Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
2 Июль 2020, 16:00

"Табип эше – сылбыр кеүек, хеҙмәттәштәр менән тығыҙ эш итәбеҙ"

Әнисә Ғәбиҙулла ҡыҙы Хәмитова Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында терапевт булып 1975 йылдан алып эшләй. Ярты быуат самаһы кешеләр һаулығы һағында – әйтеүе генә анһат! Уның – Силәбе башҡорто, Арғаяш районы ҡыҙы, тормош иптәше Әхмәт ағайҙың (ауыр тупрағы еңел булһын) Көйөргәҙе районынан икәнен үҙе һөйләгәндәрҙән беләм. Әммә ни өсөн нәҡ Ейәнсураға килеп төпләнгәндәре менән ҡыҙыҡһынғаным юҡ ине. Тәүге һорау – ошо хаҡта.

Әнисә Ғәбиҙулла ҡыҙы Хәмитова Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында терапевт булып 1975 йылдан алып эшләй. Ярты быуат самаһы кешеләр һаулығы һағында – әйтеүе генә анһат! Уның – Силәбе башҡорто, Арғаяш районы ҡыҙы, тормош иптәше Әхмәт ағайҙың (ауыр тупрағы еңел булһын) Көйөргәҙе районынан икәнен үҙе һөйләгәндәрҙән беләм. Әммә ни өсөн нәҡ Ейәнсураға килеп төпләнгәндәре менән ҡыҙыҡһынғаным юҡ ине. Тәүге һорау – ошо хаҡта.
Баҡһаң, дүртенсе курста өйләнешкән йәштәр интернатураны Күмертауҙа үтә. Уларҙы оҡшаталар, үҙҙәрендә ҡалдырырға уйлап, бер юлы хирурглы ла, терапевтлы ла булабыҙ тип, ректоратҡа запрос ебәрәләр. Был хаҡта распределение ваҡытында белеп ҡалалар.
  • Иремдең тыуған яғында мине иң элек килен тип ҡабул итәсәктәр, ҡыҫылырҙар, ә минең унда бер кемем дә юҡ, – тип уйланым да... баш тарттыҡ. Тәүҙә ҡаршы булдылар, “Районға түгел, берәй участка дауаханаһына ебәрегеҙ”, – тигәс, комиссия ағзалары ла йомшарҙы. Һәм йүнәлтмәне Ейәнсураға бирҙеләр. Өс йыл “отработка” үтер ҙә китер, шунан башҡа яҡҡа күсербеҙ, тип килгәйнек тә ... – тип иҫкә төшөрә Әнисә Ғәбиҙулла ҡыҙы.
  • Врезка
    Әйткәндәй, 1975 йылда Иҫәнғол дауаханаһы бер юлы 6 табипҡа “ байыған”: педиатр Тәслимә Ғүмәрова, фтизиатр Шәрифә Байбулатова, инфекционист Ғәйшә Иҙрисова, үҫмерҙәр табибы Факиһа Ишҡыуатова һәм хирург Әхмәт менән терапевт Әнисә Хәмитовтар бер осорҙа эш башлай. Бер йылдан курсташтары – уролог Венера Атнағолова өҫтәлә. Йәш, дәрттәре ташып торған коллективта эшкә йөрөү – үҙе ял һымаҡ булған.
    Икенсе йылына бейеме лә улар янына күсеп килә, килен менән бейем әсәле-ҡыҙлы кеүек 28 йыл бергә йәшәйҙәр. Хәмитовтарҙың бер-бер артлы донъяға килгән өс ҡыҙы ҡәрсәй янында ҡурсаулы булып үҫә. Ейәнсура тәбиғәтен дә, кешеләрен дә үҙ итәләр, үҙ эшен яҡшы белгән табиптарҙы халыҡ та ярата – улар бына шулай ғүмергә тороп ҡала.
    Әнисә Ғәбиҙулла ҡыҙы үҙ эшенең оҫтаһы ғына түгел, тарихты, әҙәбиәтте яҡшы белеүе менән дә әңгәмәсене арбай. Йәнә матурлыҡҡа ғашиҡ. Бер шулай, бынан бер нисә йыл элек, кактус гөлөнөң сәскә атыуын ҡыуанып хәбәр итте. Телефондарҙа фотоаппарат булмаған саҡ, килеп төшөрөп алыуымды һораны. Хәбәрсегә әйтһендәр генә! Барҙым. Ысынлап та, кактус йоморсағы үҙенән дә ҙур сәскәләре баҙрап балҡып ултыра. Шул саҡта ни өсөндөр Әнисә Ғәбиҙулла ҡыҙын үҙен дә кактус менән сағыштырғаным хәтерҙә. Ситтән ҡарағанда ул ҡырыҫ, ҡаты ғына әйтеп, әллә кемдәрҙе урынына ултыртып ҡуйырға ла күп һорамаҫ. Тура һүҙле. Сират көтөүселәрҙе һанға һуҡмай, үҙен генә уйлап, артыҡ “мыжыңҡыраған”, үҙен “текә” тотҡан пациенттарҙы кәрәкле тулҡынға көйләй белә. Ә күңеле – бик һирәк атҡан матур сәскә ише һоҡланғыс! Юғары зауыҡлы, киң эрудициялы булыу өҫтөнә, туған башҡорт теле өсөн йән атыусыларҙың береһе, ул кешеләрҙе рухландыра белә, башҡортса китаптар уҡырға, милли баҫмаларға яҙылырға өндәй.
    Быйылғы, пандемияға бәйле һынылыш осоронда Әнисә Ғәбиҙулла ҡыҙы ла күҙгә күренмәгән мәкерле дошманға ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡта булды. Былай ҙа яуаплы, көсөргәнешле эш тағы ла яуаплыраҡ, көсөргәнешлерәк төҫ алды. Күпмелер осор битлек, бирсәткә кейергә тура килгәндә, тын етмәй, тип зарланып бер булдыҡ, ә көнө буйына ошоларға өҫтәп, махсус кейемдә йөрөп ҡара! Сир бит һорап килмәй: кисектергеһеҙ осраҡта ҡабул итеүҙәр дауам итте, телефондан шылтыратыусылар иғтибарһыҙ ҡалынманы. “Бөтә ил “удаленка”ла булғанда ла төшкә тиклем 20-ләп шылтыратыу ҡабул итергә тура килде”, – ти ул. Участка табибы булараҡ, район үҙәгенең Төҙөлөш, Нефтселәр, Сәнәғәт, Октябрь революцияһы һ.б. урамдарында йәшәүсе 1700, йән Яңы Петровканан 400 кешенең һаулығы өсөн яуаплы.
    • Табип эше – сылбыр кеүек, бер-береһенә тоташҡан. Ул бер кешенең генә эше түгел: хирург, невропатолог һ.б. табиптар, йәнә УЗИ, ЭКГ кеүек ярҙамсы хеҙмәттәр тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Шул сәбәпле ҡайһы берҙә пациенттарҙа ризаһыҙлыҡ та тыуа. Шулай, берәү эсе ауыртҡанға зарланып килде, етмәһә, ҡоҫа. Сирҙең сәбәбен белергә тырышып, коллегаларым менән консилиум йыйҙыҡ. Сиратта торған берәү кабинетты асып: “Һеҙ ҡасан ҡабул итә башлайһығыҙ?” – тип һорамаһынмы! – тип эш нескәлектәрен аңлата Әнисә Ғәбиҙулла ҡыҙы.
    • Ул 25 йыл самаһы бергә эшләгән, янында документация тултырып ҡына ултырмай, ауырыуҙарҙың кисерештәрен, һыҙланыуҙарын уртаҡлашҡан медсестраһы Светлана Шерубаеваны бик маҡтап телгә алды РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһына, “Профессияһы буйынса иң яҡшы” исеменә лайыҡ булған БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы Әнисә Хәмитова. Ғаилә хәленә килгәндә, Әнисә Ғәбиҙулла ҡыҙының өс ҡыҙы ла юғары белем алған: Айгөл – иҡтисадсы (йәшләй генә мәрхүмә булды), Әминә – юрист, Әлфиә ата-әсәһенең юлын һайлаған – табип, әле декрет ялында. Ейән-ейәнсәрҙәре лә өләсәләрен ҡыуандырып ҡына тора: Ләйсән быйыл нефть университетын тамамланы, Рәсәй кимәлендә олимпиадаларҙа еңеү яулаған Ирек Мәсәлимовты беҙҙең гәзит уҡыусылар белә, Урал, Регина, Ильяс, Ғәлим дә туғандарынан ҡалышмай.
      Читайте нас: