4 секторлы борос — “ҡыз”, ул баллыраҡ, тәмлерәк, йомшағыраҡ, сей килеш ашарға, салаттарга ҡушырға мөмкин. 3 секторлыһы — “малай” енесле, катырак, әсерәк була, уны ризыҡлар әҙерләгәндә ҡулланырға кәрәк.
Төрлө енесле йәшелсәләр бер борос ҡына түгел. Ҡыярҙы ла “малай” һәм “ҡыз”га бүләләр. “Ҡыз” ҡыярҙың орлоҡтары — дүрт, “малай”ҙыҡы өс сигментка урынлаша. Орлоғон алаһығыҙ икән, түтәлдә ҡыҙҙы ҡалдырырға тырышығыҙ, уның формаһы дүрткелерәк була. Тәжрибәле баҡсасылар, “малай”ҙарҙан алынған орлоҡтан сыҡҡан үҫемлектең буш сәскәһе күп була, тип раҫлай.