Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
8 Июль 2020, 21:00

Һыуҙағы бәлә-ҡазаға ҡаршы – бергәләп!

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров мөрәжәғәт итә:

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров мөрәжәғәт итә:
- Эҫе көндәр башланыу менән йылғаларҙа, һыу ятҡылыҡтарында батыусыларҙың һаны ҡапыл күбәйҙе. Бер аҙнала 6 кеше һыуға батып һәләк булды. Ике көн эсендә генә Бөрөлә, Салауатта һәм Ауырғазы районында 14-17 йәшлек өс үҫмерҙең ғүмере өҙөлөүе бигерәк аяныслы.
Оператив мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан алып республиканың һыу объектарында 73 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Статистика буйынса, һыу инеүселәр көндөң икенсе яртыһында, йәғни 14.00-дән 21.00-гә тиклем, батҡан.
Кешеләрҙең һыуҙа һәләк булыу сәбәптәре билдәле:
  • һыуға иҫерек килеш төшөү;
  • махсус йыһазландырылмаған урында һыу инеү;
  • балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.
  • Таныш булмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу инеүҙән баш тартырға саҡырам. Ул урында көслө һыу аҫты ағымы, өйрөлтмәк, ағас тамырҙары, тәрән, һыуыҡ шишмә булырға мөмкин.
    *Иҫерек килеш йәки яңғыҙ ғына һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа китмәгеҙ, йылға аша йөҙөп сығырға тырышмағыҙ.
    *Балаларҙың үҙҙәрен генә һыу буйына ебәрмәгеҙ, шулай уҡ, тәбиғәттә ял иткәндә, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
    *Һыу инеү өсөн тик махсус йыһазландырылған урындарҙы һайлағыҙ!
    *Үҙеңде һыу буйында тотоу ҡағиҙәләре уларҙы үтәмәүсе ҡорбандарҙың әсәләренең, башҡа яҡындарының әсе күҙ йәштәре менән һуғарылған. Шуға күрә үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
    *Һәр ваҡыт һыу объекттарында хәүефһеҙлек талаптарын үтәгеҙ!
    *Яҡындарығыҙға һәм тирә-яҡтағыларға ҡағиҙәләрҙе боҙорға рөхсәт итмәгеҙ!
    *Тик бергәләп кенә үҙебеҙҙе һәм балаларҙы һыуҙа бәлә-ҡазаға тарыуҙан һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ!
    Читайте нас: