"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
27 Июнь 2020, 13:00

27 июнь – Бөтә донъя балыҡсылыҡ көнө

2020 йылдың 1 ғинуарынан һәүәҫкәр балыҡсыларға ҡарата яңы ҡанундар көсөнә инде. Был документта ниндәй яңылыҡтар бар?

2020 йылдың 1 ғинуарынан һәүәҫкәр балыҡсыларға ҡарата яңы ҡанундар көсөнә инде. Был документта ниндәй яңылыҡтар бар?
Хәҙер Рәсәйҙең һәр төбәге ҡануниәткә үҙ өҫтәмәләрен индерә ала. Әйтәйек, Башҡортостанда балыҡты бер тәүлектә тотоу нормаһы – биш, ә Алтай крайында ун килограмм. Әммә биш килолыҡ бер генә балыҡ тотһағыҙ, тағы ла ошондай уҡ ауырлыҡта табыш ҡаптыра алаһығыҙ. Әгәр кеше дүрт-биш көнгә балыҡҡа киткән икән, күпме тоторға рөхсәт ителә? Бындай осраҡта өйөгөҙгә ике норма ғына, йәғни ун килограмм алып ҡайтырға мөмкин.
Балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлдә ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа йәки фидерға тоторға мөмкин, әммә ырғаҡ икәүҙән артырға тейеш түгел. Йылтырма бөтөнләй ярамай. Балыҡ тотоу тик ярҙан тороп башҡарылырға тейеш. Кәмә менән һыуға төшөү тыйыла.
Һәр кем 25 апрелдән 5 июнгә тиклем балыҡ тотоу тыйылғанын белергә тейеш. Ҡанундарҙы белмәү штрафтарҙан азат итмәй. Түләү күләме ике-өс тапҡырға артты. Шулай уҡ мылтыҡ, арбалет, уҡ-һаҙаҡ ҡулланғандарҙың ҡорамалдары тартып алынасаҡ, ҙур күләмдә штраф һалынасаҡ. Электр ҡармаҡтары ла тыйыла.
Фото: blagoveshchensk.sm-news.ru
Читайте нас: