Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Июнь 2020, 16:00

Йылы һүҙ - йән аҙығы

#Беҙгә_яҙалар#Йылы_һүҙ_йән_аҙығыХәйерле көн, яҡташтар! Төркөмдәге һәр яңылыҡты, хәбәрҙе яратып уҡыйым. Бик-бик матур алып бараһығыҙ.


Хәйерле көн, яҡташтар! Төркөмдәге һәр яңылыҡты, хәбәрҙе яратып уҡыйым. Бик-бик матур алып бараһығыҙ. Әлегә бындай эстәлекле, үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс төркөмдө осратҡан юҡ әле. Хикәйәләрегеҙ, ят - ят конкурстарығыҙ, мәҡәләләр, билдәле яҡташтар, ябай ауыл кешеләре һ.б.тураһындағы мәғлүмәттәр күңелгә ятышлы. Телмәр үҙебеҙҙең ейәнсурински. Ҡыуанып, ғорурланып уҡыйым. Яңылыҡтар лентаһында төркөмдөң күренеүе генә лә тыуған яҡтарға ҡайтып әйләнгәндәй. Рәхмәт, ҡыҙҙар-егеттәр! Үҙ эшен яратҡан хәбәрселәр эшләүе ҡыуаныслы.
Минең беренсе эш урыным, мәҡәләгә яуаплы ҡарарға өйрәткән редакторыбыҙ Мәғәфүр Ғиниәтович, Лариса Дмитриевналар. Рәшиҙә Мәхийәнова, Альвира Аҡбулатова, Люциә апай менән эшләгән саҡтар матур, йылы хәтирәләр ҡалдырған. Эх, ҡапыл оноттом баҫалҡы ғына әҙәпле ағайыбыҙҙың исемен. Дубляжда, башҡорт гәзитендә урынбаҫар булды, тәржемә бүлегендә.(Байсәләм Әғзәм улы Иҫәнов, урыны йәннәттә булһын! -ред.). Люциә апайҙар икәү булды. Береһе беҙҙең яҡ- Бикбауҙыҡы,яңылышмаһам, Фәхретдинова, икенсеһе - уҡытыусы. Зәбиховна шикелле. Изгелекле, ярҙамсыл, интеллигентлы кешеләр булдылар бөтәһе лә. Ҡайҙа йөрөһәм дә, Ейәнсура кешеләрен гел маҡтағандарын ғына ишеттем. Зианчуралар әйбәт ул, тиҙәр.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: "Ейәнсура таңдары"н алдырайыҡ, уҡыйыҡ, төркөм менән дуҫ булайыҡ!

Фотола: 1987 йылғы колективтың бер өлөшө. Люциә апай Фәхретдинованың (йәне йәннәттә булһын) 50 йәшендә.
Читайте нас: