Кафела, урамда әле бер, әле икенсе кешенән аҡса теләнселәп йөрөгән был ағайҙы күптәр беләлер. Тыныс холоҡло, йәшлек мөләйемлеген юғалтмаған был Хоҙай бәндәһе миндә һәр саҡ ниңәлер йәлләү генә түгел, ә ярҙам итеү теләге лә уята ине. Ғәҙәттә, кешеләрҙә, уларҙың күңел сафлығында һирәк яңылышам. Был юлы ла эске һиҙемләүем дөрөҫ булып сыҡты.
Кафела һатып торған һылыуҡайҙан бурысҡа, “пенсияға тиклем генә” ваҡ бәлеш һораған ағайҙы күреп туҡтап ҡалдым. Ҡыҙҙан сәй менән ризыҡ алып ҡыуана-ҡыуана ашаған ағайҙы бер килке күҙәтеп ултырҙым. Күренеп тора – бер ваҡ бәлеш ас кешегә әҙ ине. Түҙмәй, бутҡа менән кәтлит һатып алдым да, янына барып ултырҙым. “Ағай, был һеҙгә”, – тип тәрилкәне алдына эттем. Кафела ултырған һирәк-һаяҡ кешегә уның менән бергә ултырыуыбыҙ ҡыҙыҡ та, сәйер ҙә тойолдомо икән – беҙҙән күҙҙәрен алманылар.
Нисәмә йыл берәҙәк тормош алып барған ағайҙың үҙен тота белеүе, кешелек сифаттары һаҡланыу ғына түгел, хатта бәғзеләрҙән юғары булыуы һоҡландырҙы. Ул бутҡаны ипләп кенә, хатта ниндәйҙер эске дәрәжә менән алдына ҡуйҙы ла, яйлап ашай башланы. Мин нисек һүҙ башларға белмәй аҙапландым. Бер яҡтан, ас кешенең асыуы яман, тигәндәй, алдында хәҙер инде кискә тиклем түҙерлек тамағы булғас, йә ҡыуып ебәрер, икенсе яҡтан: “Һеҙҙең тормошоғоҙ ҡыҙыҡһындыра, һеҙ башҡа асарбаҡтарға оҡшамағанһығыҙ”, – тип әйтә алмайым бит инде. Уйламғанда ағай үҙе һүҙ башланы: “Шунан, һеңлекәш, хәлдәр нисек? Гәзит сығарып буламы?”
Минең редакцияла эшләгәнемде ҡайҙан белә икән, тип аптырап уға текләйем. Ул мине ғәжәпләндереүгә балаларса һөйөндө, буғай. Унан башын сайҡап: “Эйе, бомждар һеҙҙең өсөн кеше түгел шул. Һеҙ уларға иғтибар ҙа бирмәйһегеҙ. Беҙ ни, урамда йөрөгән берәҙәк мал ни...” – тип ҡуйҙы. Һүҙен дауам итеп: “Редакцияға инеп, ҡыҙҙарҙан артып ҡалған гәзиттәрҙе алып сығам. Рәхмәт, тәүфиҡлы кешеләр эшләй һеҙҙә: бер ҡасан да насар һүҙ әйткән түгел, ҡырын ҡараш ташлағандары ла булманы”, – тип мине ҡайҙан белеүен аңлатып ҡуйҙы.
Кеше күңелендә соҡоноу теләге көслө булыуынан уңайһыҙланып, хушлашып китергә булдым. “Туҡтағыҙ, һеҙҙе бит мин ни өсөн асарбаҡ булып китеүем ҡыҙыҡһындыра. Бында һөйләшеү яйһыҙ булыр, рөхсәт итһәгеҙ кабинетығыҙға килермен”, – тине.
Килмәҫ, тип уйланым. Был һөйләшеү ҙә, көтмәгәндә килтереп һуҡҡан йөрәк һыҡрауына бирешеп, урамда йәшәгән ағайға алып биргән тамаҡ та онотолоп бара ине. Мөхтәр ағай эш сәғәте бөткән ваҡытта килеп инде. Асарбаҡтарға хас алама еҫ, әрһеҙлек, һүгенеү хас түгел уға. Йонсоған йөҙөн бер туҡтауһыҙ иҫкән Баймаҡ еле бер ҙә йәлләмәгән. Эҙем ҡалмағанмы, тип иҙәнгә ҡарай-ҡарай, баҙнатһыҙ ғына килеп ултырғысҡа ултырҙы. “Алдашырға яратмайым. Һүҙ биргән икәнмен – үтәргә тейешмен. Оҙаҡ көттөргәнем өсөн ғәфү ит”, – тип ҡуйҙы ауыр көрһөнөп.
Күршеләрҙең яман үгеҙе ер тырнап үкереп уға килә. Йәшел үләнгә ҡолаған малай сытырлатып күҙҙәрен йомдо. “Үлтерһә, үлтерһен дә ҡуйһын. Эләктереп йыртҡан күлдәк өсөн үгәй әсә мине былай ҙа тере ҡалдырмаясаҡ”, – тип уйланы кескәй Мөхтәр. Шул саҡ кемдер уны күлдәк яғаһынан матҡып тотоп, һөйрәй башланы. Йыртылған күлдәк икегә бүленгәндәй булды. Ҡып-ҡыҙыл күҙле үгеҙҙең осло мөгөҙө малайҙың янынан ғына үтеп китте. Шул уҡ мәлдә уны күршеһе ситән аҫтынан һөйрәп алып өлгөрҙө. Мөхтәр һыңҡылдап илай башланы. Күрше Әхәт буҫығып бөткән тиҫтерен нисек туҡтатырға белмәне. “Ярай инде илама! Тере ҡалдың бит! Мишка һине түгел, беҙҙең бер һимеҙ һарыҡты ла һөҙгөләп үлтерҙе. Ағай әл дә салып өлгөрҙө. Уның ҡарауы йәй уртаһында итле булдыҡ...” Һаман ерҙә ятҡан Мөхтәрҙе тағы тартҡыслап ҡараны. “Бөттө тием бит! Нимә ҡыҙҙар кеүек илайһың?!” Мөхтәр илауҙанмы- ҡурҡыуҙанмы ҡалтырай-ҡалтырай: “Лутсы мине Мишка һөҙөп үлтерһен ине. Был күлдәк менән ҡайтһам, үгәй әсәм өйгә инмәҫ борон башымды яра һуғасаҡ. Атайым ҡайтҡас ҡайыш менән өҫтәйәсәк”, – тип көскә әйтә алды. Әхәт башын тырнап уйланып алып китте. Эйе, күрше апайҙың Мөхтәрҙе нисек ишек алдында һөйрәп йөрөп туҡмағанын тәҙрә аша күргәне бар. Малайҙы ауылдаштары бик йәлләһә лә, бер нимә лә эшләй алмай. Сөнки был яһил ҡатындың алама теленән, холҡонан бар халыҡ зар илар хәлдә. Ниҙер иҫенә төшкән Әхәт: “Уйлап таптым! Уй баш та инде үҙемдә!” – тип Мөхтәрҙе өйөнә һөйрәй башланы. Ыҡсым, таҙа йортта Әхәттең апаһы Мәүлиҙә киске аш йүнәтеп йөрөй. “Апай, ярҙам ит уға! Әтеү үгәй әсәһе үлтерә уны!” – тип һөрән һалды Әхәт. Үҫмер ҡыҙ Мөхтәргә ҡарап баш сайҡап ҡуйҙы. Унан малайҙың өҫтөнән күлдәкте ипләп кенә һалдырҙы ла, йыуынырға ярҙам итте. Мәүлиҙә уларҙы ашарға ултыртты ла, үҙе күлдәкте тегергә ултырҙы. Мөхтәр Мәүлиҙә ҡағылған ҡулдарҙың йылыһынан онотолоп ултыра бирҙе. Ошондай хәстәрлекте тойоу өсөн ул Мишканан тағы әллә күпме һөҙөлөргә риза ине. Ә күлдәкте Мәүлиҙә өр-яңы кеүек итеп тегеп ҡуйҙы. Ауылда һылыулығы ғына түгел, ә уңғанлығы менән дан алған ҡыҙ ине бит ул!
Ишек алдын насар таҙартҡан булып тойолған өсөн генә Мөхтәрҙең арҡаһына туҡмастаяҡ килеп төштө. Ауыртыуҙы һиҙмәне лә ул. Тик кәмһенеү тойғоларынан ҡаны ҡыҙҙы үҫмерҙең. Әйләнеп туҡмастаяғын үгәй әсәнең ҡулынан матҡып тотоп тартып алды. “Етте! Тағы берҙе миңә ҡул күтәрһәң, донъяға ни өсөн тыуғаныңа бик ныҡ үкенәсәкһең?!” – тип яман итеп ҡараны. Яһил ҡатын күҙҙәренән осҡон сәскән үҫмерҙән ҡурҡып артҡа сигенде. Мөхтәр үҙенең еңеүен тантана итте. Тик ҡыуанысы иртәрәк булған икән. Кис атаһы эштән ҡайтып инмәҫ элек ҡатын Мөхтәр тураһында туҙға яҙмаған хәбәр һөйләп бөткән, имеш, уны өйҙән ҡыуған, “һин бында бер кем түгел, атайым һине барыбер ҡыуып ҡайтарасаҡ” тигән. Малайға атаһынан элек тә эләккәне бар ине. Әммә был юлы ул Мөхтәрҙе ҡанһыҙ итеп, ишек алдында тәгәрәтеп йөрөп туҡманы. Үҫмер ишек алдында ҡанға туҙып ятып ҡалды, уның янына килгән кеше булманы. Мөхтәр йылдар үткәс тә хәҙер инде күптән мәрхүм булған атаһын, үгәй әсәһен уйлай ҙа – аптырап ҡала. Уларҙың бит уртаҡ балалары булманы. Күпме ошо хаҡта уйланып, көйәләнеп ултырғандарын ишетте ул. Йортта бер генә бала – Мөхтәр булды. Ни өсөн үгәй әсә тәбиғәттән ҡатын-ҡыҙға бирелгән әсәлек хистәрен уға баҫа алманы икән? Ә атаһы? Ни өсөн берҙән-бер улын шундай ыҙа-михнәттәргә дусар итте икән? Ул бит ҡатынының Мөхтәрҙе һыу эскеһеҙ итеп туҡмауын бик яҡшы белә ине. Киреһенсә, атай кеше яҡлашыр урынға, үҙе ҡатынына ҡушылды... Әйтерһең, ошо ике өлкән кеше кескәй малайҙан үҙҙәренең уртаҡ сабыйҙары тыумағанға, бар ауылдың уларҙы яратмауы өсөн үс ала ине.
Теге саҡта ҡанға батҡан Мөхтәрҙе ҡараңғы төшкәс Мәүлиҙә килеп тапты. Тәҙрәнән ҡарап йөрөһә лә, яҡты саҡта үҫмергә яҡынларға үгәй әсәнән дә, малайҙың атаһынан да ҡурҡҡан икән. Ҡыҙ бер үҙенең көсө етмәгәс, Әхәтте саҡырып килтерҙе. Был икәү уны усаҡлыҡтарына индереп һалды. Мәүлиҙәнең шифалы ҡулдары үҫмерҙең башына һыулы сепрәк һалды, яраларын ҡарап, таҙартып, бәйләп сыҡты. Мөхтәр үҙе тураһында хәстәрлек күреүҙәренә өйрәнмәгәс, күңеле тулды. Ни тиклем дуҫтарынан оялһа ла, күҙ йәштәре уны тыңламайынса, бер туҡтауһыҙ ағылды ла ағылды. Хәйер, күптән таш булып ҡатҡан йөрәге ҡасандыр ирергә лә тейеш булғандыр. Сөнки күҙ йәштәре туҡтағас, үҫмергә күпкә еңел булып ҡалды. Мәүлиҙә уларҙы ҡалдырып сығып киткәс, Әхәт мейес артынан һоҫоп алып уға бал тотторҙо. Сәйерһенеп ҡараған Мөхтәргә: “Эс, эс, еңел булып ҡаласаҡ!” Һыҙланып ятҡан үҫмер ағыу тотторһалар ҙа эсергә әҙер ине, шикелле. Әхәттең һүҙе дөрөҫкә сыҡты – ул онотолоп йоҡлап китте. Малайҙарын артыҡ ныҡ язалап ташлағанын аңлаған атаһы уны эҙләп алып ҡайтты. Тик кескәй сағынан ҡәҙерле кешеһенә тартылған, һыйынырға тырышҡан Мөхтәрҙең күңеле ныҡ ҡалған ине. Атаһының туҡмауын да кисерер ине ул, тик үгәй әсәнең һүҙҙәренә ышанған, уны үҙенән күпкә өҫтөн ҡуйыуын ғәфү итә алманы. Былай ҙа ҡатҡан күңеле мең йоҙаҡҡа ябылды. Тик Әхәт менән Мәүлиҙә генә тормошоноң аҡ өлөшө булып тороп ҡалды. Мөхтәр ҡалаға училищеға уҡырға китте. Өйҙәгеләр менән кәңәшләшеүҙе кәрәк тип тапманы. Ялсыһыҙ тороп ҡалыуын аңлаған үгәй әсәһе һөйләнеп маташты ла, йәш егеттең ауыр ҡарашын күреп шымып ҡалды.
Нисек туҡтаманың, йөрәк?!
Ял көндәрендә һирәк ҡайтҡан Мөхтәр күберәк Әхәттәрҙә туҡтаны. Дуҫы апаһын әллә күпме егет һоратыуын, тик ул баш тартыуын, шуның өсөн ата-әсәһе уны ҡарт ҡыҙ булып ултырыуҙа ғәйепләүе, әрләүе тураһында һөйләне. Мәүлиҙәнең кейәүгә сыҡмағанын ишетеү Мөхтәрҙең күңеленә шул тиклем рәхәтлек бирә ине! Ҡыҙҙың үҙенән күпкә өлкән булыуын белһә лә, ул ғашиҡ булды. Хәйер, ысын мөхәббәттә йәш айырмаһы булмайҙыр ҙа, был хаҡта уйламайһыңдыр ҙа. Мөхтәр эстән генә: “Их, Мәүлиҙә, сыҡма инде кейәүгә! Мин әрменән йөрөп ҡайтҡансы ғына көт! Унан мин һине үҙем менән ҡалаға алып китәм”, – тип ялбарҙы. Әммә ысынбарлыҡта ҡыҙға күтәрелеп ҡарарға ла ҡыйманы.
Тиҙҙән Мөхтәр әрмегә китте. Уны дуҫы Әхәт һәм Мәүлиҙә генә оҙатып ҡалды. Атаһына Ватан һағына китеүе тураһында әйткәс, уныһы: “Шулай икән”, – тиеүҙән башҡа һүҙ ысҡындырманы. Шуға күрә Мөхтәр Әхәт һәм Мәүлиҙә менән генә хат алышты. Бер йыл самаһы үткәс Мәүлиҙә уға фоторәсемен ебәргәс, йәш һалдаттың түбәһе күккә етте. Казармалағы егеттәр фотоны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡараны. Берәүһе хатта: “Бәхетле һин, Мөхтәр, бик һылыу ҡыҙҙы эләктергәнһең”, – тип ҡуйҙы. Был һүҙҙәрҙән ҡанатланған Мөхтәр ҡыҙға үҙ хис-тойғоларын белдереп, уны әрменән көтөүен һораны. Тик яуап килмәне, Мәүлиҙәнән хаттар бөтөнләй өҙөлдө. Егет: “Мөхәббәтем тураһында белдереп, һөйгәнемде өркөттөм, нисек йәшәрмен хәҙер?” – тип ҡайғырҙы. Өлгөлө хеҙмәт иткән Мөхтәргә уйламағанда отпуск бирелгәс, ул ауылына атлыҡты. Ҡайтырға, һөйләшергә, аңлашырға! Кәрәк булһа Мәүлиҙәне үҙе менән алып китергә лә, хәрби часть янындағы ҡалаға урынлаштырырға! Тик риза ғына булһын.
Мөхтәрҙе тыуған ауылы күңелһеҙ генә ҡаршы алды. Туҡтауһыҙ быҫҡаҡлап ямғыр яуа, әсе ел. Мөхтәр Әхәттәрҙең йорто янында күмәк кеше йыйылғанын күреп аптыраны. Берәй ҡунаҡ-фәлән баралыр тип аҙымдарын йышайтты. Бер нисә ирҙең өйҙән мәйет алып сығыуын күреп йөрәге туҡтай яҙҙы. Кем?! Мәүлиҙә!!! Мөхтәрҙең йөрәге туҡтай яҙҙы. Ситтә таштай ҡатып торған Әхәткә барып йәбеште: “Нисек инде улай?! Нимә булды?!”
Аңына килгәндә Мөхтәр ҡәберлеккә төшөрөлгән Мәүлиҙәгә сат йәбешкән ине. “Үтенеп һорайым, күммәгеҙ Мәүлиҙәне! Мин унһыҙ нисек йәшәрмен!” – тигән иңрәү ҡатыш тауышын үҙе лә таныманы. Дуҫының хис-тойғоларын яңы килеп аңлаған Әхәт, ҡайғынан арынып, үҙен ҡулға алып, Мөхтәрҙе бер аҙым ситкә ебәрмәне. Ә һалдат ҡайғынан һығылып төшкән, кешеләрҙең нимә әйткәнен дә аңламай. Кемдеңдер бышылдап ҡына: “Аҫылынып үлгән, бахырҡай”, – тигәнен ишетеп, Әхәткә боролоп ҡараны. Тегеһе ҡарашын ситкә алды. Ерләү, аят уҡытыу тамамланды. Кешеләр Мәүлиҙәне йәлләп, баш сайҡай-сайҡай йорттарына таралышты. Әхәт менән Мөхтәр ҡасандыр Мәүлиҙәнең көлөү тауыштары яңғырап торған йортта яңғыҙы ҡалды. Тик ҡыҙ ултыртҡан тәҙрә төптәрендәге гөлдәр генә һөйгәне кеүек баға. Мөхтәр баянан бирле бирә алмаған һорауын бирә: “Ысын аҫылындымы Мәүлиҙә? Ни өсөн?”
Һылыу ҡыҙҙың яңғыҙлығы егеттәргә генә түгел, күп ирҙәргә лә тынғылыҡ бирмәгән икән. Шундайҙарҙың береһе еләккә яңғыҙы барған Мәүлиҙәне аңдып барып тотоп көсләгән. Ҡыҙ ҡурҡып, оялып был хаҡта бер кемгә лә әйтмәгән. Теге ир уның артынан бер аҙым ҡалмай йөрөй башлаған, ҡатынын айырып уны кәләш итеп алырға вәғәҙәләр биргән. Мәүлиҙә үҙенең ауырға ҡалғанын белгәс, теге иргә әйткән. Уныһы: “Ҡайҙан беләйем мин, бәлки, һин минән башҡалар менән дә йөрөгәнһеңдер”, – тип ҡыуып ҡайтарған. Ғәрлегенә сыҙай алмаған Мәүлиҙә муйынына элмәк һала. Унан алда барыһын да Әхәткә һөйләп бирә. Тик уныһы яңы ҡаланан ҡайтып байрам итеп йөрөгән сағы була. Апаһының төшөнкөлөккә бирелеүенә, киҫкен хәлдә булыуына әллә ни иғтибар бирмәй. “Ярай, таң атһын да, мин ул этте урынына ҡуйырмын”, – тип вәғәҙә генә бирә. Мәүлиҙә таң атҡанын көтөп тормаған шул.
Үҙен ғәйепле һанап, илап ултырған Әхәткә ҡарап Мөхтәр тағы ла нығыраҡ ҡыҙа. Ул теге ирҙең өйөнә йүнәлә. Ишек алдында йөрөп ятҡан әшәке бәндәне тотоп алып туҡмай башлай. Күрше-тирә араға төшөп, милиция саҡыртмаһа, Мөхтәр уны үлтерер ине... Егетте шәп командиры ғына төрмәнән ҡотҡарып ҡала. Мөхтәр тыуған яҡтарына оҙаҡ ҡайта алмай ситтә йөрөй. Хәйер, уны иҫләүсе кеше лә ҡалмай. Уйламағанда Әхәт дуҫы ла аварияға тарып, фажиғәле һәләк булып ҡуйҙы. Мөхтәр украин ҡыҙына өйләнә. Ике ҡыҙҙары донъяға килә. Йөрәге таш булып ҡатҡан Мөхтәр ғаиләһенә хәленән килгән тиклем йылыһын бирергә тырыша. Ҡатыны ҡырҡҡа ла етмәй вафат булып ҡалғас, ҡыҙҙарын матур итеп тәрбиәләй ул. Үҙенең үгәй әсәһе тураһында хәтерләп, яңынан өйләнеү тураһында уйламай ҙа. Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй шул. Тиҙҙән өлкән ҡыҙы ла әсәһе кеүек сирҙән үлеп ҡала. Кесе ҡыҙы атаһының фатирын һаттырып, аҡсаһын алып, Мөхтәрҙе үҙҙәре менән бергә йәшәргә саҡыра. Тик ҡартая бара атайҙың ҡәҙере бөтә. Ҡыҙы ғына түгел, кейәүе лә Мөхтәргә һүҙ ташларға, уны кәмһетергә аптырамай башланы. Түҙә бахыр, ни эшләһен, барыр ере юҡ. Бер көн иҫереп алған кейәүе үҙенә ҡул күтәргәс, Мөхтәр сыҙамай сығып китте. Өс ай тигәндә тыуған яҡтарына ҡайтып етте. Тыуған ауылында уның атаһының йорто урынында хәҙер яңы өй ҡалҡып сыҡҡан, икенсе кешеләр йәшәй. Күрше генә йәшәгән Әхәт менән Мәүлиҙәнең йорто бөтөнләй юҡ, уның ҡарауы унда һылыу ҡайындар үҫеп сыҡҡан. Мөхтәр ағай уларҙың ҡәберен эҙләп- эҙләп тә таба алмаған икән. Күрәһең тәрбиәләмәгәс, улар аҫҡа төшөп киткәндер.
“Һин йәлләмә мине, һеңлекәш. Минең ғүмерем Мәүлиҙә һәләк булыу менән өҙөлдө. Әйтерһең, йәнемде һурып алғандар ҙа, тәнем хаҡында онотҡандар... Буш йөрәк, буш хыялдар... Йоҡо донъяһына сумырға яратам. Сөнки төштәремдә мин һәр саҡ Мәүлиҙәм менән бергә. Миңә шунан артыҡ бәхет кәрәкмәй. Бер генә үтенесем бар, зинһар, йәлләмә мине. Сөнки үҙ ғүмерендә ысын мөхәббәтте кисергән, уның уты аша үткән кешеләр йәлләүгә мохтаж түгел”.
Берәҙәк тормош алып барған ағай яҡтылыҡ та, һағыш та нурҙары ҡалдырып сығып киткәс, оҙаҡ уйҙар донъяһынан сыға алманым. Көн дә ҡыйлыҡта соҡонған, бысраҡ баҙҙарҙа, сүп-сар ояһында йоҡлаған Мөхтәр ағайҙың хыялдарын тормошҡа ашырған төштәр өсөн генә йәшәүен аңлап, йыш ҡына бәхетебеҙҙең ҡәҙерен белмәүебеҙгә тетрәндем...