Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Июнь 2020, 16:00

Клара Урманбәтованан тәмле ризыҡ

#Һөнәрлеләр_беҙҙең_аралаКүптәр ҡыҙыл эремсекте яратып ашай, уның организм өсөн файҙаһы ла күп. Әммә нисек эшләргә белмәүселәр ҙә юҡ түгел арабыҙҙа. Уларға Клара Урманбәтованың кәңәштәрен еткерәбеҙ.

Күптәр ҡыҙыл эремсекте яратып ашай, уның организм өсөн файҙаһы ла күп. Әммә нисек эшләргә белмәүселәр ҙә юҡ түгел арабыҙҙа. Уларға Клара Урманбәтованың кәңәштәрен еткерәбеҙ.
Мин ҡыҙыл эремсекте нисек ҡайнатам? Шул турала яҙып үтәйем.
Эремсек ҡайнатыуҙы өләсәйем(мәрхүмә) Һәҙиә Йылҡыбаева өйрәтеп ҡалдырған ине. Йомшаҡ та,ауыҙға ҡапһаң иреп тә тора.
Ҡыҙыл эремсек өсөн кәрәк:
1. 20-25 литр айырылған һөт;
2. 3-литр сөсө ҡатыҡ;
3.1 литр май һыуы (ҡаймаҡ бешкән);
4.500-600 грамм шәкәр ҡомо;
5.1 килограмм һыйыр майы.
Ҡаҙандың төбөн майлап, һөттө ҡойоп, ҡайнар сиккә еткерәбеҙ. Сөсө ҡатыҡ менән май һыуын бергә һалып туҡыйбыҙ. Шунан ҡайнар һөткә яйлап ҡына ҡоябыҙ, был ваҡытта болғатып та торабыҙ. Һөтөбөҙ матур ғына булып эрей, эремсеккә әйләнә. Был эремсекте һыуы бөткәнсе ҡайнатабыҙ, ҡайнатыуға 5-6 сәғәт ваҡыт китә. Ваҡыты-ваҡыты менән болғатып торабыҙ.
Һыуы ҡайнап бөтөүгә, эремсегебеҙ матур ҡыҙыл төҫкә инә. Ҡаҙандан ҙур табаҡҡа бушатып алабыҙ ҙа, әҙерәк һурҡытабыҙ.
Ит үткәргес аша үткәрәбеҙ (ваҡ тишекленән). Үткәргәс май, шәкәр ҡомо ҡушып бутайбыҙ.
Эремсегебеҙ әҙер. Мин был эремсеккә йөҙөм, ҡара емеш ҡушып та эшләйем. Бик тәмле лә, файҙалы ла. Мин һатыуға эшләгәс, һөттө күп алам, ә һеҙ, дуҫтарым, үҙегеҙ самалап эшләйһегеҙ инде.
Фото: Клара Урманбетованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Читайте нас: