Был йылда Əлпе юғалды. Ҡаҡса ғына оҙон буйлы, ерəн сəсле был ирҙе əле хəтерлəүселəр барҙыр, бəлки, ҡатыны ла иҫəндер əле, ул шул
йылды ашлыҡ келəттəренең мөдире булып эшлəне. Шуның арҡаһында китте лə инде уның башы.
Ошо йылды мин тик яттым. Башҡа ваҡиғалар ҙа хəтерҙə ҡалмаған. Ҡышҡа кергəс, оҙон бер көн мин утын ярҙым.
Əллə ҡасанғы көн бит инде, үҙе бөгөн генə булған кеүек. Ниндəй ғəлəмəттер, уны иҫкə төшөрөп, ҡабаттан бермə‑бер ентеклəп, уйҙарымда ғына булһа
ла ҡабат терелтеп, йəшəп сығаһым килə. Ул шулай итеп хəтерҙə ярылып ҡалған – əҙəм балаһының мейеһендə үткəндəрҙе һаҡлай торған урын булһа, бына
ошо көн унда ситкə сайпылмай‑нитмəй кереп ятҡан. Ни эшлəп шулай булғанын мин бер нисек тə əйтеп аңлата алмайым, əммə шуныһы раҫ: ул көн, ҡыйбатлы рам эсендə торған рəсем кеүек, туҙан бөр тө гө лə ҡунмайынса, күҙ алдымда ғына эленеп тора.
Бəлки, ул саҡта йəш сағым булып, был донъяла минең көс килмəҫлек бер эш тə юҡ булып тойолғанғалыр. Хəҙер шул саҡтарҙы хəтерлəү генə лə үҙ‑үҙемə ышанысымды арттыра кеүек. Əллə йəш саҡтағы мин‑минлек, ҡартайғас, шулай һағындырамы?.. Ниндəйҙер бер сəбəбе барҙыр, һəр минутын, һəр
секундын ептəн үткəрəһе килə.
Ҡышҡы һалҡын бер көн. Əйтерһең дə, был донъяла бер ерҙə лə башҡа тормош юҡ. Тыныс ҡына йəшəп ятҡан ауыл ситендə ятҡан бер урам да һəм уны
буйлап үткəн сана юлы бар. Шунан көнөнə дүрт мəртəбə малсылар йөрөй. Иртəн улар фермаға эшкə китə, төшкə табан кире ҡайта, кискелеккə улар был юлды тағы бер тапҡыр урай, һəм тирə‑яҡты тынлыҡ баҫа. Бары икһеҙ‑сикһеҙ зəңгəр һауа, өнһөҙ ятҡан урман ҡаплаған тауҙар, ҡалын боҙ аҫтында аҡҡан
йылға һəм ап‑аҡ ҡар. Бөтə ер өҫтөн ҡаплаған ап‑аҡ ҡар.
Мин ауылға ҡайттым. Əллə кем булып, сумаҙандар күтəреп, уҡырға керергə йыйынып сығып киткəйнем, булманы. Себер яҡтарына барып эшкə урынлашырға уйлағайным, барып сыҡманы. Бер ҡалала ниндəй генə ишеккə килеп төртөлмəйем, һəр береһендə бары бер генə һүҙ яҙылған ҡағыҙ йəбештереп ҡуйғандар, русса яҙылған ул һүҙҙең мəғəнəһе хаҡында мин бер канторҙан икенсеһенə йөрөгəндə бик оҙаҡ баш ваттым. «Ойошмабыҙ тарҡалды һəм яңынан ойоштороласаҡ», тип яҙылған ине унда. Бер ергə лə кəрəкмəй булып сыҡтым. Шулай мин бер йылға һəр төрлө исемлек теҙмəлəренəн төшөп ҡалдым, журналдарға, ведомость ҡағыҙҙарына эш сəғəте лə, «н» ҡуйыусы ла булманы.
Үҙ иркемдə, үҙемə үҙем хужа булып йəшəгəн ошо көндəрҙə мин төрлө уйҙар менəн йөрөнөм, башта бик көйөндөм, аҙаҡ үҙемде шулай тынысландырған булдым: өлгөрөрмөн əле, əллə ҡайҙа ҡасмаҫ был ығы‑зығылы, мəшəҡəтле, кешенең яҙмышына килгəндə уны тирмəн ташы кеүек əүəлəгəн был донъя,
бер нəмə лə булмаҫ əле, бер‑ике йыл, ағымға элəккəн юныс ҡы шикелле, болғансыҡ һыуҙа əйлəнеп йөрөмəһəм. Əлбиттə, туған‑тыумасаларҙың былай тик
ятыуыма эстəре бик бошто, ə мин кеше һүҙенə бик тə иҫе китə торған йəштə түгел инем, əллə нимə тиһендəр, тип уйлай бир ҙем. Əсəйем дə минең өсөн
көймəне, сөнки уға иҫəн‑һау, тамағым туҡ, өҫтөм бөтөн булһа, шул етə, ə былай уға ҡайғырырға бер сəбəп тə юҡ, төпсөгө уның эргəһендə. Мин ул саҡта бик йəш инем шул, шуға күрə мин кө тəһе тормош əле бик йыраҡта кеүек булып тойолғандыр.
Көн дə иртəн əсəйем, ике тəҙрə араһындағы стенаға беркетелгəн календарҙы йыртып тормаһа, мин бөгөн нисəһе, аҙнаның ниндəй көнө икəнен дə белмəҫ инем. Телевизор күрһəтмəй, берəүҙəре əйтə, ҡайҙалыр нимəлер емерелгəн дə, шуны төҙəтə алмайҙар, икенселəре һөйлəй, имеш, беҙҙең яҡ тағы бейек
тауҙар ҡамасаулай икəн, ə элек көн оҙоно яңғырап ултырған радио ла һөйлəүҙəн туҡтаған ине. Əммə быларға бер ҙə иҫем китеп ба маны, киреһенсə,
был рə хəт тормошҡа хатта ки өйрəнеп киттем. Кистəрен əсəйем, йылыға арҡаһын терəп, бəйлəм тота, мин мейес яғам, ауыҙын асып утын өҫтəйем, күмер
төшкəс, самауырҙы ҡуям, бəрəңге ырғытам, бер ярты сəғəттəн өй эсенə тəмле еҫ тарала. Мейестə уйнаған утҡа ҡарап ултырғанда, һəр кеше шулай, тəбиғəттең яйына төшөп, көҙ, бер төн эсендə бө төн донъяны ҡаплап, ап‑аҡ ҡар яуған бер иҫ киткес яҡты таңды, ҡыш, яҙҙың ҡояшлы көндəрен һағынып, тыныс ҡына йə шəргə тейештер, күрəһең, тигəн уйҙар тыуа. Ниндəйҙер бер эш менəн көн артынан көн үтə, йоҡларға ятыр алдынан уйлап ҡуяһың: шулай‑ шулай иткəндə, яҡшы булыр ине, кəйефең булһа, был эште һин иртүк тороп башлайһың, булмаһа, икенсе бер ваҡытҡа ҡалдыраһың.
Ошо оҙон ҡыштың береһенə береһе бик оҡшаған көндəре араһында бары береһе хəтерҙə уйылып ҡалған, башҡалары, күрəһең, муйынсаҡтағы мəрйен
шикелле, бигерəк бер төрлө булған, ə бына быныһы, көндө төн, төндө көн алыштырған рəттəн һурып, тартып алғандай, шул тиклем асыҡ булып хəтерҙə ҡалған, һауа, ҡояш, ҡарҙың ниндəй булғаны бөгөнгөлəй күҙ алдында. Тағы үҙемде шундай шəп итеп тойғаным иҫтə ҡалған, нимəлер дəрт‑дарман биреп
торғандыр инде. Минең хəлде тикшереп торорға əллə кем юҡ инде, эргəлə бары əсəйем генə, ул да, үҙ эше менəн булып, кереп‑сығып йөрөй.
Ə мин утын ярам. Спортсылар, күкрəк киргəн булып, мин хəҙер яҡшы формала, тип телевизорҙан маҡтаналар бит, бына мин дə тап шундай шəп инем,
һəм үҙеңде шундай итеп тойоу тағы көс өҫтəп тора бит ул. Шун дай саҡта үҙ‑үҙемə хатта ситтəн генə һоҡланып та ҡарап ҡуям. Ҡулда – үткер балта, уның
ауырлығын тойоу үҙе бер дəрт өҫтəй, ул элек ата йым утын яр ған калун түгел, ул ауырыраҡ, еңел генə яңы балта, йоҡа бейəлəй аша мин уның ҡулға уңай
ғына эшлəнгəн һабының бөгөмөн тоям, ул минең ҡулда уйнап ҡына тора, өҫкə күтəреп алып, кире һелтəгəндə, теп‑теүəл түмəрҙең ҡап уртаһына килеп төшə.
Ул утынды уйламағанда килтерҙелəр, əсəйем бер тракторисҡа ҡасандыр бер ярты биргəн дə.
– Эй, онотоп та бөткəйнем...
Онотторорһоң ундай саҡта. Ҡасандыр бер күрше, мал оно килтерəм, тип шулай үтескə алған да, үҙе аҙаҡ борсаҡ оно килтереп алдап ҡуйған, шул хаҡта
ул, теге кеше үлгəс тə əле, бер өс‑дүрт йыл һөйлəп йөрөнө...
Трактор беҙҙең эргəгə килеп туҡтау менəн, беҙ тиҙ генə баҡса кəртəһен ҡаҙағынан ҡайырып бер яҡҡа һөйрəттек тə, ул кереп боролғас, бер ун буй тип‑
тигеҙ ҡайын ағасын ысҡындырҙыҡ. Бер йыраҡ кейəү тейешле кеше беҙгə уны шул уҡ көндө бысып та бирҙе, мин шунда уҡ өйөп тə барҙым, бына шул ҡар
кеүек шығырҙап торған ҡайын утыны хəҙер ҙə күҙ алдында тора. Икенсе көн иртəн мин шул утынды ярырға сыҡтым. Түмəрҙəрҙе шəкəр ҡомо шикелле
аяҡ аҫтында ыуалып торған ҡарға баҫтырып ҡуям да ҡулыма балтамды алам, һəм... «Шалт! Шалт!» Бөтөн хикмəт шунда: баҫты рып ҡуйған бөтə түмəрҙəрҙе
ярып бөтмəйенсə, əле тəгəрəп ятҡандарына тотонмайһың, балта тотҡан ҡулыңды өҫкə күтəреп һелтəйһең дə... «Шалт! Шалт!» Шунан балтаны тура килгəн бер ағасҡа ваҡытлыса са ба һың да бер ҡат ярылған түмəрҙəрҙе, уйынсыҡ һал даттарҙы теҙгəн ши келле, аяҡҡа баҫтырып сығаһың. Тағы ҡулыңа бал таны
ҡыҫып ҡына элəк тереп алаһың да, бер ҡат... «Шалт! Шалт!» Бөтəһен дə ярып сыҡҡас, аяҡ аҫ тында аунап ятҡан бөтə ағастарҙы бер рəткə теҙеп ҡуяһың. Туң
ағастар бер‑береһенə шаҡ‑шоҡ бəрелə, уларҙан урман еҫе аңҡып тора. Шулай яй лы ғына итеп маташа торғас, минең эргəмдə ярылған утын өйөмө артҡандан‑арта бара. Шул тиклем онотолоп киткəнмен – ҡаршылағы күршенең беҙгə кергəнен дə һиҙмəй ҡалғанмын.
Дөрөҫөн генə əйткəндə, ул көндө минең бер кемде лə күрəһем килеп, ҡыжырап тормай инем, миңə бер үҙемə лə бик тə рəхəт кенə. Эш менəн булғанда
ҡарап тороусылар артыҡ, бигерəк тə онотолоп китеп эшлəгəндə эр гəлəге кешене күрмəйһең дə, ишетмəйһең дə. Етмəһə, тирə‑яҡта шун дай тынлыҡ,
бары балта сапҡан тауыш ҡына əрəмə буйлап яңғырап китə лə туҡтай, шуға күрə, ниндəй генə яҡын күршең булмаһын, ул да артыҡ кеүек. Əммə күрше
рөхсəт‑фəлəн һорап тормаған, минең янға килгəн дə, бер йыуаныраҡ түмəр өҫтөнə аяғын аяҡҡа һалып менеп ултырған, тер һəген тубығына терəгəн дə
тəмəке көйрəтə. Ярар инде, ултырһын, һи ңə эшлəргə ҡамасауламай бит, тип тынысландырҙым үҙемде. Əртис – минең күрше, осло теле, тормошта һəр ваҡыт ирмəк күреп, халыҡты көлдөрөргə ярат ҡаны өсөн алды инде бындай ҡушамат ты, бер ҙə юҡҡа бирмəйҙəр уны. Ул сəхнə өсөн тыуған кеше, ысын сəхнəгə сыға алмаһа ла, ауылдамы, баҫыуҙамы – халыҡтың күңелен күрҙе, колхоз механизаторҙары булһынмы, бесəнселəрме – көлдөрөп, барыһының эстəрен
ҡатырҙы. Шулай, һəр кем дең үҙ сəхнəһе. Ул əлеге көндə, инде йəше байтаҡ ҡына булһа ла, бик дəртле генə йөрө гəн
əсəһе Ғəлимə апай менəн йəшəй ине. Йəш сағында, башҡа ауыл егеттəре ке үек, армияла хеҙмəт итеп ҡайтыу менəн тракторға ултырҙы, көндөҙ ҡырҙа, төнөн ҡыҙҙар артынан сапты.
Үҙенə күрə түгел, Əртис телəһə ниндəй ҡыҙҙар менəн йөрөмəне əле ул. Бер ҡыҙы мəктəпте тик «биш»кə генə уҡып бөткəн. Лəйлə, был ғаилəлə балалар
күп булһа ла, иң кесеһе, иң иркəһе ине. Атаһы урман ҡараусы, ауылда иң төшөмлө эштə, билдəле булыуынса, кемдең ҡулында, шуның ауыҙында, ə əсəһе
ғүмере буйы мəктəптə башланғыс кластарҙа балалар уҡытты. Бик яҡшы уҡытыусы булған, тиҙəр, миңə элəкмəне, беҙҙе Мəмдүҙə апай уҡытты. Социализмда йəшəһəк тə, ауылда байҙар, ярлылар һəр ваҡыт булды инде, йə ше рен‑батырыны юҡ. Лəйлəнең ата‑əсəһе икеһе лə ай һайын ҡулдарына аҡса алып торҙо, ə колхозда эшлəгəндəргə нимə, бригадир эш көнөн яҙып бара ла, көҙ ашлыҡ бирəлəр, ул да йүнле түгел, малға ғына ашатырлыҡ, ə халыҡ, башҡаһы
булмағас, əпəй бешерə. Ул əпəй ҙең тышы кирбес кеүек ҡаты була, ə эсе – сеп‑сей.
Был ҡыҙ менəн бик матур ғына йөрөнөлəр, тик ул ҡайҙалыр уҡып белем алды ла шунда уҡ эшкə лə ҡалды, башҡаса ауылға ҡайтманы.
Əртистең икенсе ҡыҙы ла аҡ əпəй ашаған ғаилəнəн ине. Байҙың бер бөр төк ҡыҙы. Мəктəп директоры, уҡытыусы Һəҙиə апайҙың «Артек»тарҙа ғына ял иттереп, өф итеп кенə үҫтергəн Зилəһе. Мəктəпте тамамлағас, апай ҡыҙын бик ауырлыҡ менəн уҡырға керетте, тик тегеһе бер йыл уҡынымы‑юҡмы, ташлап
ҡайтып килде лə, шəүлə кеүек, Əртис артынан эйə реп йөрөй башланы. Йəйҙəрен егет соланда йоҡлап йөрөй, Ғəлимə апай бер төн ҡараңғы соланда Зилəнең аҡ плащын күреп ҡалған да урам яңғыратты:
«Илтеп ҡуй, кеше балаһын ни бысағыма эйəртеп йөрөтəң... Һинең башың бармы, юҡмы? Һин хут белəңме, кем балаһын алып ҡайтҡаның! Ҡайҙан алғанһың, шунда итеп ҡуй, хəҙер башыңды ярам, малай. Бына сусҡа, ə... Юҡмы шунда үҙебеҙҙең тиңерəк берəйһе... Кемде тапҡан, ə... Илтеп ҡуй, илтеп ҡу‑у‑й...»
Шулай эйəртенешеп йөрөй торғас, ата‑əсəлəрен көйөккə батырып, өйлəнеште былар. Баҡса арттарына өй һалып сыҡтылар, ул өй əле лə бар, тик буш
ултыра. Уларҙың ике ҡыҙы, ике улы тыуҙы. Тик эстелəр. Тəүҙə һəйбəт кенə донъя көтөп алып киткəн кеүектəр ине, йорт тирəлəре матур ғына, урман
эсендə ултыра, мал‑тыуар, баҡса. Эстелəр шул, ҡатыны иренəн арттырып ебəреп эсте. Ҡарап торһаң, матур ғына ҡатын ине үҙе, оҙон буйлы, ап‑аҡ ҡына
Бер заман ауылда туй бара, шул Зилəнең ҡыҙы кейəүгə сыға. Беҙ, малайҙар, шул тирəлə кемделер булһа ла көтəбеҙ. Ене атылып килеп сыҡты был бисə
ҡапҡанан, əйберен тотҡан ҡулына. Үҙе юл ыңғайына кофтаһының һəҙəптəрен элəктерə, үҙе боролоп артына ҡарай‑ҡарай ауылға табан йүгерə. Күп тə үтмəй, ҡыҙып алған ире килеп сыҡты.
– Тағы ҡастымы алкаш бисə? Бына п‑пелəт, ə... Өй тулы кеше, оят бит, оят,
– тип һүгенде лə, лас итеп төкөрөп, кире кереп китте.
Шунан берəйһе килеп əйтə Əртискə, Зилəң шунда‑шунда ята иҫереп, тиҙəр. Барып алып ҡайта бисəһен теге, бəргеслəп, өйөнə. Шулай йəшəнелəр
инде килде‑китте. Ə ҡыҙҙары маладис, икеһе лə уҡып сыҡты. Һəҙиə апай булышты, əлбиттə, яҡшы ғына кейəүгə сығып, ситтə донъя көтəлəр. Тик малайҙарының ғына рəте булманы, кесеһе ауылда ҡайҙан эсергə табырға икəн тип баш ватҡан егеттəр менəн дуҫлашып китте, олоһо ҡалала насар компанияға
элəккəн, тинелəр. Ауылдан сығып киткəн малайҙар йыш ҡына шундай дуҫтар табып, насар юлға баҫҡас, əсəйем ҡаланы минең кеүек ауыл малайҙары өсөн
əҙерлəнеп ҡуйылған махсус ҡапҡан кеүек күрə ине.
Əртис Зилəһен, бер эсеп йөрөгəненəн һуң, ҡəйнəһенə һөйрəклəп илтеп ҡуйҙы ла башҡа өйөнə кертмəне, кесе малайы менəн генə йəшəне. Уның да эсə
башлағанын күреп, аптырап, хəрби комиссариатҡа барып ҡараны, алығыҙ, тигəн, армияға, бəлки, рəт сығыр, былай бөтөнлəй малай юлдан сыға бит.
– Һин, абызый, юҡ менəн башыңды ватып йөрөмə – тип уға малайының документтарын күрһəтəлəр, баш мейеһен рентген аша төшөргəн һүрəтен дə
ҡара тап бар икəн. Шунан ул малай ҡайҙалыр юҡ булды, апаларына тағылып, ситкə сығып китте, буғай.
Шулай Əртис бөтөнлəй яңғыҙ ҡалды, был заманда ул бөгөн таралам, иртəгə таралам тип торған колхоздың ашлыҡ һалынған келəттəрендə ҡарауылсы
Шунан ауыл халҡын шаҡ ҡатырған бер хəл булды. Аяҙ көндө йəшен һуҡҡандай, ашлыҡ келəттəре мөдире Əлпе юғалды. Ғүмере булмаған хəл инде
быныһы. Кеше юғалырлыҡ ҙур ҡала түгел дə инде. Бөтөн ауыл аяҡҡа баҫты, эҙлəмəгəн ер ҡалманы, тапманылар. Машиналарға тейəлеп килеп тулған
милиция Əртисте ҡулға алып, районға алып китте. Был ваҡытта уның Зилəһе иҫəн ине əле, əсəлəрендə торҙо, аҙаҡ уныһы ла шулай бəрелеп‑һуғылып, телəһə кем менəн эсеп йөрөй торғас, бөтə кешене ах итереп, аҫылынып үлеп ҡуйҙы.
Əллə бер ҙə юҡҡа килеп кергəн тиһегеҙме, түмəр өҫтөндə, аяғын‑аяҡҡа һалып, тиккə генə ултыра тиһегеҙме? Ултырыр Əртис һиңə тикмəйгə. Хəбəрен
һөйлəргə кеше эҙлəп, эсе бошоп килеп керҙе ул минең янға. Ғəлимə апай туйған инде, уны көн һайын тыңлай торғас. Бына ярты йыл булалыр, тылҡый ҙа
тылҡый ул бер хəбəрҙе. Ə минең өсөн барыбер, һөйлəһен əйҙə, эсенə һыймағас. Əле ул минең утын ярып туҡтағанды көтөп ултыра, бына өйə генə башлайым, шунан файҙаланып, тынлыҡта дауам итəсəк ул хəбəрен. Балтаны ҡуйып, ян‑яҡта сасрап ятҡан утындарҙы өйə башланым. Ул мине иғтибар менəн генə
күҙəтеп, танауын баш бармағы менəн алмаш‑тилмəш баҫып һемгерҙе лə һөйлəй ҙə башланы.
– Аларҙы ла кеше туҡмарға яҡшылап өйрəтəлəр икəн, менттарҙы əйтəм. Күгəргəн ере булмаһын өсөн, башта бер бетле тун кейҙертəлəр, шунан ғына
бирəлəр кəрəгеңде... – Аяғын‑аяҡҡа һалып, түмəр өҫтөнə ҡай арала менеп ултырған тиң, тəмəкəһен дə көйрəтеп ебəргəн, бөтмəҫ хəбəрен дə тылҡый башла ған. – Үҙ аяғыңда баҫып торғанда əле нисауа, малай, битеңде генə ҡулың менəн ҡаплайһың да, улар һине, тоҡ тултырылған ҡапсыҡ шикелле, бер‑береһенə еффəреп, бəргеслəйҙəр, бына шунда оҙағыраҡ үҙ аяғын да баҫып торорға тырышырға кəрəк. Тештəрең йəлке, əлбиттə, ныу, уныһын ҡуйҙыртырға була... Ə бына инде йығылып ятҡанда башлы ботинкалары менəн типкелəй башлаһалар... Бөттө башың. Бөйөр менəн бауырҙы ҡуйҙыртырға ул бит һиңə теш
Бик күптəн ингəн, ахырыһы, уның бик оҙаҡ тауыш‑тынһыҙ ғына ултырыуы хатта аптыраш. Ауыҙында тештəре ҡойолоп бөткəн, ба шын дағы һирəк сəс тə ‑
ре ап‑аҡ, таяҡҡа таянып, минут һайын ҡорх‑ҡорох йүт кер гəн минең күршегə, ҡырҡтан саҡ ҡына уҙған булһа ла, бер кем дə үҙ йəшен бирмəҫ, ватылып‑
– Шулай кешенең ғəйебен таныталар, ə минең ниндəй ғəйебем бар? Нишлəп Əлпене үлтерəйем, ти, инде. Ул миңə ниндəй насарлыҡ эшлəгəн? Бер насарлығы ла тейгəне булманы. Атамды үлтермəгəн, апамдан көлмəгəн. Эшкə алды. Беҙ уның менəн бына шулай йəшəнек...
Күҙемдең ҡырыйы менəн генə Əртистең тырнаҡтары тəмəкенəн һарғайған, өҫкə тырпайған баш бармағын күреп ҡалам.
Əртискə, иғтибар менəн тыңлайһыңмы уны, юҡмы – барыбер, иң мөһиме, бүлдермəһəлəр – шул. Ə мин уға ҡыҫылмайым, үҙ эшем менəн булам. Шығырҙап торған ап‑аҡ ҡар өҫтөнə тағын бер рəт түмəрҙəр теҙеп сығам, ҡулыма балтаны тотам да: «Шарт!»
Иң мөһиме – туп‑тура ғына килтереп бəрергə кəрəк, аҙ ғына ситтəн алһаң, утының да ярылмай, сыйылып ҡына китə, етмəһə, аяғыңа ла килтереп бəреүең бар. Шуға мин аяҡты яурын киңлегендə айырып баҫҡанмын. Элек радионан көн дə иртəн шундай тапшырыу бара ине. «Иртəнге зарядканы башлайбыҙ. Аяҡтарығыҙҙы яурын киңлегендə айырып баҫығыҙ... Бер, ике...»
Ҡаты, аунап ятҡан ағастарҙы ҡабат баҫтырып сығам. Тынлыҡтан файҙаланып, Əртис дауам итə.
− Эсə инек ҡай саҡта бергə... Ə үлтерергə...
Ҡулыма балта алғанды күреп, ул төпсөгөнəн тоҡандырып, яңы тəмəке башлай ҙа хəбəренəн туҡтап ҡала. Ярылған утындарҙы тиҙ‑тиҙ генə йə нə шə гə
өйөп, алдымдағы ерҙе таҙартып, икенсе урынға күсəм, бер‑ике аҙ нанан бөтə өйөлгəн утындарҙы бала санаға тейəп, йортҡа ташып алыр мын, аҙыраҡ еллəп
торһалар, еңелəйеп китə улар.
– Мин ябыуҙа ятҡан арала үҙҙəре табалар бит тегене, Əлпене əйтəм, мəрхүмде... Боҙлоҡҡа төшөрөп ҡуйғандар, тубыҡланып торған шунда. Əйтмəнелəр. Аларҙан бит тужы һорау алғандар, береһе‑бер өндəшеп ҡуйһа! Бер КамАЗ ашлыҡ өсөн кешене үлтер инде, йə! Əҙəм йəне бер тин дə түгел тиң, ə...
Бүлешə алмағандар. Тегелəре үҙҙəренə бушаттырырға булған, ə Əлпе бирмəгəн. Улар бит барыһы ла шəптəр, һəр береһе семейныйҙар... Ə мин нимə,
үҙем алкаш, бисəм – алкаш, малайым тужы алкаш, беҙҙең кеүеккə барыһын да һыларға мөмкин. Һыламай торһондар əле...
Дөрөҫөн генə əйткəндə, туйҙырҙы был күрше, яратмайым шулай һин эшлəгəндə йəнəшəлə ҡарап ултырғандарын. Башҡа кеше булһа, асыу ланған да булыр инем, тик Əртискə нисек асыуланаһың инде, ул тыр һын инде əйҙə.
Йыуан‑йыуан түмəрҙəрҙе күтəреп, таҙартылған урынға ташыу менəн булдым.
– Əгəр шунда Йəлил брат булмаһа, мине бөтөрəлəр ине. Каюк була ине абызыйыңа. Йəлилдең таныш‑белеш, үҙең белəң инде, нисə йыл барыһын да
дауалай. Ул мине килеп алды, ишетеү менəн туп‑тура эшенə алып китте. Ə менттар ҡоттары алынып, күҙҙəре тоноп килеп еткəндəр. Ярар инде, абзый,
яңылыш булған, имеш. Йəлил улар менəн һөйлəшеп тə торманы, елтерəтеп ҡыуҙы ла сығарҙы. Минең шундай шəп брат барлығын бел мəгəндəр. Белһендəр, бына... «Дело» астылар, эйе... Бына судҡа са ҡырып ҡағыҙ килгəн, свидетель булып барам инде. Ə миңə группа бирергə итəлəр. Ныҡ имгəттелəр, туған... Һау һөйəгемде ҡалдырманылар...
Минең алда һуңғы түмəрҙəр ҡалды, мин уйнап ҡына балатамды кү тəрəм дə: «Шалт! Шалт!», үлсəп ярылғандай тип‑тигеҙ киҫəктəр ике яҡҡа сəсрəп китə.
Был ҡышҡы көн шундай матур. Һалҡынса ғына, утын ғына яра торған көн, күршенең хəбəре лə кəйефте төшөрмəне. Ул эсен бошорған хəбəрен һөйлəп
сыҡты ла, күңеле булып, ян‑яҡҡа ҡарап, ашыҡмай ғына төтəтеп ултыра. Уның да ашығаһы ере юҡ, эшлəрен эшлəгəн, тиҙҙəн уға малай са ғында гелəн уларҙа
ятҡан туғаны пенсия юллап бирергə тейеш. Ул бəлəкəйҙəн əсəһе һəм ҡарт өлəсəһе менəн генə үҫте, шуға, ҡасан ҡарама, өйөр малай булған туғандарын ‑
Һуңғы утынымды өйөп, ярылмаған түмəр өҫтөнə менеп ултырҙым, бындай төптəр байтаҡ ҡына йыйылып китте əле ул. Уларҙы иртəгə калун балта менəн
ярырмын инде, бəлəкəй менəн эш итеп килештерерлек түгел. Ултырҙым да күккə ҡараным, мин утын яра башлағандан əллə ни ваҡыт
үтмəгəн кеүек тойолһа ла, инде эңер ҙə төшөп килə. Тау артында болот тар ҙа, ағастар ҙа аҙ ғына алланып тора, торбаларҙан нəҙек кенə булып, алға ман сы ‑
лып төтөн күтəрелə. Йəше əллə ни булмаһа ла, ҡарт бабай булған күршем дə өндəшмəне, күрəһең, һөйлəр хəбəрен һөйлəп бөтөрҙө.
– Һин былай ултырма, бар, өйөңə кер ҙə өҫтөңдө алыштыр, улайһа сирлəп китерһең.
Əртис таяғын алды ла, һул ҡулын артына ҡуйып, ҡуҙғалып китте. Ə минең тамсы ла тораһым килмəй, шулай ултырыр ҙа ултырыр инем. Хə ҙер күктə
йондоҙҙар ҡалҡа башлар, улар йыраҡтан ялт‑йолт килеп то рор ҙар. Күрше дөрөҫ əйтə, мин, тирлəп ултырған кеше, тиҙ генə өшөй ҙə башланым, һикереп
тороп, өс аҙымда күршемде ҡыуып та еттем. Ул миңə башын бороп ҡарап торҙо ла:
− Эх, рəхəт һиңə... – тине.
Ə миңə, ысынлап та, шундай рəхəт ине, тəнемдə ниндəйҙер еңеллек, тик яурын баштары ғына аҙыраҡ зымбырҙап торған кеүек. Өйгə кереп, өҫтəл янына
ултырыу менəн, əсəйем алдыма һəр береһе йомортҡа һарыһына оҡшап торған ҙур таба ҡоймаҡ килтереп ултыртасаҡ, уларҙы һап‑һары майға манып,
һөтлө сəй менəн ауыҙ тултырып ашаясаҡмын.