ҠУҘЫ
Ҡәҙимге осор. Тик шишәмбелә генә эштә бер аҙ буталсыҡ күҙәтелер. Етди ҡағыҙҙар менән эш иткәндә иғтибарлыраҡ булығыҙ, хата ебәреүегеҙ бар.
БУҒА
Ниндәйҙер уңыш көтә. Күптәнге хыялығыҙға өлгәшерһегеҙ, моғайын. Юҡ-бар хәбәргә ышанмағыҙ. Кәрәк саҡта дуҫтарығыҙҙың һәм туғандарығыҙҙың ярҙамына өмөт итә алаһығыҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Аҙна барышында үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһаламауығыҙ ихтимал. Был арала аҡсағыҙҙы бик һаҡсыл тотоноғоҙ. Ҡиммәтле әйберҙәр һатып алыуҙы әлегә кисектереп тороғоҙ.
ҠЫҪАЛА
Күптәргә тырышлыҡ күрһәтергә тура килер. Ниндәйҙер эште өр-яңынан башларға мәжбүр булырһығыҙ. Кеше ярҙамына артыҡ өмөт итмәгеҙ, үҙаллы эш итергә тырышығыҙ.
АРЫҪЛАН
Бик уңышлы мәл. Ниндәйҙер мөһим һәм оҙайлы эште башлап ебәрерһегеҙ. Был һеҙҙән тырышлыҡ, ваҡыт һәм байтаҡ сығым талап итер. Һуңыраҡ әлеге эштең сауабын күрерһегеҙ.
ҠЫҘ
Аҡса табыу тураһында йыш уйланырһығыҙ. Был арала яңы эштәрҙе башлау тыйыла. Башлағандарҙы тамамлау күпкә мөһим.
ҮЛСӘҮ
Ҡайһы бер етешһеҙлектәрегеҙ асыҡ күренер, быны үҙегеҙ ҙә яҡшы аңларһығыҙ, моғайын. Кешеләрҙең тәнҡит һүҙҙәренә тынысыраҡ ҡарарға тырышығыҙ.
САЯН
Ҡатмарлы осор. Ауыр саҡтарҙа ярҙам һорарға тартынмағыҙ. Иң мөһим яңылыҡтар эш урынында булыр һымаҡ.
УҠСЫ
Аҙна барышында бик күптәр һеҙҙең ярҙамға мохтаж булыр. Уларҙы ситкә типмәгеҙ, аҙаҡ сауабын алырһығыҙ. Тәҡдим ителгән осрашыуҙарҙан да баш тартмағыҙ.
ЫЛАҠ
Йортоғоҙҙағы хәлдәр иғтибар үҙәгендә булыр. Өйҙәгеләрҙең мәсьәләләренә етдиерәк ҡарарға тырышығыҙ. Шаршамбылағы ваҡиғалар киләсәгегеҙ өсөн мөһим буласаҡ.
ҺЫУҒОЯР
Һис тә көтмәгәндә төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәт күбәйеп китер. Йыш ҡына ваҡыт етмәү, эш күплеге ҡамасаулар. Был аҙнала уйлағандан күпкә әҙерәк эшләрһегеҙ һымаҡ.
БАЛЫҠ
Хәлегеҙ тотороҡло ғына. Шулай ҙа аҙна уртаһында ниндәйҙер ярҙам эҙләргә тура килер, бәлки. Йомала иғтибарлыраҡ булығыҙ, уйығыҙға осраҡлы ғына килгән фекерҙең бик өмөтлө булыуы ихтимал.