Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
29 Июнь 2020, 00:00

Лилиә Мирза. Көҙгө планета (дауамы)

Яҡташыбыҙ Лилиә Мирзаның фантастик хикәйәһенең дауамын тәҡдим итәбеҙ. Башын ошо һылтанма буйынса уҡығыҙ:https://zori102-b.rbsmi.ru/articles/common_material/K-g-planeta-fantastika-306630/?sphrase_id=34078Ҡаһарман бер ни әйтергә лә өлгөрмәне, Һандуғас Иректең һүҙҙәрен йөпләп бейергә төшөп китте. Һикереп тороп, Ирек тә уға ҡушылды. Күксин Ҡаһарман эргәһенәрәк шылып ултырҙы:

Ҡаһарман бер ни әйтергә лә өлгөрмәне, Һандуғас Иректең һүҙҙәрен йөпләп бейергә төшөп китте. Һикереп тороп, Ирек тә уға ҡушылды. Күксин Ҡаһарман эргәһенәрәк шылып ултырҙы:

– Әллә ысынлап та бер көн генә ял итеп алайыҡмы? Планета бит беҙҙең ярты эшебеҙҙе эшләп торасаҡ. Станция төҙөргә кәрәк. Ә уның бит бер диуарын ғына төҙөһәк тә, ҡалғандарын планета ҡабатлар.

Һандуғас менән Ирек шул хәтлем оҫта итеп бейейҙәр, береһе берәй хәрәкәт эшләй башлаһа, икенсеһе шунда уҡ уның артынан ҡабатлай. Күрәһең, бергәләп йыш бейейҙәр. Уларға ҡарап һоҡланған Ҡаһарман башҡа өндәшмәне, һүҙһеҙ генә риза булды. Матур бейей белмәй шул, дискотекаларға йөрөй алманы үҫмер сағында. Атаһы уҫал ҡыланған булды, ҙур класта уҡығандарында ла сәғәт унда уҡ йоҡларға ҡуша ине балаларына. Кистән бергә йөрөгән класташтары бер компания булып китте аҙаҡ, ә ул нисектер ситтәрәк ҡалды. Мәктәп йәшенән бейергә өйрәнмәгәс, студент саҡта инде оялды, күберәк ситтән ҡарап торҙо.

Байрам һый бөткәнсе барҙы. Бер ағас төбөнән икенсеһенә бейей-бейей күсте­ләр. Ҡаһарман да ҡыҙып алғас, оялыуын онотоп, Күксин артынан бейергә төшөп китте. Йырланылар, аҡырышып көлөш­төләр. Шампандар бушатылды, шоколадтар ашалды, алмалар кимерелеп бөттө. Һуңғы ағас төбөндә хыялланып һөй­ләшеп ятҡан ерҙәренән йоҡлап кит­кән. Күпме йоҡлағандарҙыр, уяныша башланылар. Баштары сатнап ауырта, хәлдәре юҡ. Ҡараһалар, йылтырауыҡ томан ҡаплай башлаған. Тороп карап­тарына йүгерергә теләнеләр, ракета томанда күренмәй ине инде. Ни эшлә­һендәр, кире яттылар. Ни булыр инде хәҙер? Ята торғас, тағы йоҡлап киткән­дәр. Ыңғырашҡан тауышҡа уянып киттеләр. Ҡараһалар, бер аҙ алыҫлыҡта шундай уҡ йәштәр төркөмө. Баштарын тотоп, кемеһе ултыра, кемеһе ята.

– Ниңә эргәгегеҙгә, исмаһам, һыу ҡуйып ятманығыҙ? – тигән асыулы тауыш яңғыраны. Был Ҡаһармандың ҡабатланышы уларға ҡарап һүҙ ҡушты.

Йәштәр һикерешеп торҙо. Тирә-яҡҡа күҙ ташланылар. Ағастар инде утыҙ ике булған. Ә һәр береһенең төбөндә… Йығылған шампан шешәһе, йыртылған шоколад ҡағыҙы, кимерелгән алма ҡалдыҡтары аунап ята. Ә утыҙ ике батмус буп-буш. Үҙҙәренең ракеталарынан йыраҡ түгел икенсе ракета ҡалҡҡан. Бер-береһенә ҡараштылар ҙа, ни әйтергә белмәй, һүҙһеҙ ҡалдылар.

– Ниңә тағы ҡатып ҡалдығыҙ? Баш шытырҙай, ҡуҙғалығыҙ, сараһын күрегеҙ. Сирле итеп беҙҙе донъяға килтерҙегеҙ ҙә… – Баяғы асыулы тауыш уларҙы торорға мәжбүр итте.

Тәнтерәкләй-тәнтерәкләй ракетаға ҡарай атланылар. Йондоҙ карабының ишектәре асыҡ ҡалған. Эстән һыу, дарыу алып сыҡтылар. Икенсе төркөм йәштәр, быларға ҡарап, улар эшләгәнде ҡабатланы: икенсе ракетаға инеп, һыу, дарыу алып сыҡты. Һыуҙар эселде, дарыуҙар ҡабылды. Бер-береһенә яҡынайып, бер төркөм булып түңәрәкләп ултырҙылар. Сыҙамай тағы ергә аунанылар.

– Ниңә быға тиклем ракетаны ла, беҙҙе лә томан ҡабатламаны? – беренсе булып Ҡаһарман һүҙ ҡушты.
- Йондоҙ карабының ишеге ябыҡ ине. Ә кисә һеҙ уны асыҡ ҡалдырҙығыҙ. Томан тере, ул әйберҙең эсенә үтеп инеп, төҙөлөшөн аңлағас ҡына, уны ҡабатлай, – Ҡаһарман һорауына уның ҡабатланышы яуап бирҙе. Тауышынан йәне көйгәне һиҙелеп тора.

– Беҙҙе сирле көйө ҡабатлатыуығыҙ насар. Һеҙ тыуғанда сәләмәт булған­һығыҙ, организмығыҙ сирҙәрҙән арынып, гел шул хәленә кире ҡайтырға тыры­шасаҡ, шуға һеҙ терелерһегеҙ, ә беҙ ниндәй хәлдә тыуғанбыҙ, гел шул хәлгә ҡайтасаҡбыҙ, – тине Күксиндең ҡабатланышы.

– Дарыу эсеп йәшәргә мәжбүр иттегеҙ беҙҙе, – тине Һандуғастың ҡабатланышы үпкәләп.

– Ә һеҙҙең исемдәрегеҙ нисек һуң? – тине Ирек, һүҙҙе икенсегә борорға тырышып.

– Беҙ һеҙҙең исемдәр менән тыуғанбыҙ, – тине уның ҡабатланышы.

– Улай булмай, кеше тыуғас, уға исем ҡушалар, – тип Ирек тороп уҡ ултырҙы. Уның хәле еңеләйә төшкәйне.

– Кеше, имеш… Ҡасан бахмурҙан сирләгән сағыңда үҙеңде кеше итеп тойғаның бар? – тине уның ҡабатланышы, асыуланып.

– Ә башҡалар?.. Бахмур менән сирләгәнсе эскән саҡта һәм аҙаҡ сирләп ятҡанда башҡаларҙың һине кешегә һанамағандарын оноттоңмо? – тине Ҡаһармандың ҡабатланышы.

– Бахмурҙан сирләгән кешене үҙе сирләгәнсе эскән генә йәлләй ала, ул да аҡыл биреп ҡалырға тырыша, – тине Күксиндең ҡабатланышы.

– Үҙегеҙҙе яуаплыраҡ тоторһоғоҙ, ғәйебегеҙҙе хәтерләтеп торор өсөн беҙ һеҙҙең исемдәр менән ҡалырға булдыҡ, – тине Һандуғастың ҡабатланышы.

– Туҡта, – тине Күксин ҡабат­ланышына, – Күксин бит ул сирен була, әйҙә һин Сирен бул, – тине Күксин.
– Һин, тимәк, Былбыл, – тине ҡабаланып үҙенең ҡабатланышына Һандуғас.

– Һин – Азат, – тине Ирек, ашығып.

– Ә һин Батыр булырһың, – һәр кем үҙенең ҡабатланышына исем биреп ҡалырға тырышты. Әйтерһең, бының менән гонаһтарынан ҡасып була.

– Күренеп тора, хәлегеҙ еңеләйгән, был сүп-сар урманды ҡабатлатырға йыйынмайһығыҙҙыр бит, бәлки, тороп йыйыштырырға тотонорһоғоҙ, – тине Батыр асыулы ҡиәфәтен ташламай. – Томандың көҙгөһөнә эләкһә, эшегеҙ ике тапҡыр күберәк буласаҡ.

