Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Июль 2020, 17:15

Икәү бергә үткән юлдар – иң матур ара икән

8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Ул күптәрҙең яратҡан байрамына әүерелде лә инде. Сөнки ғаилә – ул барлыҡ туғандарҙың берҙәм булып, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, дауам итеү тигән һүҙ.

8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Ул күптәрҙең яратҡан байрамына әүерелде лә инде. Сөнки ғаилә – ул барлыҡ туғандарҙың берҙәм булып, бер-береһенә терәк һәм кәрәк булып, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, дауам итеү тигән һүҙ.
Йылдағыса, ошо байрам осоронда, үҙҙәренең ғүмер юлын ҡулға-ҡул тотоношоп атлаусы, мөхәббәт һәм бәхет менән янып торған ғаиләләрҙе “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр. Быйыл беҙҙең райондан был миҙалға Ҡәҙербәковтар ғаиләһе лайыҡ булды. Һүҙем – улар хаҡында.
Үрге Мәмбәтша ауылында йәшәгән Сөләймән һәм Рима Ҡәҙербәковтар 44 йыл татыу донъя көтә. Тәртипле, аҡыллы, ярҙамсыл ике ул, бер ҡыҙ үҫтереп, эйәле-башлы итеп, бөгөн уларҙың, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына, бәхеттәренә ҡыуанып йәшәйҙәр. Өләсәй-ҡәрсәй, ҡартай булып, күп ваҡыттарын ейән-ейәнсәрҙәренә бағышлауы менән бәхетле улар.
Сөләймән Шәрифҡол улы ошо ауылда тыуып үҫкән һәм хеҙмәтен дә тыуған ауылына арнаған – 37 йыл тракторсы булып эшләгән. Ә Хәйбулла районының Вәзәм ауылынан килен булып төшкән Рима Фәтих ҡыҙы, фельдшер булып, ауылдаштарының һаулығы һағында дүрт тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт иткән. Абруйлы хеҙмәткәрҙәр ауылдаштары ихтирамына лайыҡ. Ҡәҙербәковтар тураһында: “Улар нәҫеле менән шундай егәрле, тырыштар. Ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, урын-еренә еткереп, бар күңелен һалып эшләп ҡуялар”, – тип телгә алалар.
Сөләймән Шәрифҡол улы менән Рима Фәтих ҡыҙы “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡтар. Сөнки тап ошо һүҙҙәр уларҙың ғаиләһен һүрәтләй. Был күркәм ғаиләгә инде күп йылдар бер-береһенә булған йылы мөнәсәбәтте һаҡлап, үҙҙәренең, балаларының ҡаҙаныштарына ҡыуанып, ғаилә бәхетенә төрөнөп, балалар шатлығын тойоп, сәләмәтлектә оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйем.
Наҙгөл Ҡаҙаҡбаева.
Читайте нас: