Был мәҡәләне яҙырға район үҙәгендә йәшәүсе бер апайҙың мөрәжәғәте мәжбүр итте: “Һылыу, һин бит район гәзитендә эшләйһең. Гәзит битендә, үҙегеҙҙең интернет селтәрендәге төркөмдәрегеҙҙә яҙып, был мәсьәләне күтәрә алмаҫһығыҙмы икән. Совет урамында, универсам артында ғына йәшәйбеҙ. Кис булып, ҡараңғы төшһә, шул магазин янындағы майҙанға йәштәр, кеме йәйәү, кеме машина менән йыйылалар ҙа – әйҙә инде. Яңғыратып музыка ҡуялар, ҡысҡырышалар, кальян тарталар. Беҙ бит эш кешеләре, йоҡларға кәрәк. Хәҙер көндәр эҫе торғас, тәҙрәне асабыҙ, тауыштан кире яба һалабыҙ. Участковыйға әйтеп ҡараным, дежур частҡа шылтыратырға кәңәш бирҙе. Ул йәштәргә закон юҡмы икән ни? Бер-ике тапҡыр барып, йәштәрҙе киҫәтеп ҡараным, тыңлап ҡуймаһындар, шөрләттерә лә”.
Ысынлап та, ҡай саҡта күрше-тирәлә берәй байрам булһа, музыка ҡуялар бит инде, төн уртаһына, йә таңға тиклем байрам иткәндәре бар, тауышҡа йоҡлап булмай. Унда-бында булғас, өндәшмәйһең. Үҙеңә лә шулай ҡунаҡ саҡырырға тура киләсәк. Ә бит бында йәй айҙарында көн дә ҡабатлана.
Был һорау буйынса һәм ошондай осраҡтарҙа нимәләр эшләргә, административ ҡануниәтте үтәү буйынса өлкән инспекторы, полиция капитаны А. Солтанбаеваға мөрәжәғәт иттек.
– Башҡортостан Республикаһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексында 13.5-се статья бар, унда төнгө ваҡытта граждандарҙың тыныслығын һәм тынлыҡты боҙған өсөн яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара.
1-се өлөшөндә «Төнгө ваҡытта граждандарҙың тыныслығын һәм тынлыҡты тәьмин итеү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законында ҡаралған ғәмәлдәрҙе ҡылыуҙа сағылыусы төнгө ваҡытта граждандарҙың тыныслығын һәм тынлыҡты боҙоу, әгәр был ғәмәл Рәсәй Федерацияһы закондары тарафынан күҙҙә тотолған хоҡуҡ боҙоу составын барлыҡҡа килтермәһә, граждандарға – ике меңдән өс мең һумға тиклем; вазифалы кешеләргә – биш меңдән һигеҙ мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә егерме меңдән утыҙ мең һумға тиклемге күләмдә административ штраф һалыуға килтерә.
2-се өлөшөндә ошо статьяның 1-се өлөшөндә атап үтелгән хоҡуҡ боҙоуҙы ҡабаттан ҡылған өсөн граждандарға – өс меңдән биш мең һумға тиклем; вазифалы кешеләргә – һигеҙ меңдән ун мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә утыҙ меңдән илле мең һумға тиклемге күләмдә административ штраф һалыуға килтерә.
Төнгө ваҡыт тип тәүлектең урындағы ваҡыт менән 23 сәғәттән алып 7 сәғәткә тиклемге осоро, ял һәм эш көнө булмаған байрам көндәрендә – 23 сәғәттән алып 9 сәғәткә тиклемге, ошо Закон менән билдәләнгән осраҡтарҙа – ваҡыттың башҡа осоро аңлана. Был статья буйынса административ протоколдарҙы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре (полиция) төҙөй.
Район халҡына мөрәжәғәт итәбеҙ! Әгәр Һеҙҙең төндә тыныслығығыҙҙы һәм тынлыҡты боҙалар икән, һеҙгә был турала Рәсәй эске эштәр бүлегенең Ейәнсура районы буйынса дежур бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Аңлайышлы һәм тулы яуап ала алдыҡ. Был мәҡәлә төндә шау-шыу ойошторорға яратыусы йәштәргә барып етер тип ышанабыҙ. Шулай уҡ ризаһыҙлыҡ белдереүселәргә әйтәбеҙ, үҙ тыныслығығыҙ өсөн үҙегеҙ көрәшегеҙ, шылтыратығыҙ полицияға, ҡурҡмағыҙ.