Минең рецепт: ҡыҙыл ҡарағатты ҡыйынан таҙалап, блендерҙа иҙәһең, ҡайһы берәү һуңынан иләк аша үткәреп, һөйәгенән ҡотола, мин улайтып тормайым, 1:1 пропорцияһында шәкәр ҡушабыҙ ҙа болғатып шәкәрен иретәм, аҙаҡ газға ҡайнатырға ултыртам, утты көслө итмәйем, ҡапыл ҡайнап китмәһен өсөн. Ҡайнап сығып, өҫтөнә күбеге сығыу менән, уны ала барам, ҡайнап сыҡҡандан һуң 3-4, иң күбеһе 5 мин ҡайнатам дә һүндерәм. Оҙаҡ ҡайнатһаң, пектины юҡҡа сыға, желе кеүек булмай, эҫе көйө стерилләнгән банкаларға ҡойоп сығам, һыуынғас ҡына (өҫтөндә желе барлыҡҡа килгәс) капрон ҡапҡас ябам, ҡышҡылыҡҡа булһа, тимер ҡапҡас мн закатать итергә мөмкин, тағы ла ҡуйыраҡ килеп сыҡһын тиһәгеҙ, ҡайнап сыҡҡас, агар-агар, желир.шәкәр йә желатин өҫтәргә мөмкин. Мин желатин ҡушып, сейәнән дә джем эшләйем, һөйәген алып, блендерҙан үткәреп алам да, желатин, шәкәр ҡушып ҡайнатып алам, махом ашап бөтәләр????????✌