Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Июль 2020, 14:00

Июль. Эҫе. Һыу... - Хәүефле

Рәсми һандарға ярашлы, республикала йыл башынан ғына йылға-күлдәрҙә 70-тән ашыу кешенең ғүмере өҙөлә. Күп осраҡта бәләгә бәлиғ булмағандар һәм алкоголь ҡулланған граждандар тарый. Ҡотҡарыусылар, водолаздарҙың эше айырыуса эҫе көндәрҙә көсөргәнешле үтә. Йылға-күл буйындағы ялдың хәүефле икәнен яҡшы аңлай, әммә рөхсәт ителмәгән пляждарҙа ял итеүселәр ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай. Ағиҙел буйында ҡырағай пляждар халыҡ менән тулы.Июль эҫе булғас, граждандар ҙа күпләп һыу буйында ял итә. Ҡотҡарыусылар күп тапҡыр ҡабатлаған ябай ҡағиҙәләр иңҡар ителә. Һөҙөмтәлә, батып үлеүселәр арта. Беҙ иҫкәртәбеҙ, ҡотҡарабыҙ, әммә ярҙамға һәр саҡ килеп өлгөрөп булмай.Белгестәр әйтеүенсә, уҙған быуатта ла, бөгөнгө көндәрҙә лә батып үлеүселәр категорияһы бер төрлө - атай-әсәйһеҙ һыу төшкән балалар йәки иҫерек өлкәндәр. Һыуҙа батыусыларҙың 95% -ты спиртлы эсемлектәр эҙемтәһе. Элек иҫкәртеү ҡағиҙәләренә етди ҡараш тәрбиәләү мөмкин ине. Хәҙер заман йәштәре менән аңлатыу, профилактика алып барыуҙа ҡатмарлаша. Улар шунда уҡ видеоға төшөрөп дәғүәләрен еткерә, бәхәсләшә башлай.Йыл башынан ғына йылға-күл буйҙарында ял итеүсе 75 кешенең ғүмере өҙөлә. Был һандар уҙған йыл күрһәткестәренән бер нисә тапҡыр күберәк. Ошо көндәрҙә Бөрө районында Ағиҙел буйына тиҫтерҙәре менән килгән 14 йәшлек ҡыҙ батып үлә. Водолаздар уның кәүҙәһен ике тәүлек эҙләй. Ҡотҡарыусылар һыуҙа ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра, сөнки күп осраҡта улар фажиғә урынына килеп еткәндә һуң була. Ф. Ким.

Рәсми һандарға ярашлы, республикала йыл башынан ғына йылға-күлдәрҙә 70-тән ашыу кешенең ғүмере өҙөлә. Күп осраҡта бәләгә бәлиғ булмағандар һәм алкоголь ҡулланған граждандар тарый.
Ҡотҡарыусылар, водолаздарҙың эше айырыуса эҫе көндәрҙә көсөргәнешле үтә. Йылға-күл буйындағы ялдың хәүефле икәнен яҡшы аңлай, әммә рөхсәт ителмәгән пляждарҙа ял итеүселәр ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай. Ағиҙел буйында ҡырағай пляждар халыҡ менән тулы.
Июль эҫе булғас, граждандар ҙа күпләп һыу буйында ял итә. Ҡотҡарыусылар күп тапҡыр ҡабатлаған ябай ҡағиҙәләр иңҡар ителә. Һөҙөмтәлә, батып үлеүселәр арта. Беҙ иҫкәртәбеҙ, ҡотҡарабыҙ, әммә ярҙамға һәр саҡ килеп өлгөрөп булмай.
Белгестәр әйтеүенсә, уҙған быуатта ла, бөгөнгө көндәрҙә лә батып үлеүселәр категорияһы бер төрлө - атай-әсәйһеҙ һыу төшкән балалар йәки иҫерек өлкәндәр. Һыуҙа батыусыларҙың 95% -ты спиртлы эсемлектәр эҙемтәһе.
Элек иҫкәртеү ҡағиҙәләренә етди ҡараш тәрбиәләү мөмкин ине. Хәҙер заман йәштәре менән аңлатыу, профилактика алып барыуҙа ҡатмарлаша. Улар шунда уҡ видеоға төшөрөп дәғүәләрен еткерә, бәхәсләшә башлай.
Йыл башынан ғына йылға-күл буйҙарында ял итеүсе 75 кешенең ғүмере өҙөлә. Был һандар уҙған йыл күрһәткестәренән бер нисә тапҡыр күберәк. Ошо көндәрҙә Бөрө районында Ағиҙел буйына тиҫтерҙәре менән килгән 14 йәшлек ҡыҙ батып үлә. Водолаздар уның кәүҙәһен ике тәүлек эҙләй. Ҡотҡарыусылар һыуҙа ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә саҡыра, сөнки күп осраҡта улар фажиғә урынына килеп еткәндә һуң була.
Ф. Ким.
Читайте нас: