Ташламалар менән ҡулланыу хоҡуғы биргән акцияның махсус браслетын алыу өсөн һайлау участкаһына килеп, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү кәрәк. Унан инде бары браслетта акцияла ҡатнашҡан магазин, бөҙрәхана, химчистка, автосервис, оптика һ.б. күрһәтергә һәм ташлама алырға ҡала.
Шулай уҡ 1 июлдә һайлау участкалары янында социаль йәрминкәләр үтәсәк. Уларҙа аҙыҡ-түлекты ҡулайлы хаҡтарға һатып алыу мөмкин булыр. Йәрминкә көн дауамында эшләйәсәк , санитар-эпидемиологик талаптар үтәлә.