Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Июль 2020, 14:25

Йондоҙнамә (6-12 июль)

Йондоҙҙар нимә ти?

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Əгəр ныҡышмал булһағыҙ, күпкə өлгəшерһегеҙ. Бының өсөн һүлпəнлек күрһəтмəй, етеҙ эш итергə кəрəк булыр. Шишəмбелə
ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, артҡа сигенмəҫкə тырышығыҙ. Эшегеҙгə ҡарата шик белдергəн кешелəр менəн һаҡ булығыҙ, улар үҙҙəрен
генə ҡайғырта кеүек.
һыуғояр (21.01 – 19.02)
Яҡшы белгəн эш тə икелəтə көс талап итер һымаҡ. Күпселектə был икенсе кешелəр менəн бəйле булыр һымаҡ. Шулай ҙа һеҙгə
тырышырға кəңəш ителə. Кесе йомала алдығыҙҙа ниндəйҙер яңы мөмкинлектəр асылыр.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Яҡын килəсəккə маҡсаттар ҡорорға форсат булыр, моғайын. Түҙемлек күрһəтһəгеҙ, ниəттəрегеҙгə ирешерһегеҙ. Башҡаларҙың
тəжрибəһен файҙаланыу уңыш килтерер. Онотмағыҙ, был эшегеҙҙең ахырын кемдер ҙур өмөт менəн көтə.
Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Бик ҡатмарлы мəл. Был арала хата ебəреүҙəн һаҡланығыҙ. Ҡайсаҡ туплаған тəжрибəгеҙҙең дə əллə ни файҙаһы теймəүе мөмкин.
Ҡайһы бер ҡылған эшегеҙ өсөн аҙаҡ үкенергə лə тура килер, бəлки. Хəйер, бындай хəл оҙаҡҡа бармаҫ. Шаршамбынан һуң барыһы ла
үҙгəрер.
Буға (21.04 – 21.05)
Был арала етеҙ эш итеүегеҙ бигерəк тə мөһим. Шул саҡта ғына уңышҡа өлгəшерһегеҙ. Шишəмбелə эштəрегеҙ бик үк алға бармаһа
ла, артҡа сигенмəгеҙ. Яңы таныштарығыҙҙан ниндəйҙер өмөтлө хəбəр ишетеүегеҙ ҙə бар. Йомалағы осрашыу ҙа һеҙҙең өсөн
файҙалы уҙыр.

Игеҙəктəр (22.05 – 21.06)
Һеҙгə лə аҙнаны йылдам үткəрергə кəңəш ителə. Һəр саҡтағыса оҙаҡ уйлауығыҙ өҫтəмə мəшəҡəт килтерер. Шаршамбыла эске
тауышығыҙға ышанығыҙ, ул дөрөҫ юл күрһəтер. Ярҙам һорарға тартынмағыҙ, үҙаллы эш итеү ауырға төшөр.
Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Һеҙҙе өмөтлө аҙна көтə. Туйҙырған, күңелегеҙгə ятмаған эш тə һəйбəт барыр. Һəр саҡ башҡаларҙың ярҙамын тойорһоғоҙ, һүҙегеҙ ҙə
үтемле булыр, моғайын. Кесе йомала кемгəлер ярҙам итеүегеҙ кеше араһында абруйығыҙҙы күтəрер.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Бик яҡшы осор. Аралашыуҙар еңел барыр. Янығыҙҙағылар уй-фекерҙəрегеҙгə ыңғай ҡарар һəм ярҙам итер. Аҡса һəм матди
мəсьəлəлəр һеҙҙең файҙаға хəл ителер. Был арала ниндəйҙер иҫке бурысты ҡайтарыуҙары ихтимал. Кемдер элекке хатаһы өсөн һеҙҙəн
ғəфү үтенер.
Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Аҙна башы бер аҙ борсолорға мəжбүр итер. Ҡайһы бер алдан төҙөгəн маҡсаттарығыҙҙы ла үҙгəртергə тура килер. Шулай ҙа
хəлегеҙ һис тə насар түгел һымаҡ. Кеше араһында абруйығыҙ һəр ваҡыт юғары буласаҡ. Кесе йомала кемдəндер рəхмəт һүҙен дə
ишетерһегеҙ.
Үлсəү (24.09 – 23.10)
Көндəр тыныс үтер. Һис тə ашыҡмайынса күңелегеҙгə ятҡан эштəр менəн булышығыҙ. Бəғзелəр күптəн күрмəгəн яҡындары менəн дə осраша алыр. Кесе йомала ғына көтөлмəгəн мəшəҡəттəр арҡаһында бер аҙ борсолорһоғоҙ.
Саян (24.10 – 22.11)
Был аҙнала бик иғтибарлы булығыҙ. Шишəмбелə уйламаған эш килеп сығыуы ихтимал. Ваҡыт етмəү арҡаһында ныҡлап уйларға
мөмкинлегегеҙ булмаҫ. Был арала йондоҙҙар аҡсағыҙҙы уйлап ҡына тотонорға ҡуша.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна барышында ниндəйҙер ҙур эште тулыһынса тамамларһығыҙ. Елкəгеҙҙəн ауыр йөк төшкəндəй тойорһоғоҙ. Артабан тыныс ҡына
килəсəккə маҡсаттар ҡора алырһығыҙ. Эштəрегеҙгə башҡаларҙы ла йәлеп итһәгеҙ, һәйбәт булыр ине.
"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: