"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
13 Июль 2020, 16:00

Иҫәнғол кесәрткәне. Уның тарихы ниндәйҙер кимәлдә ил тарихына бәйле

Билдәле яҡташыбыҙ Мәрйәм Бураҡаева был әсе "тешләгән" кесәрткән ни өсөн "иҫәнғолдоҡо" булып китеүе хаҡында

Ейәнсура ҡыҙы, йырсы Лилиә Ишемйәрова Иҫәнғол кесерткәне тураһында һүҙ башлағайны. Уҡый барҙым, әммә яҙырға форсат теймәне. Был һөйләшеүҙәге һорау асыҡ көйө ҡалғанға, Иҫәнғолда тыуып-үҫкән кеше булараҡ, кесерткән тураһында ишеткәнемде, күргәнемде, белгәнемде яҙайым тейем. Сөнки уның тарихы ниндәйҙер кимәлдә ил тарихына бәйле.
Иҫәнғолда ул кесерткәндән күп тапҡырҙар сағылғаным булды. Абайламаҫтан. Ауылдан йәйәүләп арып-әлһерәп больницаға, баҙарға килеүселәрҙең кесерткәнлектән ҡысҡырып килеп сыҡҡандарын күргән булды. Сөнки ул бик бейек һәм ҡарап тороуға киндер кеүек йыуаш үҫемлек һымаҡ. Әсе саға. Саҡҡан урыны ҡабарып сыға, әсетә, ҡысыта. Ҡорт саҡҡан кеүек.
Революцияға тиклем Иҫәнғолда бер бай Оло Эйек буйындараҡ, тирәклек менән бейек яр араһында помидор ултыртҡан. Ҙур майҙан булған ул. Кәртәләп алыу өсөн байтаҡ сығым да кәрәк булғандыр. Ул үҙеме, кеше ашамы Англиянан (Англия кесерткәне тип тә йөрөтәләр ине) ошо кесерткән орлоғо ҡайтартҡан. Ярты метр-бер метр киңлектә теҙеп сәскән. Кеше түгел мал да яҡын бармаған. Революциянан һуң кулактар менән бергә байҙы Себер ебрәргәндәр. Хужалығы район үҙәгендә ойошторолған колхозға ҡала. - Былар ишеткәнем. Хәҙер үҙем шаһит булған ваҡиғалар.
Район үҙәгендә Куйбышев исемендә колхоз булды. Ошо помидорлыҡтан бик ҙур уңыш ала ине. Тирә-яҡҡа машина-машина алып барып һаталар ине. Уны Блуднева тигән ҡатын ҡараны. Помидор ултыртҡан саҡта нисек эшләгәндәрҙер - өмә кеүек була торғайны. Ә йыйған ваҡытта көнө буйы эшләйһең дә бер күнәк помидор алып ҡайтаһың. Һыуҙы шланг менән һиптерә ине. Башмаҡ ҙурлыҡ эте бар ине. Яр башында этен сылбырлап тотоп ҡарап тора ине. Иртәрәк ҡайтып йәки помидорын алып ҡасып ҡара - этен ысҡындыра, ти торғайнылар. Көҙ уҡыуҙар башланғас та ял көндәре Нәсимә һылыуым менән барып бер аҙ йыйып помидор алып китә торғайныҡ. Ҡып-ҡыҙыл булып тупырлап ята ине помидорҙар. Ә тирә-яғында кесерткәндән башҡа бер генә ҡаҙыҡ та булмай торғайны. Помидорыңды тотоп фәҡәт ярға яҡын һуҡмаҡтан Блуднева күҙ алдынан сығып китә торғайныҡ. Ошо кесерткән тик Иҫәнғолда ғына үҫте. Хәҙер машина тәгәрмәсе менән төрлө ауылдарға тарала. Хатта Ибрайға ла килеп етте. Ни ғиллә менәндер минең ишек алдында күренде. Ауылдашын яҡын күрәлер...Тиҙ генә ҡаҙып алып яндырҙым. Әммә бик әрһеҙ ул. Тағы үҫмәҫ тимә. Бына шулай.
Ҡыҙыҡһынған йәки төрлө фараздар ишеткәндәр өсөн яҙҙым.
(Мәрйәм Бураҡаеваның сәхифәһенән).
Читайте нас: