"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
2 Июль 2020, 21:00

Ил төкөрһә...

Байыш ауылы мәсетенә 2014 йылдың 17 майында нигеҙ һалынды. Нигеҙ һалыуға Нуритдин олатай (Йылайыр районы Ҡәҙершә ауылынан, йәне йәннәттә булһын, ул билгеле кеше Әхмәр Үтәбаев уның тураһында яҙҙы), Салаүат Әмерхән улы Кильдин - Шейх Усман, Ғәлиә һылыу булдылар. Биш ҡорбан килтерелде, сара клубта концерт формаһында уҙҙы, нигеҙ ташы һалынғас, мәжлес ойошторолдо. Уға тиклем ойоштороу өсөн мәктәптә ике сара үткәрелгән ине, айырым ирҙәр менән, һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар менән.

Нурлы-иманлы Байыш ауылы мәсете
#Байышауылымәсете, #Байышымяҙмышым,
#Иманыныҡтыңмилләтеныҡ
#хәйриәдауамитә
#Ятыпҡалғансыүҙөлөшөңдөиндер
#Әһинөлөшиндерҙеңме

Байыш ауылы мәсетенә 2014 йылдың 17 майында нигеҙ һалынды. Нигеҙ һалыуға Нуритдин олатай (Йылайыр районы Ҡәҙершә ауылынан, йәне йәннәттә булһын, ул билгеле кеше Әхмәр Үтәбаев уның тураһында яҙҙы), Салаүат Әмерхән улы Кильдин - Шейх Усман, Ғәлиә һылыу булдылар. Биш ҡорбан килтерелде, сара клубта концерт формаһында уҙҙы, нигеҙ ташы һалынғас, мәжлес ойошторолдо. Уға тиклем ойоштороу өсөн мәктәптә ике сара үткәрелгән ине, айырым ирҙәр менән, һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар менән. Мәктәп директоры Хәмит Әхмәт улы Назаров ойошма теркәү эшен атҡарҙы, "Местное религиозное общество мусульман "Байыш"" тип атала. Ейәнсура районы хәкимиәте аша ер бүлеү мәсьәләһе хәл ителде. Мәсет төҙөүҙе ойоштороусылар һәм әйҙәүселәребеҙ, ауылдаштарыбыҙ: элекке мәктәп директоры, әле хаҡлы ялда Назаров Хәмит Әхмәт улы һәм Өфө ҡалаһынан Мөхәмәтйәнов Ғилман Әхмәтдин улы. Мәсетебеҙҙең имам-хатибы Мөхәмәтйәнов Әнәс хәҙрәт. Дөйөм төҙөлөш мәсьәләләрен хәл итеүсе, өмәләр ойоштороусы - Хәмит ағай һәм Әнәс хәҙрәт, ә Ғилман хажи - инвесторҙар, кәрәкле төҙөлөш материалдарын хәстәрләй. Дөйөм йыйылғанда иғәнә йыйыу өсөн төрлө ойошмаларға мөрәжәғәттәргә ҡултамға йыйылды: Фонд "Урал", БИС, һәм шәхси кешеләргә. БИС - 30 мең бирҙе, "Первый строительный трест" учредителе Рифат Ғәрипов - 330 мең һум, (тәҙрәләр, ишектәр алынды), ООО "СБС - Строй" Султанов Зөфәр Сәфәр улы - 320 мең һум (таҡта, краска, кирбес, плитка һ.б.) Ғилман хажи Мөхәмәтйәнов- 350 мең һум (бетон блоктар, эшселәргә эш хаҡы, манара, манара өҫтөндәге конструкция: сплав титана (һары төҫтә ай, ҡояш)), Янбулатовтар - 100 мең һум, Аллагуловтар - 30 мең, Мөхәмәтйәновтар Айбулат һәм Флүрә ғаиләләре 30 мең һум тирәһе, Аҡдәүләт ауылынан Янбулатовтарҙан: Руслан Зиннур улы 100 мең һум бирҙе һәм Наиль Фрунзе улы 5 мең һум, Ейәнсура район хакимиәте ҡыйыҡҡа профнастил бирҙе. Ауыл халҡы, ауылдан сыҡҡан яҡташтар күп кенә аҡсалата ярҙам итте, өмә эшләгәндәрҙең ярҙамы ла байтаҡ булды. Шөкөр, ошолай күмәкләшеп ауылыбыҙҙың иман нурын таратыусы мәсетебеҙ төҙөлөп килә. Әлбиттә, әле эшләйһе эштәрҙә етәрлек: мәсеттең тышҡы яғын матур итеп ҡапларға, канализация үткәрергә, тәһәрәтнамә, аш урыны, дорожкалар, баҡса сәсеү эштәре эшләргә кәрәк. Яҡынса ярты миллион һум тирәһеләй сығымдар талап ителәсәк. Кем - ауылыбыҙ, тыуған яғыбыҙ, динебеҙ, милләт өсөн битараф түгел, кемдең ярҙам итергә теләге бар икән, әйҙәгеҙ нурлы-иманлы мәсетебеҙҙе ауылыбыҙҙың йөҙөк ҡашына әйләндерәйек!!! Ул беҙҙең иң ҙур ғорурлығыбыҙ булыр, ИншаАллаһ!!!
Кемдең аҡсалата ярҙам итергә теләге бар, оҙаҡламай ғына иғәнәне 4279060039513379 (ойоштороусы Гилман Ахматдинович Мухамедьянов исеменә) Сбербанк картаһына, йәки 89174577577 номер телефонға аҡса күсерә алаһығыҙ.
Аллаһы Тәғәлә риза булһын!!!
Флүрә Кашбуллина.
Читайте нас: