Йылына 6,5 процент менән ипотека кредитлауы дәүләт программаһын халыҡ ҡыуанып ҡабул итте. Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта республикала 335 ғаилә ошо программаға ингән.
Льготалы ставка менән программа ваҡыты сикле - 2020 йылдың 1 ноябренә тиклем ғариза бирергә кәрәк. Ул ғәмәлгә инеп, ай ярым ваҡыт үтеүгә, Рәсәй банктары 120,8 мең ғаризаның 81,9 меңен хуплаған да инде. Шул уҡ ваҡытта барлығы 740 миллиард һумға 247 мең кредит биреү ҡарала, йәғни әле лимиттың өстән бер өлөшө бирелгән. Дәүләт программаһы буйынса ипотека бары тик яңы төҙөлгән йорттарҙы йәки яңы йорттан фатир алыуҙы күҙаллай. Төбәктәрҙә уның хаҡы 3 миллион һумдан артмаҫҡа, ә мотлаҡ тәүге иғәнә объект хаҡының 20 процентынан да кәм булмаҫҡа тейеш. Тәүге иғәнә өсөн Әсәлек капиталын ҡулланырға ла була. Түбән процент кредит ваҡыты сыҡҡанға тиклем һаҡлана. Өҫтәүенә, ҡайһы бер кредит учреждениелары уларҙы тағы ла түбәнәйтә. "Первый трест" дәүләт корпорацияһының банктар менән эшләү буйынса етәксеһе Игорь Моргачев белдереүенсә, төҙөлөш ойошмаһының партнерҙарының береһе 5,85 процент тәҡдим итә. Мәҫәлән, 3 миллионлыҡ ипотеканы 20 йылға алғанда экономия ай һайын - 5,7 мең, ә дөйөм экономия 1,4 миллион һум тәшкил итәсәк. Тағы ла шуныһы мөһим: дәүләт субсидия биргән башҡа ипотека кредитлау варианттарынан айырмалы, был программа айырым категорияға түгел, ә барлыҡ Рәсәй граждандарына ла иҫәпләнгән һәм мөрәжәғәт итеүселәрҙең 83 процентының ғаризаһы хуплана.