Бөгөн – ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көнө
Ейәнсура районынында барлығы 12 меңдән ашыу автомобиль транспорты теркәлгән. Ә унан тыш – күпме мотоцикл, скутер, мопедтар... Өҫтәүенә юл хәрәкәте ҡатнашыусыһы булған йәйәүлеләрҙе лә индерһәң, дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең эше ни тиклем ҡатмарлы икәнлеген аңлайһың. Сөнки район юлдарындағы тәртип, именлек – тап уларҙың яуаплылығында.
Бөгөн Ейәнсура районының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында полиция майоры Илнур Бакиров етәкселегендә ун хеҙмәткәр эшләй. Өлкән инспектор, полиция өлкән лейтенанты Илдар Әминев, инспекторҙар: полиция өлкән лейтенанты Рәйес Ирғәлиев, полиция өлкән лейтенанты Йәмил Яубаҫаров һәм полиция лейтенанты Артур Юлдашев район юлдарындағы именлек һағында, йәғни юл-пост хеҙмәтендә.
Регистрация-экзамен подразделениеһында өлкән инспектор, полиция лейтенанты Заһир Аслаев менән дәүләт инспекторы Василий Григорьев халыҡтан водитель таныҡлығына имтихан ала, таныҡлыҡ бирә һәм транспорт сараларын иҫәпкә ҡуйыу буйынса дәүләт хеҙмәттәре күрһәтә. Техник күҙәтеү – дәүләт инспекторы, полиция лейтенанты Рәсим Ҡорманаев, ә административ ҡануниәтте башҡарыу полиция капитаны Лилиә Ҡыуатова яуаплылығында. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген иҫкәртеү менән өлкән лейтенант Вадим Дүшәнбаев шөғөлләнә.
Һәр ҡайһыһы үҙ өлкәһе өсөн яуаплы булыуға ҡарамаҫтан, уларҙың маҡсаты бер – юлдарҙың имен булыуы. Бының өсөн улар тәүлек әйләнәһе поста. Бөгөн дә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙары байрамдарын эштә ҡаршылай. Уңыштар һеҙгә, инспекторҙар!