Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2020, 11:35

ВИЧ райондарҙа тарала...

Башҡортостанда ВИЧ менән ауырығандар кәмегән, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер муниципалитеттарҙа был һан уртаса төбәк кимәленән артҡан.

Башҡортостанда ВИЧ менән ауырығандар кәмегән, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер муниципалитеттарҙа был һан уртаса төбәк кимәленән артҡан.
Былтыр 31 декабргә ҡарата ошондай 33965 осраҡ булған. Былтыр ҡурҡыныс сирҙе йоҡторған тағы ла 1949 кеше асыҡланған, шул иҫәптән иректе сикләү урындарындағы 122 кеше.
Дөйөм алғанда, был күрһәткес 100 мең кешегә уртаса 48,1 кеше тура килә, 2018 йыл менән сағыштырғанда, 29,7 процентҡа кәм (68,5). Иректән мәхрүм ителгәндәр араһында 303 кешегә тиң булған, тип хәбәр итәләр ”Роспотребнадзор” һәм Башҡортостандың Гигиена һәм эпидемиология бүлегенән.
2019 йылда ВИЧ ҡала һәм райондарҙа таралған. Был йәһәттән 19 муниципалитетта күрһәткестәр ҡыуанырлыҡ түгел. Йәғни түбәндәге район-ҡалаларҙа уртаса күрһәткес республиканыҡына ҡарағанда юғары: Белоретта 100 мең кешегә 164,3, Әбйәлилдә - 97,7, Мәсетлелә – 93,8, Күмертау ҡалаһында – 83,3, Ишембайҙа – 81,1, Дәүләкәндә – 81,1, Ҡалтасыла – 79,5, Ҡыйғыла – 71,2, Яңауылда – 68,3, Учалыла – 67,3, Салауатта – 67,3, Көйөргәҙелә – 66,3, Ғафуриҙа – 61,9, Күгәрсендә – 61,2, Мәләүездә – 54,8, Благовещендә – 53, Нефтекамала – 52,6, Бәләбәйҙә – 51, Туймазыла – 50,6 .
Республикала ВИЧ инфекциялы 478 ауырлы ҡатындың 353-ө әсә булған, 2018 йылда ла ошондай хәл күҙәтелгән.
“Рәсәй күрһәткестәренә ҡарағанда – 11,8, Волга буйы федераль округы араһында 20,5 процентҡа кәм”, – тип билдәләй эксперттар.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Фото: ptoday.ru
Читайте нас в