Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Июль 2020, 14:00

Кем ул, Ғәли Ильясов?

Ни өсөн урамдарға теге йәки был кешенең исеме бирелгән, уларҙың кем икәнен халыҡ беләме микән, тип бынан тиҫтә йылдар элек респонденттарыбыҙҙан "Иҫәнғолдағы бер урамға ни өсөн ИЛЬЯСОВ исеме бирелгән? Кем ул ИЛЬЯСОВ?" тип һорағайныҡ, күптәр "Рәшит Фәттәхович, администрацияла эшләй" - тип яуаплағайны. Тәүҙә көлкө тойолһа ла, аҙаҡ урамға исеме ҡушылған шәхестең кем булыуын асыҡлап мәҡәлә баҫтырҙыҡ. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға яҡташыбыҙ МӘХМҮТ ҺИБӘТТЕҢ мәҡәләһен һәм ҒӘЛИ ИЛЬЯСОВТЫҢ шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.ШИШМӘ КЕҮЕКМоңо бар кеше илһамланмай сыҙай алмаҫ.Ғәли Ильясов – шишмә кеүек ҡыҫҡа, ләкин яҡты, сағыу тормош юлы үткән кеше.

ШИШМӘ КЕҮЕК
Моңо бар кеше илһамланмай сыҙай алмаҫ.
Ғәли Ильясов – шишмә кеүек ҡыҫҡа, ләкин яҡты, сағыу тормош юлы үткән кеше. Йәне ихлас, моңло, сыуаҡ булғанғалыр инде. Ҡырыҫ йән менән, нисек кенә ҡыланһаң да, ғүмереңде күпмегә һуҙһаң да, йәм тыуҙырыу мөмкин түгелдер шул. Ҡырыҫлыҡ, тәкәбберлек, илтифатһыҙлыҡ Ғәлиҙән өркөп, йөҙәр саҡрым ситтә йөрөнө. Ул бар ерҙә йомарт йылылыҡ, ҡыуандырғыс хәстәрлек йәшәр ине. Ундайҙар хаҡында “ысын кеше”, “моң шикелле, бүтәндәрҙең ғүмерендә лә йәшәй улар”, тиҙәр.
Ғәли 1938 йылдың 18 ноябрендә хәҙерге Мәләүез районының Әбет
ауылында донъяға килгән. Атаһы – Йәләл. Әсәһе Миңзифа Бөрйәндең Ғәлиәкбәр ауылынан килен булып төшкән. Ата-әсәһе буйынса ла Ғәлиҙең тыуған төйәге — хозуртауҙар иле. Башҡорт йырҙарында, риүәйәттәрендә, әкиәттәрендә, ҡоба йырҙарында борондан изгеләш терелеп, илаһилаш тырылып данланған, күп-күп сал быуаттарҙың ғүмер кисереп үткән ерҙәре ул был төйәк. Күңелендә саҡ ҡына булһала моңо, ғәме бар кеше мең төрлө тәьҫирҙәрҙән илһамланмай, йыр йыр ламай сыҙай алмаҫ был яҡтарҙа! Ана шуғалыр ҙа инде Ғәли малай сағынан уҡ ҡурай тарта, йәп-йәш көйө генә илһамланып шиғырҙар яҙа башлай.
Йәшлеге уны Күмертау ҡалаһының халыҡ театры актеры-ҡурайсыһы ла, классик көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы ла итеп таныта. Моңға моңдоң ылығыуыла шулдыр: эшсе егет үҙҙәренең театрында яңы уйнай башлаған йырсы ҡыҙға ғашиҡ була, уға, Шәрифәгә, өйләнә.
Журналист эшенә күсеүен Ғәлиҙең тормошонда боролош осоро тиергә мөмкин. Был йылдары уны, әлбиттә, ижад мөхитенә, шиғриәткә тағы ла нығыраҡ яҡынайтты. Тәүҙә үҙе хеҙмәт иткән Күмертау район гәзитендә, аҙаҡ “Башҡортостан” гәзитендә уның ҙур-ҙур мәҡәләләренән тыш, йыш ҡына шиғри шәлкемдәре лә донъя күрә килде.
Әммә ысын мәғәнәһендә ижадҡа яңы ныҡлап аяҡ баҫа, уға яңыныҡлап тотонам тигәндә, асылып өлгөрмәгән таж хәлендә генә ғүмер сәскәһе шиңеп ҡуйҙы...
Беҙгә мираҫҡа унан матур ғүмер өлгөһө, күбеһе ҡаралама хәлендә булһа ла, бай ғына ижад — шиғырҙар, хикәйәттәр ҡалды. Вафатынан һуң миңә уның өс китабын баҫмаға әҙерләп, нәшерләшергә насип булды. Беренсеһе — “Күҙле шишмә”, икенсеһе — “Беҙҙең сәйәхәт”, өсөнсөһө “Эйәрле тау” — “Тамғалар” йынтығына ингән. Быныһы —“Эйәр ле тау” китабының тулы варианты.
Ғәли Ильясовтың шиғриәте, үҙкүңеле, йөрәге, йәне кеүек үк, ихлас һәм тәрән хистәрҙән туҡылған. Уның ижади асылы халыҡ йырҙарындағы,
ҡобайырҙарындағы сәсәнлек сифаттарына барып тоташа. Шуға ла
беҙ ул яҙған шиғри юлдарҙың, ул тыуҙырған поэтик образдарҙың күңелдәребеҙгә, хистәре беҙгә тәьҫир итеү көсөн тойоп, оҙаҡ ваҡыт
дәртләнеп, илһамланып йә булмаһа һағышла нып, уйланып йөрөйбөҙ.
Ысын моң шулай кешене тыныс, битараф ҡалдырмайҙыр инде. Йыр йәненән йыр яралмай ҡалмаҫ. Быны беҙгә Ғәлиҙең ҡыҙы, һәләтле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова
ла раҫлай. Уның башҡарыуында “Сәлимәкәй” нисек аһәңле яңғырай! Йотлоҡторғос та, һоҡландырғыс та!.. Моң да, ысын кеше лә шулай
ҡат-ҡат йәшәй икән. Йәнә шуны өҫтәп әйткем килә: кеше заты, донъя тәрбиәнән туймаҫ. Ғәлиҙең тағы ике ҡыҙы, йәғни Йәмилә менән Сәлимә – юғары белемле уҡытыусы-тәрбиәселәр. Ғәли Ильясовты күп ерҙә – Нөгөш буйҙарында ла, Бөрйән яҡтарында ла, Ейәнсурала ла әле булһа һағынып иҫкә алалар. Алсаҡлыҡ, моң һағындыралыр, юҡһындыралыр шул. Һағынған дары, юҡһынғандары, ҙурлағандары өсөн дә инде Ейәнсура район үҙәге Иҫәнғолда, “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып эшләгән һәм йәшәгән ерендә, уның хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ та ҡуйҙылар, бер урамға исемен дә бирҙеләр. Һуңғы осор башҡорт шиғриәтендә Батыр Вәлид, унан Ғәли Ильясов ҡурайсы-әҙиптәр ине. Хәҙер иһә – Мәүлит Ямалетдинов. Барлап ҡарағыҙ: күп түгел улар. Был йыйынтыҡ һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар, 60-сы – 70-се йылдарҙағы башҡорт шиғриәтендә Ғәлиҙең дә үҙенсәлекле тауышы булғанлығын
асығыраҡ аңларға ярҙам итһен ине.
74-се йылдың йәй аҙағында Ғәли беҙҙе ҡалдырып киткәс, был тауыш өҙөлдө, тип уйлаусылар ҙа булғандыр. Ләкин, инде күп һыуҙар ағып, хәтһеҙ йылдар үтһә лә, күп ҡиммәт төшөнсәләр үҙгәреп, донъябыҙҙың хатта аҫты-өҫкә килгәндәй булһа ла, шишмә кеүек ысын моң үҙгәрмәй, түңкәрелмәй икән. Уның шиғриәте ваҡыт һынауын ярайһы уҡ үтте, алда ла үтер әле.
Мәхмүт ҺИБӘТ.

Ғәли ИЛЬЯСОВ

КҮҢЕЛЕМ
Мәңге Урал тауҙарында
Булыр минең күңелем,
Улар тураһында һөйләп,
Һис кенә талмаҫ телем.
Эшсән, ябай кешеләрен
Яҡын, туған күрермен,
Уларҙың хыял-моңдарын
Йөрәгемә үрермен.
Әгәр булһам шул яҡтарҙа,
Ҡаяларға менермен,
Шаулы йылғалар ярында
Ат уйнатып елермен,
Аулармын кейек, йәнлеген,
Сөйөрмөн күккә бөркөт...
Болондары ҡаршы алыр
Ҡурай моңдарын бөркөп.
Ә киткәндә үҙем менән
Алырмын дуҫтар йырын,
Һырттарында емелдәгән
Сағыл таштарҙың нурын.
Ҡара урмандар һулышын,
Сиге юҡ зәңгәр күген,
Йор халҡымдың һис ҡасан да
Юйылмаҫ бөйөклөгөн.

ЙӨРӘГЕМ – МОҢ
Урал-илкәй, һиңә әйткәнем юҡ
Йөрәгемдең тик моң икәнен.
Тауҙарымдың һөйәм ҡараштарын,
Болоттарҙың ап-аҡ елкәнен.
Ҡоса мине күктәр бейеклеге,
Һыуҙарымдың бөтмәҫ сафлығы,
Уйҙарымдың нурлы азатлығы,
Йылдарымдың көләс шатлығы.
Ҡанатымдай күрәм гүзәллекте,
Таң балҡышы тынмай йәнемдә.
Нурҙар һибәм дуҫтар күңеленә,
Нурҙар тирәм көн дә үҙем дә.
Бөтә изгелектәр йәшәй миндә,
Моңдай улар, тамсы кипмәгән.
Быуаттарҙың тау-тау боҙоҡлоғо
Яҡты бер йырға ла етмәгән.

* * *
Аҡ болоттар, күк болоттар,
Дымлы, боҙло болоттар
Ағыла ла ағылалар,
Хатта иркен һауа тар.
Күк зәңгәре күлдәй генә,
Балҡып китә тауҙарҙа;
Тик күңелгә моңһоу түгел
Үтәһе юлдар барҙа.
Бала саҡтағылай тағы
Барам берләм юлдарҙан,
Һорамай тау ҡаялары:
“Киләһең, — тип, — ҡайҙарҙан?”
Һорамай ҡара урманы:
“Кәрәк, — тип, — һиңә нимә?”
Тик сәләмләй ҡайындары
Тауҙан төшөп эргәмә.
Башҡаса мөмкин дә түгел:
Мин бит Урал ейәне.
Бөркөттәрем төйәгенә
Ҡабаланып еләмен –
Ҡаяларҙа йырлар өсөн,
Йөҙөр өсөн һыуҙарҙа,
Фиғел, ҡөҙрәт алыр өсөн
Илһам иле тауҙарҙа.

ЮЛДА
Ҡалҡты ла офоҡ аша ай
Таштарға тайып ауҙы;
Нурҙары сәсрәп күмделәр
Үҙәнде, урман, тауҙы,
Юлдағы боҫло аттарҙы,
Уларҙың дағаларын,
Санала йырын көйләгән
Беҙ — Урал балаларын.
Һеңде ул айҙың нурҙары
Сананың эҙҙәренә,
Эргәлә хыял һемергән
Юлдашым күҙҙәренә.
Мине лә нурҙар сырманы,
Күкрәгем йырға тулды,
Йөрәгем күктә баҙлаған
Таң йондоҙондай булды.

* * *
Бөтә нәмә тураһында ерҙә
Күптән инде шиғыр яҙылған;
Төрлө телдә, төрлө рифмаларҙа
Һәр нәмәгә мең юл һалынған.
Тупраҡ,
бойҙай,
һауа,
болот,
тауҙар,
Киң йыһандың һанһыҙ йондоҙо,
Ер улдары,
ҡыҙы,
балалары,
Күлдәр,
диңгеҙ,
һыуһар,
ҡондоҙо...
Сығамын да туған тауҙарыма
Мин аптырап бағам уларға:
– Һеҙҙең хаҡта күптәр йырлаған
бит,
Нисек итеп миңә йырларға?
– Эйе, — тиҙәр улар, — һиңә тиклем
Булып китте беҙҙә йырсылар.
Һәм беләбеҙ: әле һинән һуң да
Килеп китер миллион йырсы бар.
Тик булғандар булды үҙ сағында,
Ә килерҙәр – килер мәлендә,
Йәйрәгәндә ерҙең ҡосағында
Беҙгә йырсы кәрәк бөгөн дә.
Йырсы кәрәк беҙгә ошо көндә,
Ғорур ҡаяларҙы маҡтарға,
Бөгөнгөлә беҙҙе йәшәтергә
Һәм киләсәк өсөн һаҡларға.
Читайте нас: