Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Июль 2020, 16:55

Төркиәлә Башҡортостан вәкиллеге асыла

#нацпроект#милли_проектБөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу тураһында доклад тыңланды. Уны Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева тәҡдим итте.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу тураһында доклад тыңланды. Уны Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева тәҡдим итте.
Радий Хәбиров халыҡ-ара кимәлдә коронавирус буйынса карантин саралары йомшартылғас, Төркиәлә республиканың вәкиллеген асырға ҡушты.
– Төркиә бизнесы Башҡортостан менән бик ҡыҙыҡһына, бер нисә проект эш башларға әҙер һәм Төркиәлә вәкиллектең барлыҡҡа килеүе беҙҙең тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытасаҡ ҡына, – тине Радий Хәбиров.
Беренсе вице-премьер Андрей Назаров белдереүенсә, республика Хөкүмәте әҙерлек эшен тамамлаған һәм августа уҡ вәкиллекте рәсми асырға әҙер.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе Австриялағы вәкиллек эшмәкәрлегенә анализ яһарға ҡушты.
Маргарита Болычева белдереүенсә, быйылғы йылға милли проектты тормошҡа ашырыуҙа өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып, тышҡы баҙарға хәләл тауарҙы сығарыу, тауарҙарҙы экспортлауға субсидиялар биреү, экспорт кэшбегы йөҙөндә бәләкәй бизнесҡа гранттар бүлеү тора.
Пандемия шарттарында Австрия, Швейцария, Һиндостан, Үзбәкстан, Беларусь, Ҡытай һәм Төркиәгә онлайн бизнес-миссиялар башҡарылған. Ведомство бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа экспорт эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса 29 вебинар ойошторған. Ун компания үҙенең тауарын Alibaba һәм Ebay электрон майҙансыҡтарына урынлаштырған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: