Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
12 Июль 2020, 17:00

25 йыл буйы һаҡлаған сер

1951 йылдың 19 ноябрендә һуғыш барған Көньяҡ Корея күгендә, зенит артиллерияһы снаряды тейеп, бомбардировщик яна башлай. Ул, уртаҡ сикте үтеп, Ҡытай территорияһындағы урманға ҡолай һәм көл-күмергә әйләнә. Борттағы экипаждың 11 ағзаһы һәләк була. Самолеттың ҡойроҡ яғы һынып айырыла һәм ергә етер алдынан ағастарҙың остарына эләгеп, бәрелеүҙе еңеләйтеп килеп төшә. Ҡотҡарыусылар уның эсендә радисты табалар, ул тере, ләкин иҫен юғалтҡан була. Госпиталдә 2 айҙан һуң ғына һалдат аңына килә. Егет Ейәнсура районынан Ҡолдәүләтов Нариман булып сыға.

1951 йылдың 19 ноябрендә һуғыш барған Көньяҡ Корея күгендә, зенит артиллерияһы снаряды тейеп, бомбардировщик яна башлай. Ул, уртаҡ сикте үтеп, Ҡытай территорияһындағы урманға ҡолай һәм көл-күмергә әйләнә. Борттағы экипаждың 11 ағзаһы һәләк була. Самолеттың ҡойроҡ яғы һынып айырыла һәм ергә етер алдынан ағастарҙың остарына эләгеп, бәрелеүҙе еңеләйтеп килеп төшә. Ҡотҡарыусылар уның эсендә радисты табалар, ул тере, ләкин иҫен юғалтҡан була. Госпиталдә 2 айҙан һуң ғына һалдат аңына килә. Егет Ейәнсура районынан Ҡолдәүләтов Нариман булып сыға.
Ул 1929 йылдың 5 майында Үрген ауылында Шәрифулла һәм Мәстүрә Ҡолдәүләтовтарҙың беренсе балаһы булып донъяға килә. Сабый 4 кенә айлыҡ сағында әсәһе донъя ҡуя. Атаһы, яңыраҡ ҡына ире һәм имсәк балаһы тиф ауырыуынан вафат булған Мәрғүбә исемле ҡатынға өйләнә, ул малайҙы имеҙеп үҫтерә. Артабан ғаиләлә тағы ла алты бала тыуа, тик Сәлмән исемлеһе генә ғүмерле була, ҡалғандары төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан йәшәп китә алмайҙар.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, йорт хужаһы фронтҡа алынып, донъя ауырлыҡтары 12 йәшлек Наримандың иңдәренә төшә. Һуғыш бөтөр алдынан аталары тураһында «хәбәрһеҙ юғалды” тигән хат килә. Шулай ҙа ошондай яҙыу килеп тә, иҫән-һау ҡалғандарҙың булыуы ғаиләнең өмөттәрен өҙҙөрмәй. Ләкин, “ана ҡайта, бына ҡайтыр”, – тигән ышаныстары 1945 йылдың йәйендә селпәрәмә килә. Ошо ваҡыт Ҡолдәүләтовтарға Лоҡман исемле егет килеп түбәндәгеләрҙе һөйләй: “Шәрифулла менән Австрияның бер ҡалаһында урынлашҡан беҙҙең госпиталдә таныштыҡ. Ул, минаға баҫып, ике аяғын да өҙҙөргән ине. Иҫән ҡайтһаҡ, осрашырбыҙ, ул-был була ҡалһа, ғаиләләребеҙҙе эҙләп табырға тип һүҙ бирештек. Еңеүҙең икенсе көнө – 10 майҙа фашистарҙың һаҡланып ҡалған самолеттары беҙҙең ғәскәрҙәр торған ҡалаға һөжүм иттеләр, бомба госпиталгә лә эләкте. Йөрөй алғандар сығып өлгөрҙөк, күҙ алдыбыҙҙа госпиталь ауыр яралылар менән бергә ер менән тигеҙләнде. Шулай юғалттым дуҫымды”.
1945 йылдың көҙөндә, ете класты тамамлап, колхозда эшләп йөрөгән үҫмерҙе ФЗО мәктәбенә йүнәлтәләр. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ун йыл самаһы арауыҡта илебеҙ сәнәғәте ғәйәт ҙур күтәрелеш осоро кисерә, ләкин белгестәр етмәү эшкә ныҡ аяҡ сала. Ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында 1940 йылдан башлап ФЗО (фабричо-заводское обучение ) мәктәптәре ойошторола башлай, уларға 16-17 йәштәге егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡабул ителә. Төрлө эшсе һөнәрҙәре алғас, артабан улар тик дәүләт предприятиеларында ғына эшләргә тейеш булалар. 1957 йылдан башлап ҡына ФЗО-лар төрлө уҡыу дауамындағы профессиональ-техник училищелар итеп үҙгәртеп ҡорола.
Уҡыуын тамамлағас, Нариман Киров ҡалаһында “Кировуголь” фабрикаһында таш ярыусы булып эшләй. Хеҙмәт бурысын тултырғас, ауылына ҡайтмайынса, бер-нисә дуҫы менән Ҡаҙағстанға китә. Тәүҙә Аҡтүбә өлкәһе колхоздарының береһендә көтөүсе булып эшләй.1949 йылда Ҡарағанда ҡалаһындағы шахтаға эшкә килә. 1950 йылдың октябрендә ошонан Совет Армияһы сафтарына саҡырылып, Алыҫ Көнсығыш хәрби округына ебәрелә. Радиотелеграфист һөнәрен үҙләштереп, авиация полкына бортрадист итеп тәғәйенләнә. Был ике Корея дәүләттәре араһында барған һуғыштың иң ҡыҙған осоро була.
1945 йылдың сентябрендә Япония 2-се Донъя һуғышында еңелгәнгә тиклем, Корея оҙаҡ йылдар ошо илдең колонияһы була. Иҙеүҙән ҡотолғас, ярымутрау ике өлөшкә бүленә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы кимәлендә был хәл ваҡытлыса тип килешелә. Шул арала һайлауҙар үтеп, төньяҡта – социалистик, көньяҡта буржуаз хөкүмәттәр төҙөлә. Ике яҡ та илде үҙҙәренең етәкселегендә берләштерергә тырыша, хәрби бәрелештәр ҙә йыш ҡына булып тора. Бындай килешмәүсәнлек 1950 йылдың 25 июнендә башланып, 3 йыл дауам иткән ҙур һуғышҡа алып килә. Америка Ҡушма Штаттары үҙенең союздаштары менән һуғышта Көньяҡ Корея яғында туранан-тура ҡатнаша. СССР рәсми рәүештә ҡатнашмай, ләкин беҙҙең хәрби кәңәшселәр һәм самолеттар Ҡытай территорияһы аша Корея Халыҡ Демократик Республикаһына ҙур ярҙам күрһәтә. Ҡолдәүләтовтарҙың полкы ла улар араһында була. Нәүбәттәге осошта бомбалар ташлап ҡайтып килгән самолет дошман утына эләгә.
Бер аҙ арыуланғас, 1952 йылдың февралендә һалдатты, “хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ” тип табып, ҡайтарып ебәрәләр. Хеҙмәтенең был өлөшөн оноторға ҡушалар һәм “25 йыл бер кемгә бер нәмә лә һөйләмәҫкә”, тип ҡултамғаһын алып ҡалалар. Ошо ваҡыт үткәс кенә уның ғүмеренең был арауығы яҡындарына саҡ билдәле була. Ышанып та бөтмәгәндәр табыла, ләкин госпиталдән алынған танытма иҫбатлау ҡағыҙы булып тора. Ул әле лә балаларында ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана. Ә бына “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы” танытмаһы һәм шуға ярашлы льготалар Ҡолдәүләтовҡа илдең Корея һуғышында ҡатнашыуы дәүләт кимәлендә танылғас ҡына килә, тик улар һуңлаған булып сыға инде...
Нариман армиянан ҡайтҡанда әсәһе менән ҡустыһы бик ауыр мохтажлыҡта, ситән өйҙә, ярым ас-яланғас йәшәгән булалар. Шуға күрә һаулығы шәптән булмаһа ла, ул тиҙ арала Ейәнсура районы халыҡ судында секретарь булып эш башлай. Уҙ алдына шөғөлләнеп, закондарҙы өйрәнә һәм еңел булмаған эште тиҙ үҙләштерә һәләтле егет.
1953 йылдың август айында Үргенгә Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлаған Сәкинә Лоҡманова клуб мөдире һәм китапханасы булып эшкә килә. Халыҡ менән төрлө саралар үткәргәндә тальян гармунда бик һәйбәт уйнаған Нариман уның ныҡлы терәге була. Йәштәрҙең йөрәктәрендә лә мөхәббәт осҡондары тоҡана һәм ошо йылдың аҙағында улар ғаилә ҡоралар. Ғаилә башлығы ауылына ҡайтып, Үрген ауыл советы секретары булып хеҙмәтен дауам итә.
Бынан бер быуат элек Октябрь революцияһынан һуң яңы тормош ҡора башлаған осорҙа ил етәксеһе В.И.Ленин “Беҙҙең йәмғиәт өсөн сәнғәттең иң мөһим төрө булып кино тора”,- тип билдәләй. Ләкин ауыр тормош, ҡәһәрле һуғыш, унан һуң илде аяҡҡа баҫтырыу мәшәҡәттәре арҡаһында ауылдарҙа кинофильмдар күрһәтеү эше үткән быуаттың илленсе йылдарында ғына юлға һалына башлай. Беренсе нәүбәттә белгестәр әҙерләүгә иғтибар арта, Бәләбәй ҡалаһында киномеханиктар мәктәбе асыла. 1954 йылдың авгусында район мәҙәниәт бүлеге Ҡолдәүләтовты ошо уҡыу йортона йүнәлтә. Бер йылдан уҡыуын бик һәйбәт тамамлап ҡайтҡас, ул районыбыҙҙың төпкөл ауылдарында эш башлай. Был ваҡытта уларҙың күптәренә электр уты ла килмәгән була әле. Ул осорҙа беҙҙең ғаиләбеҙ Ибрай ауылында йәшәй ине, шуға күрә ағайыбыҙҙың Байдәүләт ауыл советының биш ауылында алмашлап йөрөп нисек фильмдар күрһәтеүенең шаһитымын. Уның Бикбау ауыл советы ауылдарында ла эшләгәнен өлкәндәр һаман иҫләй әле.
Нариман ағай ауылдың тәүге фотографы ла булды, 50-60-сы йылдарҙағы фотоһүрәттәрҙең күпселеге уның тарафынан эшләнгән. Улар бөгөн дә беҙҙең өсөн үткәндәрҙең бер яҡты ҡомартҡыһы булыуы менән ҡәҙерле.
60-сы йылдар башында бәләкәй генә эш хаҡтары менән ете кешенән торған ғаиләне аҫырау ауырлашҡас, Нариман ағай Үзбәкстанға китеп эшләй, өйгә лә һәйбәт кенә ярҙам итеп тора. Ләкин бер йылдан “Сит ил , сит ер беҙҙең өсөн түгел”, – тип, кире ҡайта һәм шунда уҡ яңынан яратҡан һөнәренә тотона, хәҙер инде ул тик Үргендә генә эшләй.
1968 йылда “Заветы Ильича” колхозы рәйесе итеп Бәҙретдин Әбделғәзе улы Йомалин һайланғас, быға тиклем дә артта һөйрәлмәгән хужалыҡта ғәйәт ҙур эштәр башлана. Үрген һәм Ново-Петровск бригадаларында заманса малсылыҡ комплекстары, МТМ-лар һәм башҡа объекттар төҙөлә. Һөҙөмтәлә малдар һаны ҡырҡа арта, иген культураларының уңышы күтәрелә. Төҙөлөш материалдары һәм бөтә етештерелгән матди байлыҡ колхоз складтары аша үтә. Уларҙа эшләү өсөн документтар менән оҫта эш иткән, талапсан, намыҫлы мөдирҙәр талап ителә. Үргендә был вазифаға коммунист Ҡолдәүләтов тәғәйенләнә. Ун өс йыл буйы эҫелә лә, сатлама һыуыҡта ла, йыш ҡына ағыулы орлоҡ араһында алһыҙ-ялһыҙ эшләү уның былай ҙа шәптән булмаған һаулығына кире йоғонто яһамай ҡалмай. Шуға күрә үҙе һорап был эште ҡалдыра, тик биш көн дә ял итә алмай, киномеханик юҡ тип, тағы эшкә саҡыртып алалар. Пенсияға сыҡҡас, ике йылға яҡын эшләп, 1990 йылдың декабрендә ялға туҡтай ул.
Намыҫлы һәм оҙайлы хеҙмәте өсөн Нариман Шәрифулла улы “СССР Кинематографияһы отличнигы” исеменә лайыҡ була. Ул шулай уҡ “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғыш осоронда намыҫлы хеҙмәте өсөн”, “Еңеүгә 50 йыл”, “Еңеүгә 60 йыл” һәм “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары кавалеры ла.
Нариман ағайҙың бөтә ғүмере тальян гармун моңдары менән үрелеп барҙы. 1985-1987 йылдарҙа республикала “Тальян моңдары” тип аталған байрам бик популяр булды. Райондарҙа үткән һайлап алыу турҙарынан һуң сараларҙың баш ҡалала үткән финалы, халыҡ сәнғәтенең ысын тантанаһына әйләнеп, мәҙәниәт һарайҙарынан урамдарға һәм майҙандарға бәреп сыға һәм бөтә Өфөнө ялмап ала торғайны. Уларҙа Ейәнсура үҙешмәкәрҙәре лә лайыҡлы сығыш яһаны, ә Ҡолдәүләтов өс байрамдың да лауреаты булды.
Сәкинә Ғәзиз ҡыҙы Лоҡманова 1931 йылдың 15 авгусында Ишембай районының Әрмет ауылында тәүге бала булып донъға килгән. Атаһы һуғышҡа киткәс, ун йәштәге ҡыҙ, көнө-төнө колхоз эшенән бушамаған әсәһен алмаштырып, һеңлеһен һәм ике ҡустыһын ҡарай. Бер йылдан атаһы ауыр яраланып ҡайта, бер аҙ арыуланғас, ҡабат фронтҡа алына. Дүрт айҙан ҡаты ауырып тағы ҡайта һәм бер йыл өйҙә этләнеп ятып вафат була.
7 класты бөткәс, ҡыҙыҡай Стәрлетамаҡ ҡалаһына уҡырға инергә тип килә. Тик бесән әҙерләп йөрөп һуңға ҡалған булып сыға, бөтә уҡыу йорттарында ла ҡабул итеү тамамланған, бер мәҙәниәт техникумында ғына урындар була. Һайлау мөмкинлеге ҡалмағас, Сәкинә шунда инә. Техникумды һәйбәт тамамлаған ҡыҙға Горький ҡалаһындағы мәҙәниәт институтына юнәлтмә бирәләр, ләкин ғаиләнең ауыр тормош хәле уға артабан уҡырға мөмкинлек бирмәй.
Йәш белгесте Ейәнсура районына эшкә ебәрәләр. Был яҡтарҙың тыуған ауылынан шул хәтлем алыҫ икәнлеген ул барып еткәс кенә аңлай. Шунда уҡ, мәжбүри өс йыл эшләү ваҡыты үтеү менән, бында бер көнгә лә ҡалмаҫҡа тигән уйға килә. Тик, яҙмыш ҡушыуы буйынса, уға 2007 йылда балалары янына Стәрлетамаҡ ҡалаһына күскәнгә тиклем Үргендә 54 йыл йәшәргә насип була. Сәкинә Ғәзиз ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу бар: “1953 йыл - эшкә алынған” һәм “1990 йыл – үҙ теләге менән эштән киткән”.
Ҡолдәүләтовтар хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып ултырманылар, уларҙың өйө менән ихатаһы һәм баҡсалары күҙҙең яуын алып торҙолар. Дүрт балаларына ярҙам иттеләр, ейәндәрен үҫтерештеләр. Ҡыҙҙары Зәйтүнә – юғары категориялы күҙ врачы, Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, 40 йылдан ашыу Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләй. Альбина ла медицина һөнәрен һайлаған ине. Улдары Илдар Мәләүез районында билдәле фермер булды. Ришатҡа ла атаһы кеүек хәрби конфликтта, йыл ярым Афған һуғышында, ҡатнашырға тура килә. Ул “Хәрби хәрәкәттәр ветераны”, “Яугир
- интернационалистҡа рәхмәтле афған халҡынан” һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнгән. Ришат Нариман улы армиянан һуң Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамланы, районыбыҙҙа мәктәп директоры ла булып эшләне. Хәҙер Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй.
Бөгөн Нариман ағай менән Сәкинә апай беҙҙең арала юҡтар инде. Ләкин ауылдаштары улар тураһында матур хәтирәләр һаҡлап, һағынып иҫкә алалар.
Юлай Солтанбаев.
Читайте нас: