ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала ошо йыл башынан мототранспорт ҡатнашлығында 33 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 38-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, кисә Башҡортостанда «Мотоцикл» иҫкәртеү операцияһы башланды. Уның маҡсаты - мотоцикл, скутер һәм мопед водителдәренең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү. Шулай уҡ теркәлеү үтмәгән мототехниканы асыҡлауға ла ҙур иғтибар бүленәсәк.