Алма яратмаған кеше юҡтыр. Ул тәмле, файҙалы булыу өҫтөнә бынамын тигән косметик сараһы ла.
*Тән янғанда йәиһә һыуыҡтан зыян күргәндә, шул урынға ҡабығынан таҙартылған йоҡа ғына алма киҫәге ҡуйырға мөмкин.
*Косметикала алманың һутын, ҡабығын һәм йомшаҡ өлөшөн ҡулланалар:
– Ирен ярылғанда ҡырғыстан үткәрелгән алмаға 1:1 нисбәтендә аҡ май һәм вазелин ҡушып әҙерләнгән май ярҙам итә.
– Әгәр ҙә һауа температураһы үҙгәргәндә бит тиреһенең төҫө ямаљланћа, ҡырғыстан үткәрелгән алмаға йомортҡа һарыһы һәм һөт ҡушып әҙерләнгән битлек ярҙам итә.
– Алма киҫәге менән биткә массаж эшләү тирене матурайта.