Ер кешеләре һикереп торорға булған ерҙән бөгөлөп төштө. Тик иркәләнеп ятып булмай: башҡалар ҙа шул уҡ хәлдә, ә йылтырауыҡтар көтөп тормаясаҡ, ваҡыттары етеү менән килеп баҫасаҡ.

– Ә һеҙ? Беҙгә ярҙам итһәгеҙ… – Һандуғастың һүҙҙәре тегеләрҙең уф тигәненә күмелеп ҡалды, ирҙәр бер ыңғай арттары менән боролоп ятты.

Был ыңғырашыуҙы ишетеүҙән ҡасырға тырышып, ер төркөмө тиҙерәк ағастар янына китте.
– Бында йоҡлап китһәгеҙ, уятып өлгөрөп булмаҫ, ҡабатланып ҡуйыр­һығыҙ, ракетаға инеп, ишеген ҡаплап ятығыҙ, – тине Күксин, артына боролоп, һәм башҡалар артынан атланы.

Дүрт аяҡланып тигәндәй йөрөп сүп-сар йыйҙылар. Эйелгән һайын баш шытырҙай. Яңы төркөм ирҙәре, үлемесле сирләгән һымаҡ, үҙҙәрен наҙлап ята бирһәләр ҙә, Сирен менән Былбыл бер аҙҙан эшләүселәр янына килде.

– Алмаларҙың орлоҡтарын тиреп, алмағастар ултыртырға булдыҡ, – тине Былбыл. – Ҡайынлыҡ ҡына булмаһын планетабыҙҙа, алмалар ҙа үҫһен.

Ирҙәр көрәк алып килде. Ҡыҙҙар орлоҡтарҙы тиреп, улар ҡаҙған соҡорҙарға төшөрә барҙы. Күксин менән Һандуғас, шешәләрҙе урмандан сығарып, бер урынға өйә барҙы, шоколад ҡағыҙҙарын уларҙың эсенә тыҡты. Алма ҡалдыҡтарын Сирен менән Былбылға бирә барҙылар. Урман уртаһында бысраҡ дүрт ағас ҡалды һәм урман ситендә уның ҡабатланышы. Унда яҡын барырға ла ҡыйын, ашаған-эскәндәре кире килгәндә шунда барып түккәндәр. Һаҫыҡ, әшәке. Былай ҙа күңелдәре болғана. Шуға ҡыҙҙар тегеләр эргәһенә килде. Тәүҙә орлоҡтарҙы ултыртып бөтөргә булдылар. Ҡыҙҙар ҙа ҡулдарына көрәк алды. Сирен менән Былбыл, алмағастар күберәк булһын тип, бөтә орлоҡтарҙы ла ултыртырға теләй. Ҡара тиргә баттылар. Хәлдән тайып туҡтанылар.

Бер аҙҙан киттеләр ғәйептәрен юйырға. Егеттәр бәләкәй соҡорҙар ҡаҙҙы, ҡыҙҙар тиҙ генә шунда әшәкеләрҙе көрәктәре менән төртөп төшөрҙө. Бер-береһенә ҡарамаҫҡа тырыштылар. Һәр береһе үҙенең өйөмөн танығанда ер тишегенә кереп китерҙәй булды. Был ағастар таҙарҙы, тик уның ҡабатланышы булыуын белеү бигерәк ҡыйын. Уныһына барып өлгөрмәнеләр, йылтыр томан пәйҙә булды. Йүгерҙеләр тиҙерәк карап эсенә.

Ракетаға инһәләр, Ер ҡыҙҙарҙы ҡан анализы бирергә саҡыра. Ҡаһарман менән Ирек урынына, баҡһаң, Батыр менән Азат биргән. Ғалимдар асыулана, хәлегеҙ шәптән түгел, кире ҡайтмаҫлыҡ үҙгәрештәр булған, ти. Дөрөҫөн һөйләп бирергә тура килде. Башҡаларҙан да анализ бирҙерҙеләр. Бөтөнөһө лә хәлһеҙләнеп урындарына тәгәрәне. Яңы төркөм яңы ракета эсендә ҡалды.

Уяндылар, тышҡа сыҡтылар. Шытып үҫеп сыҡҡан алма үҫентеләрен күреп ҡыуандылар. Ә ағас төбөндәге батмустар буш: бер нәмә лә һалып өлгөрмәнеләр бит. Алыҫта йыйыштырылмаған икенсе ағас төркөмө. Шешәләр инде ике өйөм булып ҡалҡып тора. Башҡа күбәймәһен өсөн уларҙы ни эшләтергә? Ҡаһармандың башына шәп уй килде:

– Шешәләрҙән бәләкәй генә өй төҙөйбөҙ, инеп ятырлыҡ ҡына итеп, ишеге ҡапланһа, ҡабатланмаҫ. Кәрәк булһа, ишектәрен асырҙар ҙа ҡабатлатырҙар, өйлө булырҙар, – тине. Ер төркөмө ҡыуана-ҡыуана эшкә тотондо: бер кемдең дә хәшәрәт ағастар янына барып таҙартып йөрөгөһө килмәй ине шул. Таҙартыуын да таҙартырҙар, тик һуңыраҡ, иртә менән түгел.

Бер нисә ҡайын ағасын ҡырҡып, ботарлап, бер аҙ аралыҡта икешәр таяҡ ҡаҡтылар, араларына шешәләрҙе теҙә башланылар. Бер кеше инеп ятырлыҡ ҡына өй килеп сығыр ине, икенсе төркөмгә оҡшап ҡалды был диуар.

– Бер диуар булып ҡалһын, ҡабатланғандарын эргәһенә килтереп һалып, өйҙө ҙурыраҡ итеп һалырбыҙ, – тине Батыр. Башына еүеш сепрәк ҡуйған, хәле еңеләймәгәне күренеп тора. Азат менән улар бөгөн дә уфылдап ята, эштә ҡатнашмайҙар.

Егеттәр диуарҙы төҙөгән саҡта ҡыҙҙар батмустарға әйберҙәр теҙергә булды. Яңы ракеталағы булған бөтә ризыҡты сығарып һалдылар. Төп ракетаның ризығына “Ер” теймәҫкә ҡушты. Берәй көтөлмәгән хәл булыуы мөмкин, йә ҡапыл ғына планетаның икенсе еренә күсергә ҡушылыр, һәр ваҡыт осорға әҙер булырға кәрәк, тинеләр. Шулай ҙа йәштәр һыу мәсьәләһендә үҙҙәренсә эшләне: баллондары менән эсәр һыуҙың яртыһын сығарып ҡуйҙылар. Ҡыҙҙар батмустарҙы тултырҙы, егеттәр төркөмө диуарҙы һалып бөттө. Ракета эсенән ғалимдар әҙерләп һалған еләк тамыр­ҙарын алып сыҡтылар, күмәкләшеп ултырттылар. Ял итергә ултырҙылар. Планетаның киләсәге, бөтөн әйберҙе лә ҡабатлатып була икән, бындай планета ла аҡса кәрәкмәйәсәген, алтын тик биҙәнеү әйбере буласағы тураһында фекер алыштылар. Күпме ултырғандарҙыр, тағы күпме ултырырҙар ине, кем белһен, береһенең дә ҡуҙғалғыһы килмәй. Тик Батырҙың асыулы тауышы әңгәмәне бүлдерҙе:
– Урманды таҙартып бөтөрәһегеҙме, күбәйгәнен көтәһегеҙме?

Ҡаһарман ҡалҡты ла бысраҡ ағастар яғына китте. Башҡалары уның артынан өндәшмәй генә эйәрҙе. Бер төркөмөн таҙарттылар, икенсеһенә киттеләр. Барып етеп өлгөрмәнеләр. Томанды күреү менән караптарына киттеләр. Их, ултырмай ғына бөтөрөп ҡуйһалар, башҡа эш ҡалмаҫ ине, хәҙер тағы ҡабатлана инде.

Йоҡонан тороп тышҡа сыҡһалар, тышта – ике Батыр. Береһе салҡан күҙен йомоп ята, икенсеһе ҡайынға һөйәлеп ултырған да уйға талған.

– Нимә булды тағы? – Ирек асыуланып Азатҡа ҡараны.

– Ишек ябам тигән ерҙән ҡапыл: “Асҡыстар”, – тине лә кире йүгерҙе, аңғармай ҙа ҡалдыҡ. Бер ҡайын түмә­ренән ниҙер эләктереп кире лә борол­ғайны, томан баҫты, ул күренмәй баш­лағас, ишекте яба һалдым. Беҙ ҙә ҡабат­ланып ҡуймайыҡ, тинем, – тине Азат.

– Кемегеҙ Батыр, кем бөгөн ҡабатланған? – Ирек ике егеткә ҡарап өндәште.

– Мин тыуҙым, – тине уйсан егет.

– Исемең Баһадир булыр инде, – тине Күксин. Егет яуап бирмәне, иңбаштарын һикертеп кенә ҡуйҙы.

– Нимә тураһында уйланаһың шул тиклем? – тип һораны Былбыл.

– Яңғыҙлығым тураһында, – тине егет. – Һеҙ бөтөнөгөҙ ҙә парлыһығыҙ, ә миңә кәләш ҡайҙа?

– Ярай, кис Сирен томанда ҡалыр, ҡабатланыр, иртәгә кәләшле булырһың, – тине Ирек.

– Ә ниңә Сирен? Мин Былбылды теләйем, – тине егет.
– Нисек инде Былбылды теләйһең? Һин бит Батырҙың ҡабатланышы. Ә уның кәләше Сирен, – тине аптырап, Ирек.

– Беҙ Күксин менән мәктәптә уҡығандан бирле бергәбеҙ. Һин уның йә Сирендең ҡабатланышын яратырға тейешһең, – тине Ҡаһарман.

– Белмәйем, минең күңелем Һандуғастымы, Былбылдымы теләй, – тине егет.

Йәштәр аптырашып бер-береһенә ҡаранышты. Шул саҡ күҙҙәрен йомоп ерҙә салҡан ятҡан Батырҙың тауышы яңғыраны.
– Эскән сағыңда, Ҡаһарман, һин Былбылды теләнең, ә беҙ һинең айныҡ ҡабатланышың түгел.

Күксин аптырап Ҡаһарманға ҡараны ла, ҡырт ҡына боролоп, диуарҙар янына китте. Сирен Батырға ҡараны, күҙҙәрендә йәш йылтыраны. Ул да Күксин артынан эйәрҙе.

– Ярай, – тине Ирек, – Былбыл ҡалыр йылтыр томанда, улай булғас.

– Мин бит Азатты яратам, – тине Былбыл. – Минең ҡабатланышым да…

Былбыл һүҙен әйтеп бөтөрмәне, былай ҙа аңлашыла ине. Йәштәр һүҙһеҙ ҡалды.

– Ярай, был хәлдән нисек сығырға кис уйлашырһығыҙ. Ә хәҙер эшкә тотоноғоҙ, йә тағы өлгөрмәҫһегеҙ, – тине Азат.
Ҡаршы әйтеүсе булманы. Йәштәр диуарҙар янына китте. Ҡабатланған диуарҙы аҡтарып, икенсеһе эргәһенә ташынылар. Былбыл менән Сирен батмус­тарҙан аҙыҡтарҙың бер аҙын үҙҙәренең караптарына ташыны. Төндә улар арып йоҡлаған, ә көн буйы тик ятҡан егеттәр йоҡлай алмай аҙапланған, ашағылары килгән. Күксин менән Һандуғас караптарынан сығарған һыуҙы кире ташыны. Ҡалғаны ҡабатланып торһа ла етерлек. Ирек менән Ҡаһарман өйҙөң артҡы яғын ҡуйырға уйлағайнылар, хәлһеҙ йөрө­гәндә ишек, тәҙрә менән булышҡыһы килмәй. Батыр ҡаршы төштө.

– Бөгөн алғы диуарҙы ҡуйығыҙ, ишек нисек яһалырға тейеш – күрәйек, – тине Батыр.
– Аҙаҡ өйрәнерһең, – тине Ирек. – Бөгөн артҡы диуарҙы терәтәйек.

– Юҡ, – тине Батыр. – Һеҙгә ышанмайым мин. Эшегеҙҙе бөтөрөргә яратмайһығыҙ. Ишекле яҡты нисек эшләргә күрһәтегеҙ.
– Ә үҙең ышаныслы кешеһеңме? Нимә тип томан аҫтына йүгерҙең? – тине Ҡаһарман.

– Карап асҡыстарын ҡайын түмәре өҫтөнә ҡуйып торғайным, шул иҫкә төштө, – тине Батыр.
– Ә шунда ятып торһалар, нимә булыр ине? Бында бит юғалмай, киреһенсә, ҡабатланып ята.
– Эйе шул, – тип һүҙгә ҡушылды Күксин. – Ерҙә әйбереңде төшөрөп ҡалдырҙыңмы – ҡайғы, ә бында уның урынына икәүҙеме, йәки унан да күберәкте табып ҡыуанасаҡһың.

– Ә икенсе кеше табып ҡыуанһа? – тине Һандуғас.

– Ул бит береһен генә табасаҡ, ә икенсеһе ҡабатланып ятасаҡ. Барыбер һин берәй ҡасан табасаҡһың.

– Минең яратҡан алҡаларымдың береһе төшөп ҡалды, ти. Мин тапҡансы улар ҡабатланды, ти, икенсе ҡыҙ табып таҡты, ти. Ә мин кеше кейгәнде кеймәйем, минең өҫтөмдә башҡалар кеймәгән булһын. Юғалған әйберемде беренсе көндә тапмаһам, уның ҡабатланғанын аңлап, мин уны аҙаҡ тапһам да ҡыуана алмаясаҡмын. Бәлки, эҙләп тә тормам.

– Һатыуҙан алынған әйбер барыбер берәү генә булмай инде, – тине Күксин.

– Ә минең үҙем эшләгән биҙәүестәрем дә күп. Бына, күрәһегеҙме, салбар менән мин ошондай беләҙек кейәм, – Һандуғас, блузкаһының еңен күтәреп, күндән үрелгән беләҙек күрһәтте. Беләҙек уртаһында тимер заклепкалар менән Һ хәрефе яҙылғайны.

– Һ хәрефе Һандуғас тигәнде аңла­тамы?

– Улай булғас, мин Һ хәрефен Б-ға төҙәтергә тейешмендер, – тине Былбыл, беләҙеген сығарып ҡарап.

– Хәҙер һиндә лә бааармы ни ундай беләҙек? – тине Һандуғас, һуҙып.

– Яҙыуын төҙәтһәм, бер иш бул­маясаҡтар бит, – тине, уңайһыҙланып, Былбыл. Беләҙекте оҡшатҡаны, тағып йөрөткөһө килгәне күренеп тора.

– Дәә, – тине Ирек. – Ҡатын-ҡыҙ өсөн ҡабатланыу юғалтыуға ҡарағанда ла аламараҡ икән.

– Ни өсөн ҡатын-ҡыҙ өсөн генә насар булһын, ти? Бына мин дә бит асҡыстар артынан кире йүгерҙем. Хәҙер аңла­ныңмы инде ни өсөн? – тине Батыр, Ҡаһарманға ҡарап.

– Аңланым. Асҡыстар ҡабатланырға тейеш түгел, ләкин ул бит улай ҙур проблема түгел. Башҡа кеше ҡулына эләкмәһен өсөн, дубликатын йәшереп тә ҡуйып була, юҡҡа сығарып та…

– Ә мине юҡҡа сығарып булмай... – тине уйсан ғына Баһадир.

Үҙенең ғәйебен тойған Батыр был һүҙҙәрҙең әңгәмәгә әйләнеүен теләмәне, тегеләрҙе был тирәнән тиҙерәк ебәрергә тырышып өндәште.

– Диуарҙы төҙөп бөтөгөҙ инде, башҡа эшегеҙ ҙә бар, – тине ул асыулы. Үҙенең бөгөн дә эштә ҡатнашмай ятасағы күренеп тора.

Ишекле диуарҙы төҙөү оҙаҡҡа һуҙылды, ишек уйымын килештерә алмай, бер-ике ҡат һүттеләр, ҡайын ишек яһанылар, асыҡ көйө ҡалдырырға булдылар. Ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғандар, тойомлауҙары буйынса томан ваҡыты етеп килә.

Баһадирға пар ҡабатлатырға кәрәк, кемде ҡалдырырға? Тиҙ генә кәңәшләшә башланылар. Ҡарарҙы һуңғы минутҡа ҡалдырырға ярамай, йә береһе лә ҡалмаҫ. Баһадир үҙе Былбыл, йә Һандуғас, ти. Ә улары уны яратмағандарын,
ҡабатланыштары ла икенсене яратып йәшәйәсәген һөйләй. Ни эшләргә?

– Шампанығыҙ ҡалдымы, – тине Баһадир. – Эсерегеҙ. Бәлки, эскәс, мине теләр.

Ирек инде терелгән, Һандуғасты көнләшеп уны ҡалдырыуҙан ҡырҡа баш тартты. Азат башы шытырҙап ауыртҡанға хәлһеҙ генә ҡул һелтәне. Былбылды өгөтләп алдына шампан ҡуйҙылар. Шампанды күргәс, Сирен:
– Беҙ сирле тоҡом тыуҙырмаҫбыҙ инде, балаларһыҙ ғына йәшәрбеҙ. Ә планетаға кешелек йәмғиәте кәрәк. Һеҙ терелдегеҙ шикелле, берәй көн бөтәгеҙ ҙә томанда ҡалып, сәләмәт кешелек ҡалдырыр­һығыҙ инде, – тине, үҙенең күҙҙәренән тупырлап йәш тамды. Был һүҙҙәрҙе ишеткән Былбыл ҡулына алған бокалын кире ҡуйҙы.

– Мине ҡабатлатып, һеҙ тағы бер сирлене күбәйтәһегеҙ, былай булмай. Һандуғас ҡалһын. Исмаһам, уның ҡабатланышы сәләмәт булып, бала табырлыҡ булыр.

Ирек күркә һымаҡ ҡабарынып ниҙер әйтергә ауыҙын асҡайны ла Баһадир уны бүлдерҙе:
– Бәлки, аҡыл менән эш итә башларһығыҙ! Белә күрә бәхетһеҙ, балаһыҙлыҡҡа дусар ителгән ҡатынды ҡабатлатһағыҙ, иртәгә уның күҙҙәренә нисек ҡарарһығыҙ?

Башҡа ҡаршы өндәшеүсе булманы. Һандуғас Былбыл урынына ергә сүгәләне. Ҡулына шампан алды, һүҙһеҙ генә эсте. Уға Баһадирға ғына ҡарарға, уның менән һөйләшергә ҡуштылар. Һандуғас тағы шампан эсте, бейергә төшөп китте, ниндәйҙер ҡыҙыҡтар һөйләне, шарҡылдап көлдө. Уға ҡарауы әллә нисек ҡыйын, ваҡыт та ҡыҫа, киттеләр урман ситенә. Бер төркөмөн таҙарттылар ҙа икенсеһенә киттеләр, уныһы бөгөн алыҫыраҡ булды шул, барып етеп килгәндә генә томан төшә башланы, өлгөрмәүҙән ҡурҡып йүгерә һалдылар. Һандуғас ҡалды.

Караптарына инеп, ятаҡтарына ауҙылар. Үҙҙәренең бысраҡтан һаман ҡотола алмауҙарына асыуҙары килде. Бер яңылышҡанды күпме төҙәтергә мөмкин, бөтөрөп кенә ҡуймай шуны.

Иртәгәһенә хахылдап көлгән тауышҡа уянып киттеләр. Сыҡһалар, Баһадир инде тышта, түмәр өҫтөндә йылмайып ултыра. Уның тирәләй Һандуғастың ҡабатланышы бейеп йөрөй, Баһадирҙы ирештергән һымаҡ күренде йәштәргә. Быларҙың сығып килгәнен күргәс, ҡыҙ ҡаршы атланы.

– Сәләм, мине Миләүшә тип белерһегеҙ. Һандуғас миңә шундай исем әҙерләгән булған, – тине. Ҡысҡырып таҡмаҡ әйтеп, бейеп тә алды.

– Ниңә шул хәтлем ҡысҡыраһың?! – тине Батыр, сырайын һытып. – Баш ауырта.

– Һинең баш ауырта, ә минең – йөрәк. Яратмаған менән ғүмерем заяға үтәсәк. Күрәләтә яратмаған иргә мине булдырҙығыҙ.
Быларҙы күреп, ағастар араһынан Һандуғас килеп сыҡты.

– Мин торғансы шампанды ҡайҙалыр йәшергән, эҙләп йөрөнөм, – тине.

– Эсәһең киләме? – тип аптырап һораны Күксин.

– Юҡ, Миләүшәнән алып ҡуяйым, ҡабатлатмаһын тигәйнем, – тине.

Бөтәһе лә аптырап, Миләүшәгә төбәлде.
– Ә мин яратмаған ир менән нисек йәшәйем? – тине уныһы күҙ йәштәре аша. Шунда уҡ үҙ һорауына үҙе яуап бирҙе:
– Шампан эсеп, йырлап-бейеп, – шулай тине лә хахылдап, сиғандарса яурындарын һелкетеп бейей-бейей былар эргәһенән китте.

Ауыр тынлыҡ урынлашты.
– Шампан күпме ҡалғайны? – тип һораны Күксин бер аҙҙан.

– Ҡайҙан беләһең инде, хәҙер. Мин уянғанда алдында берәү ине, эсеп ултыра. Кисәге миңә ҡалдырылғандыр, тип алдынан алып ҡуйҙым, өйрәнмә, кәрәкмәй, тигәйнем, хахылдап көлә. Ағас баштарында күптәр ул, урман менән бергә үҫәләр, ти.

Шунда ғына иҫкә төштө, байрам иткән көндә күп була тип, бер-икәүҙе ҡайын башына ботаҡтар араһына йәшергәйнем. Хәҙер нисәү булып ҡабатланғандыр инде… Эҙләмә, мин уларҙы бөтәһен дә табып, алып ҡуйҙым, ти.

Ни әйтергә лә белмәнеләр. Миләүшә киткән яҡҡа ҡарап торҙолар ҙа өндәшмәй генә диуар янына киттеләр. Ирҙәр йәһәт кенә яңы диуарҙарҙы һүттеләр ҙә тегеләре янына килтереп һала башланылар. Бөгөн улар йылдам эшләп йөрөй, күрәһең, бөтөнләй терелгәндәрҙер. Күксин караптан орлоҡ контейнерҙарын алып сыҡҡан икән, йәшелсәләрҙе һайлап алып, ултырта башланылар.

Миләүшә улар янына килмәй урман эсендә йөрөй, йә һуҙып-һуҙып боронғо “Сәлимәкәй” йырын йырлағаны, йә таҡмаҡ әйтеп шарҡылдап көлгәне ишетелеп тора. Баһадир бер уның янына китә, ҡыуыламы икән инде, тағы былар янына килә, түмәр өҫтөнә башын тотоп ултыра, тағы тороп китә – ни эшләргә, ни әйтергә белмәй. Күңеле теләгәнгә йырлаймы Миләүшә, шампаны өҫтәлеп йырлатамы, ни тип әйтә алһындар, баш күтәрмәй, эшләнеләр ҙә эшләнеләр был көн.

Тауыҡ кетәгендәй генә өй килеп сыҡты. Бындай планетаға ҙуры кәрәкмәйҙер ҙә, кәрәкһә, өлгөһө бар, ҙурайтып төҙөрҙәр. Эштәре бөткәс, шулай уҡ һүҙһеҙ генә урманды таҙартып бөтөргә киттеләр. Тиҙ ҡыландылар, тик урман ҡапыл ҙурайған шул, икенсеһен таба алмай йөрөнөләр. Табып таҙарта ғына башлағайнылар, томан пәйҙә булды, йүгерҙеләр йән-фарман өлгөрөргә тырышып. Күксин, эшебеҙҙе бөтөрәйек, ҡабатланһаҡ, беҙ бит хәҙер һау-сәләмәт дубликаттарыбыҙҙы ҡалдырасаҡбыҙ, тип әйтеп ҡараны. Әммә Һандуғас, кисә эстем, мин ҡалмайым, тип яуапланы. Ул ҡалмағас, Ирек тә ҡалырға тейеш түгел. Нисек кенә булһа ла иртәгә ике мәсьәләне лә хәл итергә булдылар.

Юлда Миләүшә осраны. Бешеп килгән еләк йыйып йөрөй. Ирек менән Һандуғас ике ҡулынан эләктерҙеләр ҙә йүгерттеләр. Ҡаһарман Баһадирҙы саҡырып ҡысҡырҙы, уныһы урман ситендә көтөп тора икән. Миләүшәне уға етәкләттеләр ҙә тиҙерәк ҡараптарына инеп бикләнделәр. Ҡаһарман йыйылыш иғлан итте.

– Етте, – тине ул, – инде хәҙер һәр кис план төҙөп, шуның буйынса эшләйәсәкбеҙ. Иртә менән тәүҙә йыйыштырыу эшен бөтөрәбеҙ, аҙаҡ бассейн эшләп, йыйылған һыуҙы тултырырбыҙ, планетала күлдәр барлыҡҡа килһен, аквариумдағы балыҡтарҙы ебәрергә кәрәк. Тағы ике көндән һуң ҡабат­ланырға йылтыр томан аҫтында ҡунырбыҙ, беҙгә кире осорға булһа, сәләмәт милләт ҡалдырырға кәрәк, – тине. Бөтәһен дә был идеялар бик дәртләндерҙе. Төрлө хыялдарға бирелделәр, планета йәшәү өсөн уңайлы ла, гүзәл дә булһын өсөн тағы нимәләр булдырырға уйландылар. Бик һуң бүлмәләренә таралдылар.
Автор: Лилиә МИРЗА
Читайте нас: