Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
8 Июль 2020, 16:00

Эсһәң шарап, булырһың харап

Һуңғы йылдарҙа эсеп руль артына ултырыусыларға ҡарата язалар ҡәтғиләште. Был сара юлдағы аварияларҙы һәм уларҙа зыян күреүселәрҙе кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуйғайны. Әммә, Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан алынған мәғлүмәттәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөйөндөрмәй. Әлеге мәлдә ҡанунды һанға һуҡмаған водителдәрҙең артыуы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен борсоуға һала. Халыҡ үҙ изоляциянан һуң шулай “ысҡындымы”, әллә сәбәп башҡаламы – әйтеүе ҡыйын. Әммә спиртлы эсемлектәр ҡулланып, руль артына ултырыусылар ҙа, шундай сәбәп менән водитель таныҡлығын алдырып та, рөхсәтһеҙ руль артына ултырғандар юҡ түгел. Бындай баш-баштаҡлыҡ эҙемтәһеҙ үтмәй. Мәҫәлән, һуңғы – июнь айында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаларына туҡталайыҡ.

Бужан ауылынан 25 йәшлек ир, иҫерек булыуына ҡарамаҫтан, пассажирҙар ултыртып, "Дэу Нексия"ла төнгө юлда ҙур тиҙлек менән ҡыуа. Юлдың бер өлөшөндә автомобиль менән идараны юғалта һәм 5,5 метр тәрәнлектәге соҡорға төшөп китә. Был ваҡиға 9 июндә Арсён ауылы янында була. Авария һөҙөмтәһендә пассажирҙар һәм ир үҙе ауыр тән йәрәхәттәре ала. Оҡшаш хәл 6 июндә Казанка ауылы янында теркәлгән. 1983 йылғы ир, шулай уҡ иҫерек килеш, "ВАЗ-2107" автомобилендә ауылдашын бәрә. Зыян күреүсенең ключицаһы һыныуы һәм башҡа күп йәрәхәттәр алыуы билдәле.
17 июндә төнгө сәғәт 12-се киткәндә, 19 йәшлек Башҡорт Үргене егете "ВАЗ-2114" автомобиленда сәғәтенә 100 километрҙан да кәм булмаған тиҙлек менән Мәктәп урамы буйлап ҡыуып бара. Үҙенең һүҙҙәре буйынса, ул магнитолаға иғтибарын йүнәлтә. Тап шул мәлдә юл ситендә китеп барған 15 йәшлек ҡыҙҙы күрмәй, бәрә. Ҡыҙ бала төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәттәре ала. Шул иҫәптән уның баш һөйәгенең елкә өлөшө һына, мейеһе зыян күрә. Әгәр зыян күреүсенең кейемендә яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар булһа, бәлки был бәлә булмаҫ та ине, әммә...
25 июндә иртәнге 5-се яртыла бәлиғ булмаған И. “ИЖ Планета-5” мотоциклында Ибрай ауылының Урмансы урамынан китеп барғанда юл ситендә торған еңел автомобиль, мототранспорттың үтеп киткәнен көтөп тормай, борола башлай. Һөҙөмтәлә, мотоцикл автомобилгә бәрелә. Ярай әле был осраҡта зыян күреүселәр юҡ.
Был телгә алынған бер нисә осраҡта күпме зыян: кемдер таныҡлығынан ҡолаҡ ҡаға, икенселәр штраф түләй, әммә иң аяныслыһы – кеше сәләмәтлегенә зыян килеүе.
Райондың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан һәр кемгә мөрәжәғәт итеп, уларҙан битараф булмауҙарын һорай. Йәйәүлеләр ябай ҡына талапты инҡар итмәй, тәүлектең ҡараңғы мәлендә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар таҡһа, авто-мототранспорт водителдәре ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәһә, бигерәк тә эскән килеш руль артына ултырмаһа, тиҙлекте арттырмаһа – юлдар һәр саҡ имен булыр. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: