Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Июнь 2020, 18:00

Тыуыуҙан һуң (хикмәтле кинәйә)

Ауырлы ҡатындың ҡарынында ике сабый һөйләшә. Уларҙың береһе – иманлы, икенсе – иманһыҙ икән, ти.– Һин тыуыуҙан һуңғы тормошҡа ышанаһыңмы? - тип һорай иманһыҙ сабый ҡарындашынан.– Эйе, әлбиттә, Тыуыуҙан һуң тормоштоң булыуы – хаҡиҡәт. Ә бында беҙ бары тик көс йыйып, киләһе тормошҡа әҙерләнер өсөн генә йәшәйбеҙ.

Ә ҺИН ТЫУЫУҘАН ҺУҢҒЫ ТОРМОШҠА ЫШАНАҺЫҢМЫ?
Ауырлы ҡатындың ҡарынында ике сабый һөйләшә. Уларҙың береһе – иманлы, икенсе – иманһыҙ икән, ти.
– Һин тыуыуҙан һуңғы тормошҡа ышанаһыңмы? - тип һорай иманһыҙ сабый ҡарындашынан.
– Эйе, әлбиттә, Тыуыуҙан һуң тормоштоң булыуы – хаҡиҡәт. Ә бында беҙ бары тик көс йыйып, киләһе тормошҡа әҙерләнер өсөн генә йәшәйбеҙ.
– Китсе, был бит ахмаҡлыҡ! Тыуыуҙан һуң бер ниндәй ҙә тормоштоң булыуы мөмкин түгел! Һин уны нисек күҙ алдыңа килтерәһең?!
– Бөтә нескәлектәрен дә белмәйем. Әммә унда яҡтыраҡ булыр, тип уйлайым. Хатта, бәлки, унда беҙ үҙ аяҡтарыбыҙҙа атлап йөрөрбөҙ һәм үҙ ауыҙҙарыбыҙ менән ашай алырбыҙ.
– Юҡты һөйләйһең, кеше көлдөрмә инде! Был аяҡтар менән нисек атлап йөрөмәк кәрәк? Был ауыҙҙар менән ашау ҙа – мөмкин түгел хәл! Беҙгә аҙыҡ биреүсе кендек бауы бар бит инде.
– Белмәйем, әммә мин быға ышанам...
– Һуң, үҙең уйлап ҡара, унан бит береһенең дә әйләнеп ҡайтҡаны булманы! Тыуыу менән беҙҙең ғүмер тамамлана, артабан бер ниндәй ҙә тормош юҡ ул! Һәм, ғөмүмән, беҙҙең йәшәү – ул буштан-бушҡа ҡараңғылыҡта ыҙа сигеүҙәр...
– Юҡ, улай тимә һин. Тыуыуҙан һуңғы тормош, әсәйҙең барлығы, уның беҙҙе яратып, ҡурсалап тороуы – былар барыһы ла хаҡиҡәт. Иң мөһиме: тыуғандан һуң беҙ әсәйҙе күрә аласаҡбыҙ, мин шуға бик ныҡ шатланам!
– Әсәй, тиһең тағы. Әсәйҙе күрәсәкбеҙ, имеш! Әсәйгә ышанаһың, ә ҡайҙа һуң ул улай булғас, күрһәт миңә!
– Ҡарында саҡта беҙ уны күрмәйбеҙ, әммә беҙ уның барлығын тоя алабыҙ. Тирә-яҡҡа иғтибар ит: ул беҙҙе ярата, һәр саҡ беҙҙең турала ҡайғырта, һәм беҙ уның аша үҙебеҙгә аҙыҡ алабыҙ. Ул һәр ваҡыт беҙҙең менән. Унһыҙ беҙ бөтөнләй йәшәй алмаҫ инек.
– Буш һүҙ! Мин бер ниндәй ҙә әсәйҙе күргәнем булманы, тимәк, ул юҡ!
– Улай булғас, әйт, беҙ ниндәй сәбәп менән йәшәп ятабыҙ һуң?
– Әлегә мин был һорауға тулы ғына яуап бирә алмайым. Бына бер аҙ үҫербеҙ әле, һәм мин бөтә нәмәгә лә яуап табасаҡмын. Ә һин әйт әле, һуңғы тапҡыр тулғаҡ тотҡанда ҡайҙа булды һинең әсәйең? Әгәр ҙә ул шундай ҡайғыртыусан икән, ни өсөн ул беҙгә ярҙам итмәне? Ни өсөн беҙ шундай ауырлыҡтар кисерергә тейеш?
– Мин һинең менән ризалаша алмайым. Тыңла, бөтә тирә-яҡ тып-тын булһа, уның яғымлы тауышы ишетелә һәм уның беҙҙең бәләкәс кенә донъяны наҙлап һыйпағаны тойола. Был бит әсәй, был бит беҙҙең әсәй!
Нисек уны тоймаҫҡа, нисек уға ышанмаҫҡа мөмкин?! Эйе, ысын тормош
тыуыуҙан һуң ғына башланасаҡ, мин быға ныҡлы ышанам!
Ә һин тыуыуҙан һуңғы тормошҡа ышанаһыңмы?
© Ваҡыт! гәзите
Читайте нас: