләп алды.

Вәли Гәрәевич ошо йәй уртаһын яратмай. Уның сәбәбе тәрәндә – үткән быуат аҙағында ята. 1995 йылды тәүге тапҡыр әсәһе менән, ошонда уҡырға инәм, тип килгәйне. Алыҫ ҡына туған тейеш кешеләрен эҙләп таптылар. Йорт хужаһы – дәүләт хеҙмәтендә, ҡатыны – сауҙа өлкәһендә, бер-береһен ҡәҙерләп, хөрмәт итеп кенә торалар. “Сәғит Сабитович, Мөкәрәмә Хәлитовна”, тип бер-береһенә өндәшеүҙәре тәүҙә ҡыҙыҡ һымаҡ булғайны, өйрәнеп киттеләр. Балалары башлы-күҙле булып бөткән, өс бүлмәле уңайлы ғына фатир, бер бүлмәләрен шунда уҡ ҡунаҡтарға астылар. Вәли әсәһенең Мөкәрәмә еңгә, тип өҙөлөп тороуын оҡшатмаһа ла, үҙе лә йорт хужаһына ҡушылып, Мөкәрәмә Хәлитовна, тип өндәшкеләп алды.
Етеш йәшәйҙәр. Байлыҡтары ишелеп, артып тормаһа ла, фатирҙарында һәр әйбер үҙ урынында. Вәли шунда беренсе тапҡыр еңгәһенең ҡулында кеҫә телефоны күрҙе. Кәрәкһә лә, кәрәкмәһә лә, үҙе менән генә йөрөтә, һөрткөләп кенә тора, ә Вәлигә ҡыҙыҡ. Хатта үҙен кеҫәһендә телефон йөрөткән текә кеше һымағыраҡ та күҙ алдына килтереп ҡараны. Бер тапҡыр ҡыҙығып:
– Мөкәрәмә Хәлитовна, ошо телефон нисә һум тора ул? – тип һорап бер ҡатлыланды.
Тегеһе тәүҙә бот сабып көлдө, хатта күҙҙәре йәшләнеп сыҡты. Һыу эсеп, арлы-бирле итеп, саҡ тынысланғас:
– Нимә, Вәли, телефонлы булғың киләме? – тип һорайһы итте. Вәли ҡыҙарынды-бүртенде, шулай ҙа уңайһыҙланып ҡына:
– Белгем килә, – тип кенә һораны.
– Һин тағы, Өфөгә бер килдем, тигәс тә, телефонлы булғың киләме? Борсолма, мәшәҡәтләнмә, һиңә быны кеҫәңдә йөрөтөү ҡурҡынысы янамай. Һәр кеше кеҫәһендә йөрөтә башлаһа, ҡәҙере китә уның.
Вәлиҙең әсәһе лә өлтөрәп китте:
– Беҙгә ҡайҙа ҡалған инде! Ярай, тәүҙә уҡырға ин әле, телефон тураһында уйлама! – тип ҡоро ғына киҫәтеп ҡуйырға мәжбүр булды.
Ну, телефон шәп – “Эриксон”! Атаҡлы швед маркаһы! Ымһындырып, күҙҙе ҡыҙҙырып, үҙенә саҡырып, комод өҫтөндә зарядкала ята. Ысынлап та, ни хаҡ тора икән был мөғжизә? Апай әйтте бит әле, һинеке бер ваҡытта ла булмаясаҡ, тине. Ярай, быға тиклем йәшәлде, бынан һуң да йөрөр әле телефонһыҙ.
Вәлиҙең әсәһе ҡабалана, отпуск алып киткәйне, баҡсала – еләк-емеш, яланда – бесән. Бында төшөүенең дә сәбәбе шул инде – Вәли үтмәй-мәҙәр ҡалһа, Сәғитйәндән тел ярҙамына өмөт итеү. Тел ярҙамы кәрәк булманы, Вәли майланған ҡоймаҡ һымаҡ, үтте лә китте. Абитурҙарҙы студентҡа әйләндергән бойороҡто үҙ күҙҙәре менән ҡарап ҡайттылар. Ҡыуанышып, ҡайтыуҙарына, ҡап-ҡара булып хужабикә ҡаршы алды. Әсәһе лә, Вәли ҙә ҡабаланалар, тиҙерәк поезға сығырға кәрәк. Әйберҙәрен төйнәп, ултырғайнылар, Мөкәрәмә Хәлитовна туҡтатты:
– Ҡабаланмағыҙ. Бик сетерекле хәл килеп тыуҙы. Вәли, баҫ әле, – тине хужабикә. – Телефон ҡайҙа?
Вәли, үҙе лә һиҙмәҫтән, телефон көн һайын ята торған урынға ҡараны. Зарядка бирә торғаны ғына ҡалған, ә “Эриксон” – юҡ. Вәлиҙең башына килтереп һуҡҡан һымаҡ булды. Һуҡмаҫлыҡмы һуң, уны уғрылыҡта ғәйепләйҙәр!
– Эй, улыҡайым! – тип бөтөрөндө әсәһе. – Әллә кеше әйберен алдыңмы?
Вәли ҡып-ҡыҙыл булды, хәле бөттө, башы әйләнде, тәүҙә тороп баҫты.
– Әсәй, мин теймәнем, телефонды белмәйем.
– Нисек белмәйһең? Нисек белмәйһең? – тип ҡарсыға һымаҡ ябырылды хужабикә һәм теш араһынан ҡыҫып ҡына, – сисегеҙ тоҡтарығыҙҙы! Сығарығыҙ әйберҙәрегеҙҙе! – тип бойороҡ бирҙе.
Иң тәүҙә ентекләп Вәлиҙең әйберҙәрен ҡараны. Аҙаҡ ҡарашын әсәһенең сумаҙанына йүнәлтте. Әсәһе ҡайҙан тейһен инде. Ҡыҙарына-бүртенә әйберҙәрен килтереп сығарҙы һәм улына, уңайһыҙланып: “Вәли, һин сығып тор”, – тине. Телефон табылманы.
– Теләһә нимә эшләгеҙ, – тине хужабикә. – Мин милиция саҡыртырға мәжбүрмен. Ярты көн көттөләр, йәш кенә бер егет менән ҡыҙ килде. Шундағы кәмһенеүҙәре... Тентемәнеләр генә. Вәли менән әсәһенең багажын өр-яңынан тентеп сыҡтылар. Телефон тағы ла табылманы. Әсәһе арығайны, йәшереп кенә дарыу ҙа эсеп алды.
– Улым, әллә, ысынлап та, алдыңмы? Алһаң, кире бир ҙә ҡуй!
Хужабикә бер яҡта өҙгөләнә:
– Телефонһыҙ ни эшләрмен инде? Сәғит Сабитович шылтыратып ҡуйһа, уға кәрәк булһа...
Мәсьәлә йорт хужаһы ҡайтҡас ҡына хәл ителде. Сәғит Сабитович арығайны. Шулай ҙа ҡатынына:
– Теләһә ҡайҙа ташлап йөрөйһөң! Бәҙрәфкә барғанда ла ҡалдырмайһың! Береһен ҡыуандырғанһың инде! – тип кенә һөйләнде.
Вокзалда әсәһе менән төнө буйы поезд көткәндә лә, поезда ҡайтып барғанда ла Вәлиҙең күҙ алдынан хужабикәнең асыулы йөҙө китмәне. Уҡырға инеү шатлығын нахаҡ бәлә юҡҡа сығарҙы. Вәли Нефть институтын уңышлы тамамланы, урындағы нефть эшкәртеү заводтарының береһенә эшкә саҡырҙылар. Туғандарына бер тапҡыр ҙа барманы, аралашманы, шунан һуң, бер нисә йыл элек, ҡаланың райондарының береһенә башлыҡ урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Эше ауыр, ялыуҙар күп, көнө-төнө эш менән мәшғүл булырға тура килә. Бер көн ҡабул итеүгә Мөкәрәмә Хәмитовна Хәмзина тигән берәү яҙылды. Шунда уҡ иҫенә төштө: бәй, был бит Мөкәрәмә еңгә лә баһа!
Иҫләйем! Хәтерләйем, хәтерләйем, тип көлөмһөрәп ҡуйҙы. Ҡыҙыҡ, теге ваҡыт телефонын таба алдымы икән, юҡмы икән? Шулай ҙа ҡабул итергә булды. Сәғит Сабитовичтың күптән мәрхүм икәнлеген белә. Вәлиҙе ҡайҙан хәтерләһен инде.
Тәғәйен сәғәтендә шаҡтай ҡартайған, таушалған ҡарсыҡ килеп керҙе. Килеп инеү менән, Вәлиҙең күҙҙәренә ҡарап:
– Ә беҙ һеҙҙең менән таныш түгелме? Минең Ирем – мәрхүм Сәғит Сабитович Хәмзин – ҡалала арыу ғына урындарҙа эшләне, сығышы менән һеҙҙең яҡтарҙан.
Вәли иғтибарлап ҡарсыҡҡа ҡараны. Ҡара әле, шул уҡ ҡыҫылған ирендәр һөйләшкәндә теләр-теләмәҫ кенә асыла, ә зәңгәр һалҡын күҙҙәре, һин бында ни эшләп ултыраһың, һине кем бында ултыртты, тигән һымаҡ, асыулы ҡарай.
– Ишеткәнем бар, әйткеләгәйнеләр, – тип кенә әйтә алды ҡарсыҡтың һорауына.
– Иремдең ауылынан бер егет әсәһе менән килеп, уҡырға ингәйне, шул егет ҡайҙа йөрөй икән, күргәнегеҙ юҡмы?
Вәли Гәрәевич һиҫкәнде, бәй, был мине онотмаған да баһа! Таныймы икән, юҡмы икән?
– Бер ҙә белмәйем. Фамилияһы нисек? – тип һорарға мәжбүр булды.
– Яҙып алмағанмын шул, беҙҙә ике аҙна яттылар, – шунан көлөп ебәрҙе, – улар ҡайтаһы көндө телефоным юғалды, милиция килде, уларҙан һорау алды. – Шарҡылдап көлөп һөйләне, хатта күҙҙәренән йәш килеп сыҡты. – Милицияһын әйтер инем инде, ярты көн эҙләнеләр ҙә ҡуйҙылар, тәки табылманы.
– Телефонығыҙ әрәм булған икән, – тип кенә әйтә алды Вәли уның табыуына өмөт итмәй генә.
– Әрәм була һиңә, комод артында ярыҡ булған, нисек унда барып ятҡандыр инде, ватылмаған да. Комод менән өҫтәл араһында ҡыҫылып тора. Ярты йыл үткәс, килеп сыҡты.
Вәлиҙең төҫө ҡасты, тештәре ҡыҫылды. Әсәһе ғүмеренең аҙағына тиклем шул телефон өсөн оялып йәшәне. Вәлиҙең башы әйләнеп китте. Сумаҙаны алдына тубыҡланып, ҡатын-ҡыҙ кейемдәрен сығарып, хужабикәнең күҙҙәренә ҡурҡып ҡараған әсәһе күҙ алдына килде. Йә, инде, табылған. Шылтыратып әйтһәләр, ни булған инде?
Ә Мөкәрәмә Хәлитовна һаман шарҡылдап көлә:
– Телефон ул ваҡытта – дефицит, миндә лә, Президенттың ҡатынында ғына. Хәҙер генә ул һәр береһендә икешәр-өсәр.
– Һеҙҙең ниндәй йомошоғоҙ бар? – тип һораны Вәли бер аҙ тынысланып.
– Минең өлкән улымдың малайы быйыл медицина институтын тамамлай, йүнәлтмә менән төпкөл районға ебәрергә итәләр. Ирем күптән үлде, хәҙер яңғыҙмын, ейәнемде ошонда ҡалдырырға мөмкинлек булмаҫмы икән? Әгәр хакимиәттән вакансия бар, эшкә алабыҙ, тип ҡағыҙ бирһәләр, һаулыҡ һаҡлау министрлығы йүнәлтмә бирәсәк икән.
Кабинет хужаһы яуап көтөп ултырған ҡарсыҡҡа ҡараны.
– Ә ниңә уны ҡалдырырға итәһегеҙ бында? Был һеҙҙең өсөн мөһимме?
– Ауырыйым, һаулығым насар. Эргәмдә булһа, ышаныслыраҡ булыр ине. Шунан әйтеп ҡуйғанмын: кем мине ҡарай, фатир – шуға ҡала. Беҙҙең фатир Энгельс урамында. Шакиров беҙҙең күрше йортта йәшәне.
– Ғаризағыҙҙы ҡалдырығыҙ, мәсьәләгеҙҙе хәл итәбеҙ. Телефонығыҙҙы ҡалдырығыҙ, яуап алырһығыҙ, – тине Вәли Гәрәевич ҡоро ғына. Мөкәрәмә ҡарсыҡ рәхмәттәр әйтеп, тороп китте.
– Ирем дөрөҫ әйткән икән, яҡташтарын яратты. “Ярҙамсылдар, беҙҙең яҡтыҡылар игелекле”... үҙе ишетһә, ҡыуаныр ине, эше ауыр булды, иртә генә үлеп китте, – тип һөйләнә – һөйләнә, рәхмәттәр уҡып сығып китте.
Ф. Ильясова.