Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Июнь 2020, 17:30

Мин үҙ фекеремде белдерҙем!

Кисә участка һайлау комиссиялары эш башлауы хаҡында хәбәр иткәйнек. Иң әүҙемдәр тауыш бирә лә башланы. Бөгөн район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов та үҙе теркәлгән 1931-се һайлау участкаһына килде.- Бөгөнгө көндә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса халыҡтың фекерен белеү мөһим. Мин дә үҙ фекеремде белдереп, тауышымды бирҙем, сөнки төҙәтмәләргә күҙ һалһаҡ - улар барыһы ла халыҡ өсөн, бигерәк тә ауыл халҡына, пенсионерҙарҙың мәнфәғәтен яҡлай, – тине Дәмин Марат улы һәм районда тауыш биреүҙе ойоштороу хаҡында ла әйтеп үтте.

Кисә участка һайлау комиссиялары эш башлауы хаҡында хәбәр иткәйнек. Иң әүҙемдәр тауыш бирә лә башланы. Бөгөн район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов та үҙе теркәлгән 1931-се һайлау участкаһына килде.
- Бөгөнгө көндә Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса халыҡтың фекерен белеү мөһим. Мин дә үҙ фекеремде белдереп, тауышымды бирҙем, сөнки төҙәтмәләргә күҙ һалһаҡ - улар барыһы ла халыҡ өсөн, бигерәк тә ауыл халҡына, пенсионерҙарҙың мәнфәғәтен яҡлай, – тине Дәмин Марат улы һәм районда тауыш биреүҙе ойоштороу хаҡында ла әйтеп үтте. – Ябай булмаған осорҙа үткән был сарала тауыш биреүселәрҙең һаулығы беренсе урында тора. Шуға ла халыҡтың хәүефһеҙлек йәһәтенән борсолорға урыны юҡ. Районда 59 һайлау участкаһы, бөгөн барыһы ла асылған, һаҡланыу саралары менән етерлек кимәлдә тәьмин ителгән. Һәр тауыш биреүсенең тән температураһы үлсәнгәс, битлек, бирсәткә һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған ручка һалынған махсус пакет аласаҡ. Дистанция һаҡлау ҡәтғи күҙәтелә. 65 йәштән өлкәндәргә өйҙәрендә тауыш биреү мөмкин. Шулай уҡ һайлау участкалары булмаған Түбәнге Муйнаҡ, Аҡҡондоҙ кеүек бәләкәй ауылдарға һайлау участкаһы комиссияһы вәкилдәре үҙҙәре барасаҡ. Ә 1 июндә иһә ҙурыраҡ һайлау участкаларында төрлө саралар ойоштороу күҙаллана.
Читайте нас: