Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
24 Июнь 2020, 18:00

Балалар ҙа эсә...һәм ағыулана

Башҡортостанда ошо йылдың тәүге биш айында иҫерткес эсемлектәр менән ағыуланыусылар араһында 14 баланың да булыуы аптырашта ҡалдыра. Уларҙың береһенә 1 генә йәш...

Башҡортостанда ошо йылдың тәүге биш айында иҫерткес эсемлектәр менән ағыуланыусылар араһында 14 баланың да булыуы аптырашта ҡалдыра. Уларҙың береһенә 1 генә йәш... Был осраҡтар Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Өфө, Дүртөйлө райондарында теркәлгән.
Биш ай эсендә республикала 62 кеше эскенән ағыуланып үлгән. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Ағиҙел, Баймаҡ, Белорет, Бөрө, Күмертау, Нефтекама, Салауат, Туймазы, Учалы ҡалаларынан, Иглин, Өфө, Әбйәлил, Баҡалы, Архангел, Асҡын, Бәләбәй, Белорет, Благовар, Борай, Дыуан, Илеш, Мәләүез, Краснокама, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Шаран райондарынан.
Читайте нас: